VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

“Мин был ерҙе матурларға тыуҙым”

5 июнь, 12:02

«Мин был ерҙе матурларға тыуҙым
Һәм күрергә тыуҙым
Гүзәллектең күккә үрләүен», — тип яҙған шиғырҙарының береһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев. Уның тыуған ерендә был һүҙҙәр йөрәктән-йөрәккә күсә киләлер: йәнтөйәген йәмләп, гөл баҡсаһылай итеп тота Иҫке Күрҙем халҡы.

Тәтешле районының киң билдәле был ауылында кешеләр динлелеге менән көслө.

— Ә иман — илһөйәрлектең нигеҙе. Беҙҙең ата-бабалар элек-электән ошо ерҙәрҙе йәнеләй күргән, яратҡан, — ти тамырҙары ошо ауылдан булған мөслимә Сәүиә ханым Фәтихова. — Минең атай-әсәйем дә дини кешеләр ине. Совет осоронда ла хаҡ юлдан яҙмай, күңелдәре ҡушҡанса, Ислам әҙәптәрен тотоп йәшәргә тырыштылар. Атайым тәбиғәтебеҙ ҡомартҡылары өсөн йән атыр, һәр береһен һаҡларға өндәр ине. «Ошо шишмәбеҙҙе гелән тәрбиәләп кенә тороғоҙ, ҡыҙым. Онотолмаһын, ташландыҡ булып ятмаһын. Эргә-тирәһен тәртиптә тотоғоҙ», — тигәйне ул баҡыйлыҡҡа күсер сағында ла.

Хәҙрәт шишмәһе хаҡында был һүҙҙәр. Атайымдың васыятына тоғро ҡалып, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында борсолорлоҡ хәлдәрҙе күреп, урындағы етәксегә керҙем. «Шишмәбеҙҙе, уның эргә-тирәһен күмәкләшеп таҙартып алайыҡ», — тип тәҡдим иттем. Етәксебеҙ шунда уҡ был һүҙҙәрҙе күтәреп алды, халыҡ менән һөйләшеүҙәр башланды. Ауылыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалы Мәғдән ағай Атнабаев (хәҙер инде мәрхүм, йәне Йәннәттә булһын!) иң беренселәрҙән ярҙамға килеп, эште үҙ өҫтөнә алды. Изге саҡырыуға ҡолаҡ һалып, Иҫке Күрҙем халҡы шишмәне таҙартыу өмәһенә дәррәү сыҡты. Һөйләшеү апрелдә булғайны, майҙың 14-ендә эште теүәлләп тә ҡуйҙыҡ. Шул көндә ауылдаштар менән бергә ҙур байрам үткәрҙек, имамыбыҙ күркәм вәғәздәр һөйләне.

Ошо ваҡыттан алып Иҫке Күрҙем халҡы йыл да шишмәне, уның эргә-тирәһен таҙарта. Был ғәмәл матур йолаға әүерелгән.

— Тәүҙә күберәк оло йәштәгеләр йөрөй ине. Артабан йәштәр ҙә ҡушыла барҙы, балаларҙы ла яйлап йәлеп иттек, — ти Сәүиә Балағотдин ҡыҙы. — Сара киңәйгәндән-киңәйҙе, унда эргә-тирәләге ауылдарҙан, тора-бара тотош райондан килә башланылар. Етәкселек тә иғтибар итте. Өмәлә ҡатнашыу, аҙаҡ табында имамдың вәғәздәрен, нәсихәттәрен тыңлау — тик яҡшылыҡҡа өндәгән ҙур тәрбиә ысулы бит.

Хәҙрәт шишмәһенең эргә-тирәһе хәҙер шундай матур итеп төҙөкләндерелгән, ауылдың айырым бер күркенә, һоҡланып туймаҫлыҡ йәмле урынына әйләнгән. Халыҡ бында көн дә килеп, илаһилыҡ бөркөлөп торған һуҡмаҡтарҙан үтеп, шишмә һыуын эсеп, күңеленә илһам, рух өҫтәй, ләззәтләнеп ял итә.

— Заманында бергәләп башлаған эшебеҙҙең емештәрен татыйбыҙ бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, — ти Сәүиә ханым. — Хәҙер май айындағы байрам да киңерәк үткәрелә. Уны «Сөхбәт йыйыны» тип атап, бай йөкмәткеле программа төҙөп уҙғарабыҙ. Йыл да ике ҡорбанлыҡ та салына.

Быйыл да Сөхбәт йыйынын ҙур байрам итеп үткәрҙе Иҫке Күрҙем халҡы. Унда тәтешлеләр генә түгел, төрлө райондарҙан, ҡалаларҙан, шул иҫәптән Өфөнән бихисап кеше килде. Шағир Рафаэль Сафин әйтмешләй, әлеге "тәбиғәттең кәләш кенә сағы«на илаһилыҡ өҫтәп, Хәҙрәт шишмәһе сылтыр-сылтыр аға, шифалы һыуы менән һәр кемдең танһығын ҡандыра. Йәм-йәшел биләмә матур итеп таҙартылған, яҙғы сәскәләргә күмелгән.

Йыйынға килгән халыҡ тәүҙә дини остаздарҙың, ауыл аҡһаҡалдарының күп быуаттар дауамында тупланған рухи ҡиммәттәребеҙгә, йолаларыбыҙға нигеҙләнгән нәсихәттәрен, вәғәздәрен, аҡыллы хикмәттәрен тыңланы. Уларҙың һәр һүҙе тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инеп, иманға, яҡшылыҡҡа ынтылышты нығытты, тыуған ергә һөйөү тойғоһон көсәйтте. Йылы аралашыу ауыл әүҙемселәренең, дин дәрестәренә йөрөгән балаларҙың сығыштары менән бергә үрелеп барҙы.

Аҙаҡ барса халыҡ мул табын янына йыйылды. Йылдағыса, оло йыйын өсөн ике ҡорбанлыҡ салынғайны, уға өҫтәп, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары төрлө ризыҡтан һығылып торған өҫтәл әҙерләгән. Өлкәндәрҙең дини нәсихәттәре, вәғәздәре табын янында ла дауам итте. «Ошо һүҙҙәр тормош юлығыҙҙа маяҡ булһын ине. Улар күңелегеҙгә көс, иртәгәһе көнгә ышаныс өҫтәһен, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын» тигән теләктәр еткерелде йәш быуынға.

Шишмәне таҙартыу эшен ойоштороусыларҙың береһе — мөслимә Сәүиә Фәтихова фекеренсә, балаларҙы ошолай бәләкәйҙән дингә ылыҡтырыу кәрәк. Аҙаҡ уларға ла, үҙеңә лә еңел буласаҡ.

— Әйтеүемсә, минең атай-әсәйем Совет осоронда ла дин юлынан яҙмаған кешеләр ине, беҙҙе лә шундай өлгөлә тәрбиәләнеләр, — ти ул. — Үҙем 15 йәштән колхозда эшләнем. Хеҙмәт һәм иман — шундай булды беҙҙең тәрбиә нигеҙе. Үҙем бер ҡыҙға һәм өс улға әсәймен. Ирем хәҙер инде баҡыйлыҡта. Балаларыбыҙ барыһы ла дин юлында. Уларҙы бәләкәйҙән Ислам әҙәбе нигеҙендә тәрбиәләгәс, үҫмер, йәш саҡтарында ауыр булманы. Эсмә, тартма, ваҡытыңды бушҡа уҙғарма, тип тыйып тораһы юҡ, үҙҙәре барыһын белә, сөнки был һабаҡтар бәләкәйҙән күңелдәренә һалынған. 13e7 Бала саҡтан уҡ Ҡөрьән уҡынылар, хатта ғәрәп телен дә өйрәнделәр.

Сәүиә ханымдың ҡыҙы Рәсәй ислам университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, хәҙер Ҡыйғы районында ғаиләһе менән матур донъя көтә. Улдарының береһе — Ирек Фәтихов ошо уҡ юғары уҡыу йортонда белем алған. Тыуған районында имам-мөхтәсиб бурысын лайыҡлы атҡарған. Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиновтың фатихаһын алып, Тәтешлеләге Ҡоҙаш ауылында мәсет төҙөгән, мәҙрәсә асҡан. Әле шунда имам, өҫтәүенә фермерлыҡ менән дә шөғөлләнә.

— Дин тәрбиәһендә үҫкән балаларым, әл-хәмдү лил-ләһ, һөйөндөрөп кенә тора. Хаҡ юлға ынтылған йәмғиәтебеҙҙә лә, иншаллаһ, шулай булһын ине, — ти Сәүиә Балағотдин ҡыҙы. — Тормошобоҙҙоң, тирә-йүнебеҙҙең матурлығы — үҙебеҙҙән. Башҡалар шулай йәшәй, тип тикшермәйенсә, төрлө ғәйбәткә ваҡыт бүлмәйенсә, шәхси етешһеҙлектәребеҙҙе төҙәтергә, яныбыҙҙа гүзәллек тыуҙырырға ынтылып йәшәһәк ине. Шул саҡта донъябыҙ таҙараҡ, күңелебеҙ бөтөн буласаҡ. Беҙҙең Хәҙрәт шишмәһе биләмәһенең бөгөнгө торошо, унда йыл да үткәрелгән Сөхбәт йыйыны — әйткәндәремә дәлил.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Тәтешле районы.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу