VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Уҙған юлыбыҙҙан нур ҡалһын

21 июнь, 20:21

...Бәләкәй ҡыҙға әсәһе тәүге тапҡыр акварель буяу һатып алып бирә. Шул ҡәҙәр һөйөнөп һүрәт төшөрөргә ултыра бала. Әммә ҡапыл күҙҙәренән йәш тама башлай. Ҡылҡәләме менән яңылыш һыҙҙы, түңәрәк кенә ҡояшы кителде бит...

– Бәй, ниңә илайһың, ҡыҙым? – ти шул саҡ өйгә ҡайтып ингән атаһы. – Болотоң бигерәк матур ҙаһа. Шәфәҡтә нурланып, ҡыҙғылт һары ғына булып йөҙөп бара...

Һүрәтеңде боҙғанһың, тиһә...

– Ҡылҡәләмгә тәүгә тотонғанда уҡ атайым ошо һүҙҙәре менән, гүйә, алдыма киңлек “йәйҙе”. Тирә-йүнде төрлө төҫтәрҙә, шул ҡәҙәр сағыу итеп күрә башланым, хатта тәҙрәбеҙгә эленгән ябай ғына аҡ ҡорғанда ла сихри биҙәк йәшеренгәндәй ине, – ти бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, педагог Раушания Бәҙретдинова. – Шиғырҙар яҙған, фәлсәфәүи фекерле атайым ваҡытында кәрәкле һүҙен әйтеп, алдымдағы кәртәләрҙе, күнегелгән ҡалыптарҙы алып ташлап, ижадыма юл ярып ебәргән. “Дөрөҫ эшләмәгәнһең дәһә, һүрәтеңде боҙғанһың”, – тиһә, бәлки, һаман да хаталарҙан арына, үҙемде таба алмай, бер урында тапанып йөрөр инем.

Раушания – Стәрлебаш районының Йәшергән ауылы ҡыҙы. Тәбиғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ бала бәләкәй генә сағынан ҡулына ҡылҡәләм ала. Нескә күңеле ауылдан Ишембай ҡалаһының Перегонный биҫтәһенә күсеүҙе ауыр кисерә.

– Йүгереп туймаҫлыҡ иркенлек, тағатылған зәңгәр таҫмалай Йәшергән йылғаһы буйҙарынан һуң тығын ҡала тормошо миңә лә, ағайым Алмасҡа ла “ҡара ситлек” кеүек тойолдо, – ти бөгөн рәссам. – Ул саҡта биш йәштә инем. “Ошо көндәрҙә балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡһың”, – тине әсәйем. Ә мин ауылыбыҙ мәктәбендәге Ленин бабайҙың портретын, уның “Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!” тигән һүҙҙәрен гел иҫемдә тотам. Үҙемдең олатайымды күрмәгәнгәме, һүрәттәге бабай күңелемә ныҡ яҡын. Шуға ла, әсәйемдең әлеге һүҙҙәрен ишеткәс үк, “Юҡ-ҡ! – тип тип иларға тотондом. – Ленин бабай уҡырға кәрәк тигән бит, мәктәпкә барам!” Артабан да аяҡ тибеп ҡаршылашҡас, аптыраптыр инде, биш йәштән беренсе класҡа алдылар.

Ауылдан килгәс, русса бөтөнләй белмәйем. Класташтарым аҙым һайын көлә. Үҙ-үҙемә йомолдом. Һүрәт төшөрөргә яратыуым ғына күңел ҡояшымды һүндермәгәндер...

Тормошто яратырға кәрәк

Артабан урындағы балалар художество мәктәбендә лә шөғөлләнеп, 8-се класта сағында уҡ үҙе уҡыған 5-се урта мәктәптә рәсем дәрестәрен алып бара Раушания. 1989 йылда Өфөнөң 2-се педагогия колледжына инеп, һыҙма һәм рәсем уҡытыусыһы һөнәренә эйә була, бер аҙҙан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.

Хәҙер инде Раушания Мосауир ҡыҙы – республикабыҙҙың атҡаҙанған рәссамы, юғары кваликациялы педагог, өс бала әсәһе, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Дизайнерҙар союзы, ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы. Картиналары Мәскәү, Нью-Йорк, Берлин, Турин ҡалалары галереяларына ҡуйылған, Санкт-Петербург, Өфө, Владимир Спиваковтың Музыка йорто музейҙарында, АҠШ, Канада, Бөйөк Британия, Австрия, Германия, Италия, Испания, Голландия, Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Намибия, Рәсәй илдәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Ойошторған күргәҙмәләренең иҫәп-хисабына сыҡҡыһыҙ.

– Әсәйем ғүмер буйы өҙлөкһөҙ хеҙмәттә булды – бер юлы бер нисә урында эшләне. Мин уға оҡшағанмын. Төндәрен дә йоҡламай ниндәйҙер эш менән шөғөлләнеүем – әсәйемдән, – ти Раушания Мосауир ҡыҙы. – Яҙмыш мине ныҡ ҡына һынаны ла: яман шеш сирен үткәрҙем. Шул осорҙа әҙәбиәткә ныҡ яҡынайҙым. Луиза Кейҙың уй-фекер көсө, тәнде, йәнде һауыҡтырыу тураһындағы китабын бүләк иткәйнеләр. Унан айырыла алмай, йотлоғоп уҡыным. Тормошто үҙгәртеү көсөнә эйә китаптар барлығына шунда инандым. Ундайҙар, үкенескә күрә, һирәк.

Башҡорт яҙыусыларынан Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен ныҡ яратам. Һәм, әлбиттә, Зәйнәб Биишеваныҡын. Уның “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарынан торған “Яҡтыға” трилогияһын бөтә донъямды онотоп, тәьҫирләнеп, тулҡынланып уҡыным. Емештең тормошондағы ҡайһы бер хәлдәр, уй-кисерештәре минекенә оҡшаш. “Көслө ихтыярлы булғанда бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Иң мөһиме – тормошто яратырға кәрәк” тигән аҡыл бирә бөйөк әҙибә. Күргәҙмәләремдә Зәйнәб Биишева, уның әҫәрҙәренең геройҙары һүрәтләнгән картиналарым үҙәк урынды биләй. “Бәләкәй сағымды ҡосағыма алғым килә”, – тиер булған ул. Бына был картинала шул хыялын сағылдырырға ынтылдым – әҙибә кескәй ҡыҙҙы ҡосағына алған...

Кейемдә – асылыбыҙ

Раушания Бәҙретдинова күп йылдар инде мәрхәмәтлек менән шөғөлләнә. Балалар йорттарында, приюттарҙа, коррекция мәктәптәрендә һынлы сәнғәт буйынса бушлай бихисап оҫталыҡ дәрестәре үткәргән, Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһына йөҙҙән ашыу картинаһын бүләк иткән, пандемия мәлендә поликлиникаларҙың тышына граффити төшөрөүҙә әүҙем ҡатнашҡан.

Бынан тыш, ул – “Rusha” автор кейемдәре линияһын, “Груша” арт-студияһын, “Сәк-сәк” рәссамдар төркөмөн, “Rusha” ижадсылар студияһын булдырыусы. 2017 йылда Өфө трикотаж фабрикаһы менән берлектә “ӨфөАртРуш” автор кейемдәре салон-магазинын да асҡан.

– Һәр ваҡыт матур, ҡабатланмаҫ, тыуған төйәгеңде, тамырҙарыңды сағылдырған кейем булдырырға теләнем, – ти ижадсы. – Һөҙөмтәлә футболкаларға, яулыҡтарға, сумкаларға картиналарымдың принтын күсереү менән шөғөлләнә башланым. Ысынлап та, үҙенсәлекле, матур, ҡабатланмаҫ образ тыуҙыра улар. Асылыбыҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ шулай кейемебеҙҙә, тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә лә сағылһын ине.

Мин үҙемдең эштәрем, тормош тәжрибәм аша кешеләргә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышам. Ошо маҡсатта арт-терапия менән дә шөғөлләнә башланым. Төрлө юғары исемдәргә ҡарағанда кешеләргә булышлыҡ итеүемде, файҙа килтереүемде ҙурыраҡ ҡаҙанышым тип баһалайым.

Раушания Мосауир ҡыҙы башҡорт һынлы сәнғәтенең киләсәген өлкәндәр менән йәштәрҙең аралашып, кәңәшләшеп ижад итеүендә күрә. Был йәһәттән “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Һорау+Яуап=Портрет” тапшырыуын, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернатының, һынлы сәнғәт мәктәптәренең эшмәкәрлеген юғары баһалай.

– Төбәгебеҙҙә хәҙер йәш рәссамдарҙы әҙерләүгә иғтибар ҙур. Бындай белгестәргә ихтыяж да арта бара. Креатив индустрияның үҫеше йәштәргә яңы юлдар аса, – ти Раушания Мосауир ҡыҙы. – Ижад – йән һәм тән сәләмәтлеге нигеҙе. Унан айырылмайыҡ. Йәнә “Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!” тигән һүҙҙәрҙе онотмайыҡ. Уҙған юлыбыҙҙан нур ҡалырлыҡ итеп йәшәйек.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу