VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Милли асылды һаҡларға ынтылып

6 май, 13:32

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында йәшәгән Ғәлимовтар - батыр көрәшселәр, ат сабыштарында әүҙем ҡатнашыусылар, милли һәм спорт уйындарын үҫтереүсе илһөйәр ғаиләләрҙең береһе. Мауыҡтырғыс шөғөлдәре, рухи көсө һәм ярыш сәме ҡолас еткеһеҙ берҙәм ғаиләнең ныҡышмалылығына нисек һоҡланмайһың! Был күркәм ғаиләлә дүрт бала үҫә, оло улдары Иҙел – 8-се, Дим 6-сы класта уҡый. Ҡыҙҙары Виленаға алты йәш. Элина – төпсөк ҡыҙҙары. Әсәләре Гөлназ әле уның менән декрет ялында.

Быйыл кесе улдары Дим ата-әсәгә, туғандарына, ауылдаштарына ғына түгел, бөтә республика халҡына дан, ҡыуаныс һәм танылыу килтерҙе. Февраль айында Борайҙа көрәш буйынса үткән республика беренселеге республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған йәш спортсыларҙы берләштерҙе. Спорт һәм илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған ғәжәп матур ваҡиға булды ул. Хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәр иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналыуы ярышты ойоштороусыларға ла, спортсыларға ла ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте. Республикабыҙҙың ете ҡалаһынан һәм 23 районынан 350-гә яҡын йәш спортсы келәмгә сығып, үҙҙәренең таһыллығын, һәләтен күрһәтте. Ауырғазы көрәшселәре һынатманы, уңыштары менән тренерҙарын ғына түгел, бөтә район халҡын ҡыуандырҙы. Һөҙөмтә яҡшы: Дим Ғәлимов һәм Нурислам Сатлыков көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге чемпиондары исемен яуланы. Ә Вилдан Иҙрисов һәм Айтуған Назаров призлы урындарға лайыҡ булды. Шулай итеп, Дим менән Нурислам республиканың йыйылма командаһы составында Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Бер яҡтан, тренер Булат Ильясов өсөн йәш спортсыларҙың уңышҡа өлгәшеүе, Рәсәй кимәленә сығыуы әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ булһа, икенсе яҡтан, уның тағы ҙурыраҡ бурыстар һәм артылыштар талап итәсәге көн кеүек асыҡ. Грамоталар, миҙалдар, приздар һәм кубоктар артында ниндәй ҙур көсөргәнешле хеҙмәт ятыуын тренер ғына яҡшы аңлай һәм белә торғандыр.

Ҡазанда милли көрәш буйынса уҙған Рәсәй беренселегендә Ауырғазы спортсылары, бөтә тәжрибәһен, оҫталығын, таһыллығын эшкә егеп, бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Илебеҙҙең ҡырҡ төбәгенән йыйылған 400 спортсы турнирҙа ҡатнашты. Туғыҙ ауырлыҡ категорияһында яҡшы әҙерлекле спортсылар көс һынашты. Тренерҙың тәрбиәләнеүселәре был юлы ла йөҙ ҡыҙартманы, уңышлы сығыш яһап, республика данын яҡланы. Бер райондан – ике Рәсәй чемпионы! Бик һирәк ҡабатланыуы мөмкин булған иҫтәлекле ваҡиға. Төрөмбәттән Дим һәм Турһәгәҙенән Нурислам – чемпиондар!

“Улыбыҙ өсөн генә түгел, был чемпионат ғаиләбеҙ, ирем Вилнур өсөн дә көсөргәнешле һынау булды. Атай өсөн, әлбиттә, улының республика данын яҡлап келәмгә сығыуы оло ғорурлыҡ. Әммә тыштан тыныс күренһә лә, эстән янып-көйөүен яҡшы беләм, сөнки ул үҙе лә көрәшсе, ярыш нескәлектәрен яҡшы белә, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Гөлназ ханым. – Димгә ике генә йәш ине ул саҡта, Вилнур уны көрәшеү алымдарына өйрәтмәксе булып, күнектерергә тырышҡан була ине. Кем уйлаған чемпион тәрбиәләп үҫтерер тип? Иҙел улыбыҙ ҙа милли көрәш менән ныҡ мауыға. Хәйер, был борондан алып бөгөнгәсә нәҫелдән күсеп килгән ярыш төрө, һабантуй, йыйын һәм башҡа халыҡ байрамдарының айырылғыһыҙ өлөшө, милләтебеҙҙең күркәм биҙәге. Ҡайным Илнур Ғәлимов та һабантуйҙарҙа батыр көрәшсе булараҡ бил бирмәгән, тиҙәр. Вилнурға ла ата-бабаларының ошо шөғөл еле ҡағылмай ҡалмағандыр, моғайын.

–Тарихтан белеүебеҙсә, көрәш элек йәш үҫмерҙәрҙе хәрби-физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләү өсөн ҡулланылған, һуңынан ярыш, уйын-көлкө, үҙеңдең ихтыяр көсөңдө һынап ҡарау маҡсатында ойошторолған. Атай-олатайҙар иртә йәштән ул һәм ейәндәрен милли көрәш алымдарына, атта сабышырға, йәйәнән атырға, һөңгө сөйөргә өйрәтергә тырышҡан. Замандар үҙгәрһә лә, һеҙҙең тормош иптәшегеҙ тап шундай атайҙарҙың береһе. Уның шөғөлдәренә ҡарашығыҙ нисек? – тип һорашабыҙ.

– Вилнурға тап ошо сифаттар хас та инде, – тип һүҙҙе дауам итә Гөлназ. – Һабантуйҙарҙа көс һынашыу, ат сабыштырыу тиһеңме, йылҡы үрсетеү, боронғо “Ылаҡ” ярыштарында ҡатнашыу тиһеңме... Шул шөғөлдәрҙең уртаһында янып, йәм табып йәшәй. Балаларын яратып үҫтерә, ҡыҙҙарына исемде үҙе ҡушты, ә мин – малайҙарға. Бөгөн ул утыҙға яҡын йылҡы аҫрай, үрсетеү менән шөғөлләнә. “Руся” тигән аты менән “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленең “Ылаҡ” ярышында яҡташтары менән бергә ҡатнашты. Рәсәй көнөндә тыуғаны өсөн уның исеме лә “Руся”. Был көйәҙ, етеҙ һәм тоғро юлдашын ирем ныҡ ярата, һатып алырға теләүселәргә лә яуабы бер:”юҡ, һатылмай”.

Бер мөһим мәсьәләлә генә әлегә уртаҡ фекергә килә алмайбыҙ. Ул йәне-тәне менән ошо ергә ереккән, ҙур көтөүлегендә аттар үрсетеп, уларҙы тәрбиәләп, иркен йорт һалып, тәбиғәт ҡосағында йәшәүҙе хуп күрә. Барыһы ла һәйбәт кеүек, тик мине, күп бала әсәһен, бына тигән Төрөмбәт мәктәбендә уҡытыусылар етешмәүе, шул арҡала улдарымдың Степановка ауылы мәктәбенә йөрөп уҡыуҙары борсой. Иртәнге 7:30 сәғәттә сығып китеп, төштән һуң сәғәт дүрттәрҙә ҡайтып инәләр, аҙаҡ Төрөмбәттәге спорт залында шөғөлләнәләр. Ҡайтҡас, хужалыҡта ярҙам итергә лә кәрәк бит әле. Киске ете-һигеҙ сәғәткә тиклем һуҙыла был мәшәҡәттәр. Ҡыҙҙарыма ла мәктәпкә төшөргә ваҡыт етеп килә, төплө белем алыу улар өсөн дә етди мәсьәләгә әүереләсәк, – тип әсә күптәрҙе борсоған мәсьәләгә лә ҡағылды.

Ғәлимовтарҙың өй стеналарын улдарының ҡаҙаныштарын сағылдырған грамоталар, миҙалдар, дипломдар, кубоктар биҙәй. Дим шағир Рәшит Назаров исемендәге конкурста тасуири уҡыу буйынса еңеү яулаған, Меркет-Мең ырыуы йыйынында милли көрәш буйынса “Меркет батыр” исемен алған, хатта патриотик йырҙар башҡарыуҙа ҡатнашып, 1-се урынға лайыҡ булған.

– Спорт менән шөғөлләнеү – балаларҙы тәртипле, дисциплиналы итеп үҫтереүҙә ҙур ярҙамсы. Улар үҙҙәрен ышаныслы тоя, йыйнаҡлыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәнә. Мин үҙем дә спорт уйындарын яратам, волейбол ярыштарында ҙур теләк менән ҡатнашам, – ти Гөлназ.

Киләсәк өсөн бәхетле, һөнәрле һәм тыуған яғын һөйгән балалар тәрбиәләргә тырышҡан уңған ғаиләгә яңы еңеүҙәр насип булһын!

Ауырғазы районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Динә Арыҫланова.
Уртаҡлашыу