|
![]() Яңылыҡтар
Музейҙа һәм "Бишбармаҡ"та ҡунаҡта10 апрелдә Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 7-се "Б" класы уҡыусылары Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт музейында һәм «Бишбармаҡ» милли аштар кулинар-студияһында экскурсияла булды. Класс етәксеһе Илнар Дамир улы Ҡунаҡҡужин һәм кластың ата-әсәләр комитеты ойошторған сара уҡыусыларға бик оҡшаны. Башҡорт халҡының тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә йүнәлдерелгән экскурсия программаһы бай эстәлекле булды. М. Ғафури музейындағы күргәҙмәләрҙә, витриналарҙа тупланған тарихи мәғлүмәттәр, экспонаттар, яҙыусының ижады, тормош юлы менән яҡындан танышыу уҡыусылар өсөн үтә фәһемле һәм файҙалы практик дәрескә әйләнде. Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында ҡәҙерләп һаҡланған шәхси әйберҙәре, кейемдәре, йорт йыһаздары, әҙәби мираҫы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар экскурсияны алып барыусыларҙы ҙур иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. 7-се "Б" класы уҡыусыһы Азат Ғарифуллин яҙыусының әҫәренән өҙөк һөйләне. Мәжит Ғафуриға 1923 йылда халыҡ шағиры исемен биргәндә бүләк ителгән, яҙыусының тормош иптәше Зөһрә ханым, шулай уҡ башҡа данлы композиторҙар уйнаған тарихи пианинола Айбулат Йылҡыбаев класташтарына көй уйнап ишеттерҙе. Осрашыу һуңында ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, музей хеҙмәткәрҙәре менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Артабан баш ҡаланың Карл Маркс урамында урынлашҡан «Бишбармаҡ» кулинар-студияһына юл тоттолар. Башҡорт милли ашы бишбармаҡты әҙерләү буйынса ентекле оҫталыҡ дәресенән һуң, ҡамыр йәйеп, үткәрелгән ит һалып бишбармаҡ бешерҙеләр. Бал, май, ҡош теле, бауырһаҡтар һәм башҡа төрлө милли аштар менән үҙҙәре әҙерләгән бишбармаҡтарын ашап, тәмле сәй эстеләр. Унан ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп төҙөлгән милли-мәҙәни программа башланып китте: башҡорт кейемдәрен кейеп төрлө уйындар уйнанылар, бейенеләр, йырланылар. Уҡыусыларға бигерәк тә «Йөҙөк һалыу», «Быны нисек эшләйҙәр» уйындары, «Наза», «Парлы бейеү», «Түңәрәктә әйләнеү» бейеүҙәре оҡшаны. Зауыҡлы итеп боронғоса биҙәлгән тирмә янында күмәкләп фотоға төштөләр, кафе-студияла эшләгән апайҙарға рәхмәт һүҙҙәре белдерҙеләр. Әйткәндәй, был сараға махсус саҡырылған профессиональ дизайнер-фотограф Ленара Ҡунаҡҡужина иҫтәлеккә бихисап видео, фотоһүрәттәр төшөрҙө, балаларға, ата-әсәләргә матур хәтирәләр булырҙай фото-видео материалдар тапшырҙы. Рәхмәтлебеҙ уға. Уҡыусылар, ата-әсәләр бай йөкмәткеле, файҙалы сәйәхәт ойошторғаны өсөн класс етәксеһе Илнар Дамир улына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Фотолар гимназияның "Бәйләнештә"ге төркөмөнән. |