|
![]() Яңылыҡтар
Йәшәһен башҡорт теле«Йәшәһен башҡорт теле» проекты сиктәрендә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһында башҡорт теле мөхитен киңәйтеү, туған телдә аралашыу сараларын булдырыу буйынса методик кәңәшмә уҙҙы һәм район үҙәгендә тағы ла бер башҡорт төркөмө асылды. Мәртәбәле сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән һәм башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса аппаратының баш белгесе Ләйсән Аҙнабаева, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән Министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Лена Фәйрүзова, «Аҡбуҙат» журналының бүлек мөхәррире Зөһрә Рәхмәтуллина, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Ҡошсо ырыуының ҡор башы, аҡһаҡал Әхмәтнур Хафизов, Мәсетле районы имам- мөхтәсибенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин, «Айша» хәйриә фондына нигеҙ һалыусы Айнур Зәбихуллин, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Венера Шафиҡова һәм башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы балалар баҡсаһы башҡорт төркөмөнөң 18 тәрбиәләнеүсеһе ҡаршы алды. Улар башҡорт халыҡ уйындары, бейеүҙәре һәм йырҙары аша бер ҡыҙ баланың тыуған көнөн күрһәтте.
Лариса Абдуллина район балаларын яңы төркөм асылыу менән ихлас тәбрикләне, балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙе киң йәйелдереү йәһәтенән район матур эштәр атҡарыуын билдәләне. Рәхмәт йөҙөнән ул бәләкәстәргә «Аҡбуҙат» журналын тапшырҙы. Бынан тыш, Лариса Хашим ҡыҙы үҙенең күптән түгел донъя күргән «Халҡым - минең Ватаным» шиғырҙар китабы менән таныштырып үтте. Донбассҡа сәйәхәт тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Сәфәр барышында ул балаларҙың Башҡортостан Республикаһының геройҙары тураһындағы юғары кимәлдәге белемен билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иң беренсе булып район үҙәгендә «Миләш» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылғайны. Методик кәңәшмәлә «Туған телдә уҡытҡан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика конкурсы лауреаты Дилә Хәлимова балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө уйындар һәм яңы методик алымдар менән таныштырҙы, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара йылы, ихлас мөхиттә үтеп, тулҡынландырғыс тойғоларға бай булды. «Йәшәһен башҡорт теле» проекты эстафетаһы артабан «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына тапшырылды. Эш дауам итә. Туған телгә һөйөү әсә ҡарынында яралып, ғаиләлә үҫешә. Әгәр ҙә артабан балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс ҙур!
Автор фотолары. |