VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Алтын көмбәҙҙәре нур сәсә

5 июнь, 11:32

Аҡ мәрмәрҙән һалынған, манараһының алтын көмбәҙҙәре әллә ҡайҙан балҡып күренеп, үҙенә саҡырып торған мөһабәт “Суфия” мәсете хаҡында ишетмәгән, уға барырға ашҡынмаған, матурлығына һоҡланмаған кеше һирәктер.

“Үҙебеҙҙә мәсет булһын ине”

Ул Стәрлетамаҡ районының ҙур булмаған Ҡантүк ауылында 2008 йылда асыла. “Үҙебеҙҙә мәсет төҙөлһөн ине. Юғиһә башҡа ауыл һәм ҡалаларҙың иман йорттарына йөрөргә мәжбүрбеҙ. Ғибәҙәтхана булһа, тормошобоҙға яңы һулыш өҫтәлер ине тигән өмөттәбеҙ”, – тип оло ышаныс менән, хатта үтенеп мөрәжәғәт иткән ауылдаштарының теләген шунда уҡ хуплап күтәреп ала билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, “Зенит-Ҡазан” волейбол клубы президенты Рәфҡәт Ҡантүков. Һөҙөмтәлә уның бағыусылыҡ ярҙамында һоҡланғыс мәсет ҡалҡып сыға. Иман йорто Рәфҡәт Әбделхәй улының әсәһе иҫтәлегенә “Суфия” тип атала.

Бәләкәй ауыл мәсетенең эсе лә, тышы ла, биләмәһе лә – ысын сәнғәт өлгөһө. Ҡантүктең генә түгел, тотош республикабыҙҙың биҙәге, ғорурланып күрһәтерлек урыны ул. Ысынлап та, бында төбәгебеҙ халҡы ла, донъяның төрлө ерҙәренән туристар ҙа күп килә. Уҡыусыларҙы экскурсияға йыш йөрөтәләр.

– Йәш быуын вәкилдәренең килеүе бигерәк тә ҡыуаныслы, – ти мәсет имам-хатибы ярҙамсыһы Алик Баһауетдинов. – Экскурсия мәлендә балаларҙың күҙҙәрендә осҡон балҡыуын, матурлыҡҡа һоҡланыуҙарын күреү – үҙе бәхет ул. Һәр береһенең дингә ҡағылышлы һорауҙарына ҙур теләк менән яуап бирәбеҙ. Ислам нигеҙҙәрен, әҙәп-ҡанундарын өйрәнеүгә ынтылышы ҙур йәш быуындың, әл-хәмдү лил-ләһ.

Алик Марат улы әйтеүенсә, 2008 йылдан алып әлегә ҡәҙәр “Суфия”ла бихисап сабыйға исем ҡуштырғандар, туғыҙ меңгә яҡын никах уҡылған. Мәсеттең ишеге һәр саҡ асыҡ – таңдан алып ҡояш байығанса кеше өҙөлмәй. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрендә, имам-хатиптың ярҙамсыһы әйткәнсә, баҫып торор урын ҡалмай – халыҡ ныҡ күп йыйыла.

Бағыусы – ауылдаштары

Мәсетте төҙөткән Рәфҡәт Әбделхәй улы, ауылдаштары әйтеүенсә, тыуған төйәгенә йыш ҡайтып тора. Иман йортона һәр ваҡыт инә, дини эшмәкәрлек барышы менән ҡыҙыҡһына, кәңәштәрен бирә. Ауылға башҡа йәһәттән дә даими ярҙам итә, бер мәсьәләгә ҡарата ла битараф түгел, шул иҫәптән рухиәткә лә. Мәҫәлән, күптән түгел тыуған төйәге, уның тарихы, уңған халҡы тураһындағы “Ҡантүк: йолаларҙы һаҡлап, киләсәк хаҡында уйланып” тигән китапты сығарыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Ауылға нигеҙ һалған Ҡантүковтар нәҫеленең осрашыуҙарында ихлас ҡатнаша, тамырҙарҙы, туғанлыҡ ептәрен һаҡларға саҡырып тора.

Берҙәмлектең, татыулыҡтың ҡәҙерен белгән, хеҙмәт династиялары менән дан тотҡан, бар яҡлап сәләмәт тормошҡа ынтылған Ҡантүк халҡы 2021/22 йылғы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңышлы һынау тотоп, “Бәләкәй тораҡ пункттар” номинацияһында өсөнсө урынды яулаған. Бирелгән аҡсаға балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы төҙөлгән. Ошо конкурс барышында ауыл халҡы көн дә тиерлек төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар уҙғарған. Шул иҫәптән Татарстандан килгән ҡунаҡтар менән осрашыу үткәргәндәр. Улар – күрше республиканың Милли музейы өлкән ғилми хеҙмәткәре Алһыу Хәйруллина, “Аяҙ” фирмаһы етәксеһе Роман Таратутин, инженеры Рөстәм Шариков, дизайнеры Максим Константинов – ауылдың “Суфия” мәсетендә булған, ифтар мәжлесендә ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарҙа беҙҙең “Айыҡ ауыл”, “Атайсал” проекттары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. “Был изге башланғыстар халыҡ араһында берҙәмлекте, рухты нығыта, яҡшы йәшәүгә ынтылышты көсәйтә, – тигән күршеләребеҙ. – “Айыҡ ауыл”ды үҙебеҙҙә лә үткәрә башларға теләйбеҙ”.

Шулай төбәктәр араһында дуҫлыҡты нығытыуға ла өлөш индерә Ҡантүк халҡы. Имам-хатип ярҙамсыһы Алик Баһауетдинов әйтеүенсә, ошондай ыңғай бәйләнештәр булдырыуҙа “Суфия” мәсетенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. “Барыһы ла – Аллаһ Тәғәләнән. Ул беҙгә ошондай ныҡлы нигеҙле, күркәм ғибәҙәтхана бирҙе. Иман йорто киләсәк быуындарыбыҙҙы ла хаҡ юлға әйҙәп, оҙаҡ йылдар эшләһен, иншаллаһ. Ошондай маҡсатта балаларҙы дини сараларҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ – әле үк күреп, белеп, яҡшы менән яманды айырырға өйрәнеп үҫһендәр. Халҡы өсөн шул ҡәҙәр ҙур эш атҡарған Рәфҡәт Әбделхәй улы Ҡантүков кеүек илһөйәрҙәр – йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло терәк-таяныс, һоҡланғыс өлгө”, – ти Алик Баһауетдинов.

Фотоларҙа: 1. “Суфия” мәсете алыҫтан балҡып күренә. 2. Иман йорто эргәһендә – яу ҡаһармандары иҫтәлегенә обелиск. 3. Мәсеттең эсенән күренештәр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Стәрлетамаҡ районы.

Дилбәр Ишморатова.


Уртаҡлашыу