|
![]() Яңылыҡтар
Доғалары һаҡлай әсәйҙең...М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған “Әсәй” хәйриә концерты уҙҙы. Был тамаша телеканалда бер йылдан ашыу барған “Әсәй” телевизион программаһының геройҙары – яугир әсәләренә арналды. Был ваҡыт эсендә 50-нән ашыу тапшырыу эфирға сыҡҡан, уларҙың геройҙары – Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улдарын ҙур сабырлыҡ менән көткән оло йөрәкле әсәләр. Әсәйҙәргә билдәле сәхнә оҫталары - Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Юлсурина, Рәсүл Ҡарабулатов, Әлим Ҡәйүмов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Дияна Ишниязова, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Хәсән Усманов, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Фәриҙә Ғаззалова, “Премьер” төркөмө, Иҙрис Кәлимуллин һәм башҡалар моңло йырҙарын бағышланы. Тамашаға килеүселәр театр фойеһында ҡуйылған әсәйҙәрҙең портреттарынан торған күргәҙмәне ҡарай алды. Концерт театрлашырылған тамашаға ҡоролғайны. Урал исемле малай атаһынан батыр ир-егет булып үҫеү тәрбиәһе ала. Бына инде ул үҫеп буй етә, һәм бер көн килеп Тыуған илде һаҡлау ихтыяжы килеп тыуғас, бик етди, өлкәндәрсә ҡарар ҡабул итеп, үҙ теләге менән яуға юллана. Әсәһенең изге теләктәре, доғалары һаҡлай уны: ҡаты яраланып, дауаланғандан һуң Урал – ил һаҡсыһы тыуған йортона аяҡ баҫа. Бында уны ғәзиз ата-әсәһе, һөйгәне шатлыҡ йәштәре менән ҡаршы ала. Концерт бөтәбеҙгә ла бала саҡтан таныш йыр – “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” менән тамамланды. Уны балалар төркөмө башҡарҙы. Хәйриә сараһына билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтелә. Фотолар: “Башинформ”. |