|
![]() Яңылыҡтар
Яралыларҙың тауышын ишетеп...«Махсус хәрби операция биләмәһендә саҡта элекке яуҙарҙа алған йәрәхәттәрем ҡуҙғалып, арҡам һыҙлап, ай буйы госпиталдә ятырға мәжбүр булдым. Ҡайтҡас, республикабыҙ шифаханаһында дауаланыу үттем, умыртҡа һөйәген һыу аҫтында тарттырыу ысулы айырыуса килеште. Әммә бер нисә айҙан хәлем тағы хөртәйҙе. Шул саҡта таныштарҙан үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында МХО яугирҙәрен, ветерандарын реабилитациялау үҙәге асылғаны хаҡында ишеттем». Йөрәк ҡушыуы буйынса Шәхси медицина учреждениеһына ышаныс белдермәй генә килә «Фатыч» позывнойлы отставкалағы хәрби. Әммә тәүге ҡабул итеүҙән үк күңелендә өмөт осҡоно ҡабына. Табип Тимур Ҡунаҡҡужиндың «һауығасаҡһың» тип ныҡлы ышаныс менән әйтеүе, дауаланыу ысулын билдәләп, иртәгә үк башлайбыҙ, тип тәүәккәл ҡарарға килеүе яугирҙең эйелгән башын күтәртеп ебәрә. Хәҙер инде «Фатыч» бында өсөнсө ай дауалана. «Тәүге аҙналарҙа уҡ быуындарым яҙылғанын тойҙом, еңелерәк ҡуҙғала, эйелә башланым, турайҙым, — ти ул. — Бында үҙ һөнәрен яҡшы белгән, мәрхәмәтле белгестәр эшләй, заманса медицина ҡорамалдары, аппараттар «мөғжизә тыуҙыра». Яугирҙәрҙе хәстәрләүгә йүнәлтелгән бындай изге эштең башында табип, Стәрлетамаҡтағы «Әсә һәм бала» коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды етәксеһе Тимур Ҡунаҡҡужин тора. 2013 йылда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн асылған медицина учреждениеһында реабилитация үткәрелә, юридик, психологик ярҙам да күрһәтелә. Махсус хәрби операция башланғас, фонд етәкселеге бында МХО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары өсөн түләүһеҙ реабилитация үҙәге ойошторорға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә «Йөрәк ҡушыуы буйынса» тип аталған ирекмәнлек проекты төҙөлә. Уны хәйриә фонды етәкселәре үҙ иҫәбенә тормошҡа ашыра башлай. Үҙәккә тәжрибәле, юғары квалификациялы белгестәр туплана, реабилитация өсөн кәрәкле тренажерҙар, медицина ҡорамалдары алына. «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәнлек проекты былтыр Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашып, «Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау» йүнәлеше буйынса еңеү яулай. Һөҙөмтәлә республикала тиңе булмаған заманса аппараттар алыу мөмкинлеге тыуа. Хәҙер инде үҙәктә 200-ҙән ашыу яугирҙе аяҡҡа баҫтырғандар.
— 2013 йылдан алып иҫәпләгәндә, церебраль фалиж, аутизм һәм башҡа ауыр сирҙәрҙән яфаланған 3720-нән күберәк баланы дауаланыҡ, — ти фонд етәксеһе, табип Тимур Ҡунаҡҡужин. — 2023 йылдан иһә МХО-лағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә башланыҡ. Тәүҙә балаларын ҡабул итә инек, бер аҙҙан атай-әсәйҙәрен, ҡатындарын дауалауға тотондоҡ. Шул 2023 йылдың аҙағынан махсус хәрби операция яугирҙәренең үҙҙәрен хеҙмәтләндерәбеҙ. Барыһы ла бушлай. Мин үҙем — реабилитолог. Заман шарттары, һөнәр, йөрәк ҡушыуы буйынса, медициналағы башҡа йүнәлештәрҙе лә өҙлөкһөҙ өйрәнергә, уҡырға, квалификацияны камиллаштырыу курстарын үтергә тырышам. Мин генә түгел, бар коллектив шулай белемен даими камиллаштыра. Өмөт өҙөлгәндә... Үҙәккә МХО-ла алғы һыҙыҡтан йәрәхәтләнеп ҡайтҡандар ҙа, ветерандар ҙа, ялдағылар ҙа мөрәжәғәт итә. Эш ял, байрам көндәрендә лә туҡтамай. Яугирҙәрҙең күбеһе дауаланып, яңынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Алда телгә алынған «Фатыч» — һуңғы утыҙ йылдағы барлыҡ локаль бәрелештәрҙе үткән, 2022 йылдан Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальоны сафында хеҙмәт иткән яугир, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Әйткәндәй, әле уның улы ла МХО-ла. «Фатыч» был үҙәктә өс ай дауамында байтаҡ аппараттың көсөн үҙендә һынаған. Аяҡ-ҡулдар өсөн «Ормед мото», умыртҡа һөйәгенә механотерапия үткәреүгә тәғәйенләнгән «Ормед-кинезо» ҡорамалдары, барокамера, «АкваРелакс» аппаратында бәйләнешһеҙ гидромассаж, флоатинг тәьҫирле массаж капсулаһы һәм башҡалар барыһы ла яугирҙәргә йәшәү көсө өҫтәй. — Бына Марсель беҙгә беренсе көн килде. Ул — доброволец, 3-сө спецназ бригадаһы яугире. Луганск өлкәһендәге Кременная ҡалаһы янында яраланған. Тубығын дауалаясаҡбыҙ, — тип пациенттары менән таныштырҙы Тимур Ғаяз улы. — Ә Сережа МХО-ға өлөшләтә мобилизация буйынса алынған. Алышта ҡаты яраланған, тубыҡ һөйәге бөтөнләй юҡ. Шулай ҙа травматолог аяғын ҡырҡмаҫҡа ҡарар иткән, протез ҡуйғандар. Барыбер атлай алмаҫмын, ти ине Сережа, хәҙер реабилитацияның аныҡ һөҙөмтәһен күргәс, ныҡлап шәбәйеү теләге көсәйҙе. Инде ана, күрәһегеҙ, тәүге көн килгән Марселгә дауаланыу йәһәтенән күрһәтмәләрен бирә лә башланы. Егеттәребеҙ бында бер-береһен шулай хәстәрләй, дәртләндерә, алға ынтылдыра. Массаж аппаратындағы егет — Эске эштәр министрлығының ғәмәлдәге хеҙмәткәре Николай. 2022 йылдан башҡорт батальоны составында алышҡан. Яраланып, Дондағы Ростов госпиталендә байтаҡ ваҡыт дауаланған. Әлеге массаж аппараты тәнде яҙылдыра ла, лимфодренаж да. Шулай уҡ флоатинг тәьҫире булдырыла — үҙеңде ятҡан һымаҡ түгел, ә һауала эленеп торғандай тояһың. Тимур Ғаяз улы һөйләүенсә, шундай хәл дә булған: ауыр яраланғандан һуң госпиталдә ныҡлап төҙәлеп бөтмәгән йәш егет йәрәхәтләнгән ҡулын балта менән сабып өҙөр хәлгә еткән. Туғандары уны ошо үҙәккә килтергән. Уникаль тренажерҙа яугирҙең ҡул суғын, һөйәктәрен тулыһынса тергеҙгәндәр. — Яраланып ҡайтҡандан һуң өйөнән сыҡмай, хатта урынынан да тормай, ҡырынмай ятҡан 21 йәшлек егет хаҡында ишетеп, үҙәк пациенттары менән бергә уның янына барып, һөйләшеп, дауаланырға саҡырҙыҡ. Һөҙөмтәлә яугирҙе "ҡараңғы соҡор"ҙан тартып сығарҙыҡ, — тип бәйән итте Тимур Ғаяз улы. — Ғөмүмән, беҙҙә физик реабилитация ла, психологик, рухи ярҙам да алып барыла. Үҙәккә аҙна һайын мосолман һәм христиан дини ойошмалары етәкселәрен саҡырабыҙ, улар егеттәр менән ихлас аралаша, барлыҡ һорауҙарына яуап бирә. Комплекслы дауаланыу үткән пациенттарыбыҙҙың күбеһе махсус хәрби операцияға кире китте. Барыһы менән дә һөйләшеп, хәлдәрен белешеп торабыҙ, бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Тимур Ҡунаҡҡужин әйтеүенсә, ошо көндәрҙә баҫҡыслы степпер (тренажер) алғандар, атлай алмаған егеттәрҙе аяҡҡа баҫтыра башлаясаҡтар. — Хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән яугирҙәребеҙгә бар яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ, — ти мәрхәмәтлек фонды етәксеһе. — Уларҙың граждандар тормошона тиҙерәк өйрәнеүенә, социалләшеүенә әүҙем булышлыҡ итәйек. Яугирҙәребеҙ беҙгә бында ла бик кәрәк! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. |