VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Боғҙандарҙың көсө - уңғанлыҡта

4 апрель, 14:59

“Димкәй” фольклор ансамбленең бай, затлы кейемдәрен, дәртле сығыштарын, ауыл оҫталары һуҡҡан сағыу, йәмле балаҫтарҙы күреп был төбәктә уңғандар йәшәүен күрҙек.

- Быға тиклем "Айыҡ ауыл" конкурсында ике тапҡыр беҙҙең ауыл биләмәһенән Тамъян-Таймаҫ ауылы муниципаль этапта еңеү яулағайны. Быйыл Боғҙан ауылы район кимәлендә еңеп, республика этабына сыҡты. Конкурста ҡатнашыу халыҡты тағы ла нығыраҡ тупланы. Мәҙәни, спорт саралары - барыһы ла яман ғәҙәттәрҙе профилактикалауҙың көслө сараһы. Ауылда эске менән мауығыусылар күп түгел. Улар иғтибар үҙәгендә. Араларында был яман ғәҙәттән арынып, матур итеп донъя көтөп алып китеүселәрҙе күреп, беҙ ҙә һөйөнәбеҙ, уларға һәр төрлө ярҙам итергә тырышабыҙ. Ауылда эшләп килгән мәсеттең дә тәртип булдырыу, иманды нығытыу йүнәлешендә тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Унда өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа дәрестәр ала, - тип һөйләне ауыл хакимиәте башлығы.

Боғҙан һөнәрле кешеләргә бай. Был төбәктә балаҫ һуғыу кәсебе лә яҡшы үҫешкән. Бөгөнгө көндә 15-ләп гүзәл зат ошо шөғөлдө үҙ иткән. Уларға хатта йәш быуын да эйәрә. Фирүзә Әһлетдинова, Әнфисә Латипова, Зәлифә Янышева, Миңнур Ғатауллина хатта балаҫ һуғыу буйынса республика кимәлендәге конкурстарҙа уңыштар яулаған.

- Балаҫты тәбиғи һарыҡ йөнөн буяуға манып, боронғоса итеп эшләйбеҙ. Уларҙың сифаты яҡшы булғас, хаҡы ла ҡиммәт, 50-60 мең тора. Өс иңлеһе тағы ла ҡиммәтерәк. Беҙҙең ауылда балаҫ һуғып файҙаһын күргән уңғандарыбыҙ етерлек. Ҡымыҙ эшләп һатыусылар ҙа бар. Ғөмүмән, һәр береһе донъяһын төҙөкләргә, матур итеп йәшәргә ынтыла. Ошондай кешеләре менән дә көслө Боғҙан, - тип һүҙгә ҡушылды ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлхизә Әмирова.

Боғҙандарҙың маҡсаты ҙур. “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп, клубты тергеҙергә тигән уй-хыялдар менән янып йәшәйҙәр. Уларҙың был хыялдарына юл асылһын.

Автор фотоһы.

Резеда Шәңгәрәева.
Уртаҡлашыу