VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

“Һәр мосолман ҡәлбенә Байрам ҡошо ҡунған бөгөн”

5 июнь, 11:16

Ҡорбан ғәйете — мосолман халҡы өсөн иң оло байрамдарҙың береһе. Ул бөгөндән башланып, өс көн дауам итә. Барыһында ла ҡорбан салырға мөмкин. Оло ғәйет менән, хөрмәтле милләттәштәребеҙ, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ!

«Аллаһ миңә малай бүләк итһә...»

Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым!

Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн;

Һәр мосолман ҡәлбенә

Байрам ҡошо ҡунған бөгөн.

Һайрай ул ҡош: «Аллаһ әкбәр,

Аллаһ әкбәр!» — тип ҡуя.

«Һөй, мосолман, байрамыңды —

Аллаһ яҡлар!» — тип ҡуя.

Шәйехзада Бабич үҙенең «Ғәйет Ҡорбан» шиғырында изге ғәйеттәге хис-тойғоно тулыһынса әйтеп бирә. Был көндәр, ысынлап та, йөрәктәргә байрам ҡошо ҡундыр­ғандай.

«Ҡорбан» һүҙе яҡын булыу тигән төшөнсәне бирә, йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу. Ҡор­бан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Мәғлүм булыуынса, был ғәмәлде иң беренсе Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡар­ғанлыҡтан, ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға.

Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләй­һис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. «Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын», — тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғә­лә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. «Эй, улым, — ти. — Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен». Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. «Аллаһтың бойороғон үтә», — ти, ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғибәҙәт дауам итә.

Булғанды әрәм итеү — гонаһ

Ҡорбандың бер нисә төрө бар. Мәҫәлән, важиб тип аталғаны ғәйет мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, «Шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын» тип әйткәндәрҙе йыш ишетәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был «нәҙер ҡорбаны» тип атала. Уны салдырған кешегә итте ашарға ярамай. Өҫтәүенә «шөкөр ҡорбаны» була. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле.

Ҡорбанлыҡҡа килгәндә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр — етәүгә.

Малды ҡайҙан алырға? Борон, һәр кем үҙе күпләп мал тәрбиәләгән саҡта, бындай мәсьәлә бөтөнләй булмаған. Ә яңы быуат башында ҡорбанлыҡ өсөн һарыҡ табыу бер аҙ ауырлыҡтар тыуҙыра. Әммә, әл-хәмдү лил-ләһ, хәҙер мал аҫраған фермерҙар күп, шәхси хужалығында ҡуй үрсетеүселәр ҙә арта. Ҡорбанлыҡты уларҙан һатып алырға мөмкин. Мал уртаса һимеҙлектә, етеш­һеҙ­лектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш.

Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙап­ламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе — үҙең һәм ғаиләң өсөн, икен­сеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалды­рыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алма­ғандарға, өлкән йәш­тәгеләргә, мохтаж­дарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була.

Ҡорбанлыҡ иттең ҡайһы ере эләкһә лә, бер генә ҡабымы насип булған хәлдә лә, шөкөр итергә тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр ниғ­мәтте риза булып алыу зарур.
Борон ҡорбанлыҡтың бөтә өлөштәре лә эшкәртелгән. Бөгөн иһә ҡайһы саҡта әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыуға юл ҡуйырға ярамай. Булғанды әрәм итеү — гонаһ.

Хажиҙарыбыҙ халҡына хеҙмәт итһен

Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдыра ҡорбан салыу. Изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан са& 1497 amp;shy;лыу­ҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, бала­ла­рыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта. Изге ғәйет көндәрендә игелектәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәрхәмәт, килер көндәргә ышаныс арта. Мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туған­дар, яҡындар менән күрешеү үҙ сиратында тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә.

Мәғлүм булыуын­са, әлеге зөлхизә айы — хаж ҡы­лыу мәле лә. Был ғәмәл — Исламдың бишен­се терәге. Аллаһ Тәғәлә уны үтәргә бо­йор­ған икән, тимәк, нигеҙендә бөйөк хикмәт ята. Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Раббыбыҙҙың рәхмәтенә өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше, гүйә, яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайт­ҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһе­нә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итеп, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтһен, иншаллаһ.

«Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ», — тип өйрәтә динебеҙ. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәт­лелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын. Мәсеттәргә халыҡ эркелеп килһен, һәр ауыл-ҡала аҙан тауыштарына күмелһен. Аллаһ Тә­ғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс торһон.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу