VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Кешелеклелеге, шәфҡәтлелеге менән иҫтә ҡалды...

19 июнь, 16:42

Бөгөн Өфө ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Республика клиник онкология диспансеры башланғысы менән табип һәм педагог, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостанда беренсе хосписҡа нигеҙ һалыусы, медицина фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Почет Ордены кавалеры Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Шулай уҡ, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала БР Хөкүмәтенең Һаулыҡ һаҡлау Һәм фармация департаменты директоры Динар Вәлиуллин, Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы, Башҡортостан Башлығының йәмәғәт башланғысында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры, профессор Вил Тимербулатов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, Республика клиник онкология диспансерының баш табибы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Адель Измайлов, медицина тармағы вәкилдәре, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар Ишмырҙа Һиҙиәтовтың юғары профессиональ сифаттарын, уның иҫ киткес кешелеклелеген, шәфҡәтлелеген, шулай уҡ кешеләрҙе ойоштороу, берләштереү һәләтен билдәләне.

БДМУ-ның Йәмәғәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы доценты, журналист Азат Кинйәбулатов « И.Х. Һиҙиәтов - билдәле табип һәм педагог, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһында беренсе хосписҡа нигеҙ Һалыусы» тигән доклад менән сығыш яһаны, Ишмырҙа Һиҙиәтовтың улы Илдар Һиҙиәтов, БДМУ-ның топографик анатомия һәм оператив хирургия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор – атаһы тураһында йылы хәтирәләр менән уртаҡлашты.

Билдәле хирург һәм педагог, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтов 1933 йылдың 28 октябрендә Әбйәлил районының Ҡужан ауылында тыуған. 1951 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлап, Ташбулат ете йыллыҡ мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләгән. Бер йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтына (хәҙерге БДМУ) уҡырға ингән. Уны тамамлағандан һуң, Хәйбулла район дауаханаһында табип-хирург булып эшләгән. 1961-1963 йылдарҙа Урал участка дауаханаһы мөдире вазифаһын башҡарған.

Ишмырҙа Хәйернур улының ғүмеренең байтаҡ өлөшө Башҡорт дәүләт медицина институты менән тығыҙ бәйле. 1963 йылда ул дөйөм хирургия кафедраһының клиник ординатураһына уҡырға инә, ә уны уңышлы тамамлағандан һуң, аспирантурала белем алыуын дауам итә. 1969 йылда Ишмырҙа Һиҙиәтов диссертация яҡлай.


Әбйәлил районында участка дауаханаһының баш табибы булып эшләгәндә, оҫта ҡуллы табиб булараҡ хөрмәт яулауҙан тыш, дауахананы һәм уның биләмәһен төҙөкләндерә. БДМУ-ның дөйөм хирургия кафедраһында эшләгәндә ауыр онкология ауырыуҙарына ҡатмарлы операциялар яһай. Уның менән кәңәшләшеү өсөн һәр ваҡыт сират була: хатта башҡа өлкәләрҙән дә кешеләр килә.

Ғөмүмән, Ишмырҙа Хәйернур улы бөтә ғүмерен тиерлек онкологияға ҡаршы көрәшкә бағышлаған. Тыуған институтында ассистенттан доцентҡа тиклем юл үткән һәм илдә яман шешкә операция яһаған беренсе практик хирург-проктолог тип танылған. Уның күп һанлы ғилми мәҡәләләре алдынғы медицина журналдарында баҫылып сыға. Абруйлы табип Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара симпозиумдарҙа, ғилми конференцияларҙа йыш сығыш яһай. Төркиәлә ул халыҡ-ара конгреста сығыш яһап, ауыл ерендә хоспис ойоштороу тураһында доклад тәҡдим итә.

1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Ишмырҙа Хәйернур улы Әбйәлил районына ҡайта. Бында ул үҙәк район дауаханаһында табип-консультант булып эшләй һәм параллель рәүештә республикала беренсе хосписты төҙөй, ул 2000 йыл аҙағында Салауат ауылында асыла.

Ишмырҙа Һиҙиәтов киң ҡоласлы йәмәғәт эше алып бара, дүрт йыл дауамында Әбйәлил районында Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиленең ярҙамсыһы булып тора. Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайланған. Уның фиҙакәр хеҙмәте Почет ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм башҡа наградалар менән билдәләнгән. 2001 йылда Ишмырҙа Хәйернур улы Әбйәлил районының «Йыл кешеһе» тип танылған. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Табиптың фиҙакәрлеге һәм һөнәри бурысына хеҙмәт тоғролоғо тураһында әле лә легендалар һөйләйҙәр. Тәүге сиратта, доктор Һиҙиәтовтың Әбйәлил районының Салауат ауылында хоспис төҙөүе үҙе батырлыҡҡа тиң.

Ишмырҙа Хәйернур улы 2003 йылдың 9 февралендә 70 йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булған һәм тыуған ауылында ерләнгән. Ул һуңғы көндәренә тиклем эшләй. Кешеләр уның тураһында йылы һәм яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. 2011 йылдан Әбйәлил районында доктор Һиҙиәтов иҫтәлегенә арналған саңғы ярыштары үткәрелә. 2019 йылда хоспис бинаһы алдында уға һәйкәл ҡуйылған. И.Х. Һиҙиәтовтың ҡатыны Венера Фәрит ҡыҙы ла Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған, оҙаҡ йылдар баш ҡала дауаханаларында эшләгән, аллергология үҙәген етәкләгән.

Һиҙиәтовтарҙың балалары Илдар, Гөлнур һәм Гөлнәзирә лә ата-әсәләһе юлынан барып, медицина тармағын һайлаған, ейәндәре лә – медицина хеҙмәткәрҙәре.

Уртаҡлашыу