VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Юлдаш ЙОСОПОВ: Акцияла ҡатнашыу – ул туған телебеҙгә мөнәсәбәтебеҙҙең сағылышы

16 апрель, 13:20

26 — 28 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу үтә. Йыл һайын үҙ майҙансыҡтарында меңдәрсә телһөйәрҙе бергә туплай. Сараның әһәмиәте тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов менән һөйләштек.

— Бөгөнгө тиҙ үҙгәреүсән, глобалләшеү, технологиялар заманында беҙгә — башҡорт халҡына туған телебеҙҙең яңы кимәлгә сығыуы, яңы даирәләргә таралыуы бик мөһим. Һәр тел — ул айырым бер халыҡтың ғына түгел, бөтә кешелектең мираҫы. Быны иң тәүҙә үҙебеҙ аңларға, күрһәтергә һәм иҫбатларға тейешбеҙ. Шуға күрә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант кеүек әһәмиәтле сараларҙа һәр беребеҙҙең ҡатнашыуы һәм яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы саҡырыуы зарур. Акцияла ҡатнашыу — ул ниндәйҙер кимәлдә туған телебеҙгә мөнәсәбәтебеҙҙең сағылышы ла.

Башҡорт теленән диктанттың бер нисә вариантта ойоштороуы отошло. Һөҙөмтәлә унда туған телендә иркен аралашҡан кешеләр ҙә, телде яңы башлап өйрәнеүселәр ҙә, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр ҙә, хатта башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынған башҡа милләт вәкилдәре лә ҡатнаша ала. Ә беҙҙең, йәғни башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре өсөн был сарала ҡатнашыу мотлаҡ башҡарылырға тейешле изге бурыс тиһәм дә, арттырыу булмаҫ, — тип билдәләне Юлдаш Мөхәмәт улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 26 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениенда тура эфир башлана.

Офлайн формат

Ҡайҙа: 26 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа, Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында, 28 апрелдә — «Йәшлек House» йәштәр йортонда төп майҙансыҡтар ойошторола.

Офлайн майҙансыҡтарҙы мәҙәниәт, белем биреү ойошмалары, төрлө предприятиелар үҙҙәре лә ойоштора ала. Бының өсөн 10 апрелдән 25 апрелгә тиклем bashdictant.ru сайтында майҙансыҡты теркәргә кәрәк.

Ҡатнашыусылар: Офлайн-майҙансыҡтарҙа диктант яҙырға теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала, уларға 10-25 апрелдә bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә кәрәк.

Эштәрҙе тикшереү: Эштәрҙе майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларға ҡалдырырға, улар артабан эксперттарға тапшыра.

Онлайн формат

Ҡасан: 26 апрелдән 28 апрелгә тиклем. 26 апрелдә 11 сәғәттә Башҡорт юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфир башлана. Уның барышында дикторҙар диктанттың өс вариантын уҡый (башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм көньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр өсөн). Эфир тамамланғандан һуң яҙма bashdictant.ru сайтына, https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйыласаҡ. Теләүселәр был яҙмаларҙы ҡарап диктантты һуңыраҡ та яҙа ала.

Ҡайҙа: интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булған урын

Ҡатнашыусылар: теләгән кеше ҡатнаша ала, теркәлеү кәрәкмәй

Эштәрҙе тикшереү: диктанттарҙың фотоһын (сканын) t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Ойоштороусылар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге.

Фотолар: vk.com/kurultaibashkir («Ҡоролтай» төркөмөнән).

Гөлдәр Яҡшығолова.
Уртаҡлашыу