|
![]() Яңылыҡтар
«Урал батыр» эпосы көнө булдырылды30 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Урал-батыр» эпосы көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул йыл да 8 июндә билдәләнәсәк. «Китап байрамы» III халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, «Урал батыр» эпосы көнөн булдырыу тураһындағы ҡарар әҙәби әҫәрҙе башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы һәм рухи терәге итеп таныу нигеҙендә ҡабул ителгән. – «Урал батыр» – беҙҙең халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәге. Мәшһүр эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөнә әүереләсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. |