|
![]() Яңылыҡтар
Берҙәмлек, хеҙмәт һөйөү, яуаплылыҡЙыл һайын республикала гөрләп үткән “Айыҡ ауыл” конкурсы үҙ алдына тыныс ҡына йәшәп ятҡан бәләкәй ауылдарҙы ла, йәшен-ҡартын да ҡуҙғытып ебәрҙе. Хәҙер ауыл биләмәләре унда ҡатнашыу өсөн айыҡ тормошто пропагандалау менән бергә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙыра, халыҡ йолаларын тергеҙеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса әүҙемлектәрен арттыра. Был йәһәттән Тәтешле районы күптәргә өлгө булырлыҡ. Бер нисә йыл рәттән еңеүселәр рәтендә булып, отоп алған средстволарға тораҡтарын төҙөкләндерҙе. Мәҫәлән, Сорғолдо ауылы “Урта тораҡ пункттары” номинацияһында “бронза” призеры булып, спорт майҙаны төҙөнө. Иҫке Күрҙем “Эре тораҡ пункттары” номинацияһында икенсе урынды яулап, “Хәҙрәт шишмәһе”н тәртипкә килтерҙе. Ә 2021 йылда Түбәнге Балтас ауылы эре тораҡ пункттары араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Хәҙер уларҙың бына тигән балалар һәм спорт майҙансыҡтары бар. 2020 йылда Шулған халҡы ҙур шатлыҡ кисерҙе – өсөнсө урынды яулап, балалар майҙансығы төҙөнө. Быйыл да конкурстың муниципаль этабында күп ауылдар әүҙем ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 199 ғына кеше йәшәгән Бәләкәй Бәлзүгә ауылы халҡы республика кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнаған удмурт ҡатын-ҡыҙҙары клубы етәксеһе Светлана Сабанчина әйтеүенсә, айыҡлыҡ бында – тормош нормаһы. – Минең хәтерләүемсә, Бәлзүгәлә бер ҡасан да имен булмаған, эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләр булманы. Берҙәм, хеҙмәт һөйөүсән, яуаплы кешеләр йәшәне. Беҙҙә айыҡлыҡҡа саҡырған плакат та, лозунгылар ҙа юҡ. Бының ысынлап та шулай икәнен иҫбатлау өсөн конкурста ҡатнашырға булдыҡ та инде. Хатта беҙҙә йыйылыу, саралар үткәреү өсөн клуб та, эште ойоштороусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә юҡ, әммә Бәлзүгә йырлап, бейеп йәшәй, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, – ти Светлана Минзарип ҡыҙы. Бына беҙ ошо бәләкәй генә, әммә дәртле, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмай ҡәҙерләп һаҡлаған халыҡ йәшәгән ауылда. Милли кейемдәрҙә, удмурт халҡының күңелле йырҙары, гармун менән ҡаршылаған ауылдаштарҙы күреп, бер аҙға аптырашта ла ҡалдыҡ. Тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән “Ошмес” фольклор ансамбле ағзалары булып сыҡты улар. “Клуб булмауы йыр-моң һөйөүселәргә ҡамасау түгел, балалар баҡсаһында, йә булмаһа, беребеҙҙең йортонда йыйылабыҙ, хатта киоск эсендә бейеү ойошторғаныбыҙ бар”, – тип көлөшә ҡатын-ҡыҙҙар. Бөгөн улар танышыбыҙ Сабанчиндарҙың иркен йорттарында үҙешмәкәрлекте йәйелдергән. Йорт хужаһы Александр Иванович мәктәптә физкультура дәрестәрен алып бара, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Светлана Минзарип ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар Бигәнәй мәктәбендә эшләгән, әле хаҡлы ялда. Балаларының өсөһө лә атай йортонан осоп сығып, хәҙер үҙаллы йәшәй. Һигеҙ ейәненең килеүен көтөп, умартасылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп, халыҡтың буш ваҡыттарын йөкмәткеле ойоштороуға өлөштәрен индереп, тормоштан йәм табып йәшәй Сабанчиндар. Ветерандар ауылда яҡташтары, билдәле рәссам Мендык Ғариповтың буш, ябыҡ торған йортон тәртипкә килтереү уйы менән йәшәй. “Берҙәмлек, айыҡ аҡыл һәм уңғанлыҡ менән тау аҡтарырға була. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған йүгереү ярышында, районда беренселәрҙән булып, тотош ауылыбыҙ менән ҡатнаштыҡ, һәр аҙымыбыҙ – батырҙарыбыҙға ҡарата рәхмәт һүҙе, ихтирам билдәһе. Биш километрлыҡ трассаны, илһөйәрлек һәм рухи көстө эшкә егеп, бик еңел үттек. Ололар ҙа спорт мастерлығына кандидат Э. Набиоков һәм йәш быуын вәкилдәре менән бер рәттән ярышты. Спорт майҙанында уларҙы митингта ҡатнашыусылар алҡышлап ҡаршы алды. Еңел атлетика ярышы башҡалар өсөн өлгө лә, хәтер символы ла, илебеҙҙе яҡлаған һәр геройға хөрмәт тә ул. Ауылдаштар араһында берҙәмлек булмаһа, бәләкәй генә ауылыбыҙ менән финалда 53 ауыл ҡатнашҡан республика кимәлендәге бәйгелә сығыш яһарға баҙнат итмәгән дә булыр инек. Башҡа райондарҙың 13 бәләкәй ауылы араһында лайыҡлы сығыш яһаныҡ. “Айыҡ ауыл” бәйгеһе бер усҡа тупланыуҙа ҙур этәргес булды”,– ти хеҙмәт ветераны Светлана Сабанчина. “Бәләкәй ауылдар” номинацияһында тәүге урындарҙы яуламаһалар ҙа, бәлзүгәләр махсус призға – аҡсалата сертификатҡа һәм шифаханаға ике путевкаға лайыҡ булды. Улар өсөн сәләмәт тормош – йәшәү принцибы, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә алға табан барыу өсөн көс сығанағы. “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында ҡатнашып, ауылдаштар төрлө ағастарҙан аллеяға нигеҙ һалды. Бәләкәй генә ауылдарын республикала иң йәмлеһе, йәшәү өсөн иң ҡулайлыһы, йыр-моңға ифрат бай төйәк итеп күргеһе килгән бәлгүзәләр ныҡышмаллыҡҡа сағыу бер миҫал ул. Удмурттарҙың үҙҙәренә генә хас байрам һәм уйындары бар. Шуларҙың береһе – “Резина калоштарҙың тыуған көнө”. Эңер төшкәс, ҡатын-ҡыҙ “Жыт куспын” (“Кис менән”) тип аталған аулаҡҡа йыйыла. Сағыу милли кейемдәрҙәге аҫыл зат вәкилдәре халыҡ уйындарында ҡатнаша, йомаҡ ҡоя, йырлай, бейей. “Бындай күңелле аралашыуҙар эш көнөнән һуң беҙгә көс бирә”, – ти ҡатындар. Уларҙың: “Ниндәй генә ҡупшы аяҡ кейемдәре, бейек үксәле туфлиҙар, модалы босоножкалар, кроссовкалар уйлап тапмаһындар, дизайнерҙар ниндәй генә үҙгәрештәр индермәһен, ауыл халҡы өсөн әлегә калоштан да уңайлыраҡ, яҡшыраҡ аяҡ кейеме юҡ”, – тиеүҙәре менән ризалашмай булмай. Бәләкәй Бәлзүгә ауылы Удмуртияның Шаркан районындағы Иҫке Быги ауылы менән дуҫлыҡ, теләктәшлек күперҙәрен төҙөгән. Улар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, йәшәйештәре менән таныша, алмаш концерттар ҡуя. Аралар байтаҡ булһа ла, уларҙы туғанлыҡ, аралашыу тойғолары яҡынайта. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, көн һайын ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған яҡташтарын – улдарын, ирҙәрен, ағай-ҡустыларын да онотмай ауылдаштар. Гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнаша, аҙыҡ-түлек әҙерләй, кәбеҫтә тоҙлай, туҡмас ҡырҡа... Клуб булмауына уфтанмай, бер нимәгә лә зарланмай, иҫке бина алдында төрлө саралар үткәрә, сәй табындары әҙерләй, милли йолалар үткәрә. “Ауылыбыҙ төҙөк, юлдар яҡшы, фельдшер бар. Һәр ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип. Бары сәләмәтлек кенә булһын. Ололарға тағы ни кәрәк? Бары күңел тыныслығы”, – ти хеҙмәт ветерандары. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Тәтешле районы. |