|
![]() Ҡоролтай тауышы
Халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәгеОшо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт
телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы тәҡдиме буйынса Башҡарма
комитеттың киңәйтелгән ултырышы үтте, сара Башҡортостан Яҙыусылар союзының
ремонттан һуң күптән түгел асылған бинаһында ойошторолдо.
– Бөгөнгө сараның Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайы ойошторолоуының 30 йыллығын билдәләгән осорҙа уҙыуы, Яҙыусылар
союзының ремонттан һуң тулыһынса яңырған бинаһында үткән тәүге сараның башҡорт
халҡының төп әҫәре – “Урал батыр” эпосына арналыуы, һис шикһеҙ, символик
мәғәнәгә эйә, – тине Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, сараны
асып.
Башҡарма комитет ултырышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы,
Башҡарма комитеты ағзалары, «Урал батыр» эпосын анализлау, төрлө
методологик йүнәлештәрҙән өйрәнеүсе белгестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты,
эпосты өйрәнеү, һаҡлау, таратыу мәсьәләләрен күтәрҙе, тәҡдимдәре менән
таныштырҙы.
Ғалим-филолог, драматург,
прозаик Шәүрә Шәкүрова «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы тексын яҙып
алыу һәм баҫтырыу тарихы миҫалында республикала фольклор фәнен үҫтереү өсөн
нимә эшләргә кәрәк һәм фольклор әҫәрҙәрен заманса мәҙәниәт менән тулыһынса
үҙләштереү өсөн ниндәй аҙымдар мөһим булғанлығы хаҡында әйтеп үтте. Унан тарихи
әҫәрҙәр нигеҙендә сәхнәләштерелгән тамашаларға халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы аҙ булыуы
йәһәтенән фекерен белдерҙе, тәҡдимдәрен еткерҙе.
— Фольклористиканы үҫтереүҙең төп шарты тип фәнни кадрҙар әҙерләү (Рәсәй Фәндәр академияһының А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһы һәм докторантураһы) һәм башҡорт фольклорының заман талаптарына яуап биргән уртаҡ архивын булдырыу, шул иҫәптән цифрлы платформалар нигеҙендә (ә төрлө архивтарҙа һаҡланған уникаль фольклор коллекцияларын һаҡлау өсөн техник хеҙмәткәрҙәр һәм финанслау кәрәк) мәсьәләләрен иҫәпләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн төрлө йүнәлешле фәнни, мәҙәни ойошмаларҙың йыһазландырылған ғилми архивтары юҡ. Унан тыш, фәнни экспедицияларҙы республика кимәлендә финанслау, фольклор материалдарын һәм тикшеренеүҙәрен баҫтырып сығарыу, уларҙың тәү сиратта башҡорт фольклорын өйрәнеүселәр өсөн асыҡ булыуы мөһим.
Кино һәм театр өлкәһендәге мәҙәни продукттарҙы үҫтереү сараларына килгәндә, фәҡәт профессиональ сценарий яҙыусыларҙы һәм режиссерҙарҙы финансларға, әҙер сценарий, пьесаға ғына аҡса бүлергә, әҫәрҙәргә алдан заказ бирергә тәҡдим итер инем. Юғиһә, был сифатта бик ныҡ сағыла. Шул уҡ ваҡытта, театрҙар тамашасы менән дә эшләргә тейеш: махсус күрһәтеүҙәр, башҡорт мәҙәниәте өсөн әһәмиәтле әҫәрҙәр тураһында фекер алышыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә өрлө бәйге-викториналар ойошторорға кәрәк, — тип билдәләне Шәүрә Рәшит ҡыҙы. «Урал батыр мәктәбе» проектының үҙенсәлектәре менән «Аҡ тирмә» милли — мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова таныштырҙы. — Эпостың йәш быуынды тәрбиәләүҙә генә түгел, ә халыҡҡа йәшәйеш йүнәлеше биреүҙә лә әһәмиәте ҙур. Шуны иҫәптә тотоп, 2020 йылда «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге «Урал батыр мәктәбе» исемле проект тәҡдим иткәйне. Бөгөн проект 30-ҙан ашыу мәктәптә һәм балалар баҡсаһында әүҙем ҡулланыла. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, йыл һайын уҡыу учреждениелары уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре өсөн семинарҙар ойошторола. Бындай семинарҙар Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Йылайыр райондарында, Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында үтте. Проект уҡытыусылар һәм балалар тарафынан йылы ҡабул ителә. Уның менән, шулай уҡ, Балтас, Бүздәк райондары ҡыҙыҡһынып, мөрәжәғәт итте. "Урал батыр мәктәбе"ндә тәрбиә процесы ун йүнәлештә ойошторола. Йәш быуынға экологик тәрбиә биреү; миһырбанлылыҡ төплө белем алырға ынтылыш сифаттарын үҫтереү; төрлө насар ғәҙәттәргә ылыҡмау; ололарҙы ололай, кеселәргә кәңәшсе була белеү; халҡыңа, илеңә, тыуған ереңә тоғро булыу кеүек бик кәрәкле һыҙаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән ул. Әйтергә кәрәк, халыҡ ижадына, эпостарға, халыҡ педагогикаһына мөрәжәғәт итеүсе бер беҙ генә түгел. Яҡутстанда, Төнъяҡ Осетия-Алания, Коми, Тыва Республикаларында был мәсьәләгә иғтибар ҙур, — тип билдәләне Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
Сарала ғалим-этнолог, юрист, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев та ҡатнашты. Билдәле булыуынса белгес "Урал батыр"эпосында башҡорттарҙың Исламға тиклемге космогоник ҡараштарының сағылышын төплө өйрәнгән. — Космогония — теге йәки был күренештең нисек, кем тарафынан, ҡасан,
ниндәй юл менән барлыҡҡа килгәнен аңлатҡан фән. Миф мотлаҡ төшөндөрөү менән
бәйле булырға тейеш. Әгәр беҙ уны аңламайбыҙ икән, был йәһәттән эш алып
барылмай тигән һүҙ түгел. Тимәк, хәҙерге заман кешеһе боронғо менән бәйләнеште
юғалтҡан, шуға мифологик әҫәр тураһында бөгөнгө белеменән, юғарылығынан
сығып фекер йөрөтә. Һөҙөмтәлә төп айышына төшөнә алмай. Ошоға бәйле, "Урал
батыр«ҙы күпме генә уҡыһаҡ та, мифологияны махсус өйрәнмәй тороп, эпос
юлдарына йәшерелгән фекерҙе бер ҡасан да дөрөҫ аңламаясаҡбыҙ. Әлегә иһә беҙҙә
был фәнде төплө үҙләштергән ғалимдар юҡ тиергә мөмкин.
Ҙур күләмле, космогоник йөкмәткеле эпос — халыҡтың донъяуи ҡараштары сағылышы апофеозы, тип әйтергә мөмкин. Боронғо замандарҙа уҡ формалашҡан халыҡтарҙың төрлө ырыу-ҡәбиләнән тороуына ҡарамаҫтан, космогоник ҡараш берәү генә була. Ни өсөн тигәндә, дөйөм халыҡ булып нығынған икән, уның эсендәге ырыу-ҡәбиләләр барыһы бер ҡалыпҡа яраҡлашырға, үҙҙәренең элекке ҡараштарын юғарыраҡ яңы социаль кимәлгә күтәрергә мәжбүр була. Был — бөтөн донъяла таралған универсаль күренеш. Шуға күрә башҡорт тигән халыҡ формалашҡан икән, уның эсендәге төрлө эреле-ваҡлы ырыуҙарҙың донъяуи ҡараштары ла бер ҡалыпҡа яраҡлаштырылған. «Урал батыр» эпосы иһә — донъяның һәм башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүен, ошо донъяла башҡорттоң урынын билдәләгән төп әҫәр. Рухи мираҫыбыҙға ҡарата һаҡсыл булайыҡ, ҡиммәтле ҡомартҡыларыбыҙҙы өйрәнәйек, донъяға танытайыҡ, — ти Закирйән Ғәлимйән улы. Драматург, журналист, тәржемәсе, яҙыусы Сәрүәр Сурина «Урал батыр» эпосы үлемһеҙлек, яҡшылыҡтың яуызлыҡ өҫтөнән тантана итеүе, ғәҙеллек һәм тәбиғәт ҡиммәттәре сағылған башҡорт фольклорының иң боронғо әҫәре тип, тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды, әҫәрҙең һәр замандағы көнүҙәклеген билдәләне. Белеүебеҙсә, Сәрүәр Рәшит ҡыҙы эпос буйынса бихисап телетапшырыуҙар эшләгән, унан тыш ул «Урал батыр» эпосын башҡарыусы балаларҙың республика конкурсы тарихын анализлаған шәхес. «Башҡорт мифтарының башланғыс мотивтарын туплаған эпик әҫәр булараҡ, эпос һәр саҡ яңы фәнни асыштар яһарға форсат бирә», — тип билдәләй белгес.
Фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева үҙ сығышында «Урал батыр» — халҡыбыҙҙың үҙенсәлеген, мәҙәни кимәлен сағылдырған төп эпосы, тип әйтеп үтте, уны рухи мираҫ булараҡ һаҡлау, популярлаштырыу мәсьәләләренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина туҡталды. — Тәүге сиратта,
мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Урал батыр» эпосын өйрәнеү буйынса
белем биреү программаһын, дидактик материалдар булдырыу зарур. «Урал
батыр» эпосына нигеҙләнгән йолаларҙа балалар өсөн «яҡшылыҡ»
һәм «яуызлыҡ» төшөнсәләренең тәрәнлеге геройҙар миҫалында
асыла.
«Урал батыр» буйынса методологик
аңлатмалар кәрәк. Абруйлы ғалимә, «Урал батыр» эпосы буйынса фекерҙәрен еткерә килгән Фәнүзә Нәҙершина әйтеүенсә, беҙгә эпос буйынса
энциклопедия, уның редколлегияһын төҙөү мөһим. Һөйләшеүҙә билдәле рәссамдар Салауат Ғиләзетдинов, Азамат Ғарипов, Артур Василов ҡатнашты, эпосты төрлө йүнәлештәрҙә һүрәтләү йәһәтенән фекерҙәрен белдерҙе. Белгес фекере
Ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнүзә НӘҘЕРШИНА: – Һуңғы йылдарҙа “Урал батыр” эпосын өйрәнеү, һаҡлау һәм пропагандалау буйынса бик күп эштәр эшләнде, эшләнмәгәндәре лә аҙ түгел. Минең уйлауымса, уларҙы тормошҡа ашырыу тәңгәлендә көнүҙәк бурыстар иҫәбенә индерерлектәре лә бар. Шуларҙың бер нисәһен атап үтәм: 1. ”Урал батыр” эпосына бағышланған энциклопедия әҙерләп, яҙма һәм электрон ысулы менән донъяға сығарыу. Был идея фольклор белгестәре араһында идея булараҡ, байтаҡтан бирле телгә алына килде, әммә уны рәсмиләштереү мөмкинселеге булмағандыр, моғайын (объектив сәбәптәр арҡаһында). Бөгөн дә энциклопедия булдырыу мәсьәләһе еңелдән түгел, әммә ул – көнүҙәк. Рухиәтебеҙ нигеҙендә был бөйөк ҡомартҡыға ҡағылышлы мәғлүмәттәр тупланмаһының ташҡа баҫылыуы, халыҡтың киләсәген ҡайғыртыу йүнәлешендә атҡарылған изге эштәрҙең иң изгеһе булыр ине, сөнки “Урал батыр” ҡобайыр-эпосы дөйөм кешелек донъяһы әһәмиәтендәге проблемаларҙы, мәңгелек төшөнсәләрҙе юғары сәнғәт кимәлдә яҡтыртыусы эпос. Иң ҡыуандырғаны – энциклопедия әҙерләү эштәрен башлау өсөн хәҙер фактик материалдар даирәһенең ярайһы уҡ киңәйеүе (фольклор текстары, ғилми баҫмалар һәм башҡалар). Улар менән эшләү методикаһы буйынса ыңғай тәжрибә лә тупланды. Былай тигәндә мин “Салауат Юлаев” (2004), “Башҡортостан халыҡтарының фольклоры (2020) энциклопедияларының нәшер ителеүен күҙ уңында тотам. Уларҙы әҙерләүгә “Башҡортостан энциклопедияһы” етәкселеге тарафынан фәндең төрлө өлкәләрендә эшләүсе билдәле белгестәр, юғары уҡыу йорттары, академик институттар ҙа ғилми тикшеренеүҙәр алып барған күренекле ғалимдар, шул иҫәптән Рәсәй фәндәр академияһына ҡараған беҙҙең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары ылыҡтырылды. 2. ”Урал батыр” образын мәңгеләштереү йәһәтенән бик мөһим башланған эштәрҙе әүҙемләштереү мәсьәләһе, шулай уҡ, сәнғәт өлкәһе өсөн көнүҙәк (һәйкәлдәр, театрҙар эшмәкәрлеге һ.б.) 3. Мәктәп йәшендәге балалар өсөн адаптацияланған фольклор йыйынтыҡтары тупланмаһын әҙерләүҙе планлаштырыу, кадрҙар коллективы булдырыу. Был эште Яҙыусылар союзы ойоштора алыр ине. Шуны ла иҫкә төшөрөп үтәйем: совет осоро фольклор ғилеменең формалашыуында яҙыусыларҙың роле ифрат ҙур булды. Ғабдулла Амантай, Афзал Таһиров, Ғәйнан Әмири, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбайҙарҙың исемдәрен фольклорсылар әле лә оло хөрмәт менән иҫкә алалар, тип уйлайым. Заман ҡатмарлы, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан республика етәкселеге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан рухи мәҙәниәтте үҫтереү, уның борондан килгән традицияларын тергеҙеү буйынса бихисап эштәр башҡарылды. Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле төҙөлөүе, "Китап - байрам" китап йәрминкәһе, “Урал батыр” эпосы көнөн булдырыу – былар үҙҙәре генә ни тора! Тарихи йәһәттән әһәмиәтле ҡарарҙар.
Милләтебеҙҙе һаҡлау, берҙәмлекте нығытыу йүнәлешендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәренең фиҙакәр хеҙмәте йәмәғәтселеккә күптән билдәле. Конгрестың VI съезында (2024) делегаттар тарафынан юғары баһа бирелеп, уларҙың яңы срокка һайланыуы аңлатма талап итмәй. |