VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Шатланып ҡаршы алабыҙ айыҡ ауылыбыҙҙа»

12 март, 12:24

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында «Айыҡ йәшәү рәүеше — тәүәкәндәр миҫалында» тип аталған конкурсҡа арналған төбәк-ара семинар-форум булып үтте.

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы әүҙемселәре даими үткәреп торған саралар тураһында гәзитебеҙ йыш яҙа. Бер ай элек кенә, мәҫәлән, был ауылдың «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылыуын һәм ниндәй эштәрҙе нисек башҡарыу тураһында кәңәшләшеү өсөн ойоштороу комитеты ултырышы уҙыуы тураһындағы мәҡәлә сыҡҡайны. Ошо көндәрҙә был ауылда «Айыҡ йәшәү рәүеше — тәүәкәндәр миҫалында» тип аталған конкурсҡа арналған төбәк-ара семинар-форум булып үтте.

Ҡунаҡтарҙы ошонда ҡаршылайҙар

Йыйынға килгән ҡунаҡтарҙы Тәүәкән ауыл хакимиәте башлығы Булат Ҡараҙбаев етәкселегендәге төркөм ауылдың башында ошо ауыл исеме ҡуйылған стела янында уҡ ҡаршыланы. Даими үткәрелеп торғанс сараларҙа ҡунаҡтарҙы тап ошонда ҡаршылау ауыл халҡы өсөн бер йолаға әүерелгән дә инде. Был юлы ла милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар, ауыл мәҙәниәт йортоноң «Сәңкем» ансамбле ҡымыҙ тултырылған кәсәләр тотоп сәләмләне:

“Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар, Тәүәкән ауылына, Шатланып ҡаршы алабыҙ айыҡ ауылыбыҙҙа...”

Микроавтобустар һәм еңел автомобилдәрҙән сыҡҡан ҡунаҡтар уларҙың сығышын алҡышланы һәм, урындағы хакимиәт башлығы сараның программаһын тағы бер тапҡыр ентекләп аңлатҡас, күмәкләп ауыл урамынан атланылар. Семинар-форумда ҡатнашырға бер нисә райондың түбәндәге муниципаль берекмәләре вәкилдәре килгәйне:

— Мәләүез районының Арыҫлан ауыл Советы;

— Ейәнсура районының Һүрән ауыл Советы;

— Йылайыр районының Үркәс ауыл Советы;

— Көйөргәҙе районының Свобода һәм Яҡшымбәт ауыл Советтары;

— Бөрйән районының Ырғыҙлы ауыл Советы;

— Ырымбур өлкәһе Төлгән районының Алмалы ауыл Советы;

— Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округы.

Бынан тыш, сарала Ырымбур өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайынан, республикабыҙ ҡала һәм ауылдарындағы төрлө ойошмаларҙан вәкилдәр ҙә ҡатнашты.

Ҡунаҡтар өсөн тәүге объект «Урал» спорт-һауыҡтырыу комплексы булды. Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы был комплекс — Тәүәкән ауылының ғорурлығы. Бындай ҙур һәм спорт уйындары, күмәк уйындар, һауыҡтырыу саралары өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған заманса комплекс республиканың башҡа ауылдарында юҡтыр ҙа, моғайын. Ҡалалар һәм ҡайһы бер район үҙәктәрен иҫәпкә алмағанда. Бындағы бассейнды ла форумда ҡатнашыусылар һоҡланып ҡарап сыҡты: киңлеге 12 һәм оҙонлоғо 25 метр булған был бассейндың тәрәнлеге 1,84 метр икән, ул 420 кубометр һыу һыйҙыра ала.

Илһөйәр кешеләрҙең тәҡимдәре лә күп

Артабан форум үҙ эшен Тәүәкән урта мәктәбендә дауам итте. Бында, төрлө секцияларға бүленеп, бөгөнгө рухи ҡиммәтәрҙе һаҡлау һәм халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыуға арналған түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралғайны. Барлығы ете секция эшләне һәм бөтәһендә лә байтаҡ халыҡ — оло йәтәгеләр ҙә, муниципаль органдар белгестәре лә, педагогтар ҙа, мәктәпу уҡыусылары ла күп йыйылды һәм әүҙем ҡатнашыуҙары күренеп торҙо.

«Һуғыш балалары, тыл ветерандары» секцияһы "Ватанды һаҡлаусылар йылы«на һәм Бөй өк Еңеүҙең 80 йыллығына арналғайны. Хеҙмәт ветерандары Ишкинина Мәймүнә менән Ҡараҙбаев Миңлеғужа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхоз кешеләренең нисек йәшәүе тураһында һөйләне. Уларҙың әсенеп, күҙ йәштәре аша тасуирлаған иҫтәлектәрен секцияны ойоштороусылар видеоға ла төшөрҙө. Киләсәк быуындар өсөн музейҙың видеотекаһында һаҡланасаҡ ул.

«Бергәләп еңербеҙ!» секцияһы ла иҫтәлектәргә һәм тәҡдимдәргә бай булды. Секцияның девизы ошо әңгәмә барған кластың түренә яҙып ҡуйылғайны: «МХО-ла ҡатнашыусылар: беҙҙең яҡташтар. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ!» Был төркөмдә Йылайыр районының Йылайыр ауыл хакимиәте башлығы, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан яугир Фәдис Сәғитов, Көйргәҙе районы свобода ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Хәлилова, Ырымбур өлкәһе Төлгән районының Алмалыҡ урта мәктәбе директоры Гүзәл Изюмская һәм башҡаларҙың сығыштары втандаштарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, МХО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләрен дәүләт ярҙамы, илһөйәрлек темаларына бағышланғайны.

— «Бергәләп еңербеҙ!» тигән оран бөгөн һәр рәсәйленең йөрәгендә йәшәй, — тине секцияны алып барыусы, Тәүәкән урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлсинә Ҡараҙбаева. — Беҙҙең ауыл советынан әлеге көндә махсус хәрби операцияла һигеҙ ир ҡатнаша, улар араһында беҙҙең мәктәпте тамамалаусылар ҙа бар. Уларҙың барыһының да еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырына беҙ бөтә күңелдән ышанабыҙ. Уларҙың ғаиләләренең дә хәлен даими белешеп, ярҙам итешеп торабыҙ.

Был секцияның ултырышына МХО-ла булған яугирҙәрҙең әсәләре лә саҡырылғайны. «Һалдат әсәһенә» шиғырын уҡып ишеттергәс тә, Гөлсинә Ҡараҙбаева ошо әсәләргә, артабан Розалия Твшбулатоваға, шунан ике улы ла махсус хәрби операцияла булған Разия Сәфәроваға һүҙ бирҙе. Улар ауыл хакимиәтенә, мәктәп коллективына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булғандары, төрлө сараларға саҡырып торғандары өсөн рәхмәт әйтте.

— Беренсе сиратта әсәйҙәргә рәхмәт әйтергә теләйбеҙ, — тине үҙенең сығышында Фәдис Сәғитов. — Ошондай ҡаһарман улдарҙы һеҙ бит үҫтергәнһегеҙ, илһөйәрлек рухы биргәнһегеҙ. Унда булғанда инандым — беҙҙең егеттәргә үҙеңә ышанған кеүек таянырға була, улар Ватан өсөн йәнен фиҙа итергә әҙер.

Иң күп халыҡты йыйғаны, моғайын, «Стратегик Тәүәкән» секцияһы булғандыр. Уны алып барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлназ Сәлихова нигеҙҙә ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын йыйғайны һәм улар үҙ ауылдарының, райондарҙың киләсәген нисек күҙаллауҙары менән таныштырҙы, уларҙың сығыштарынан төрлө тәҡдимдәр йыйылды.

— Беҙҙең ауылдағы кибеттә иҫерткес эсемлектәр күп йылдар инде һатылмай, —тине үҙенең сығышында Бөрйән районы Ырғыҙлы ауыл хакимиәте башлығы Ильвир Сәйфуллин. — Тәмәке менән алкоголь һатмау был кибет хужаларының үҙҙәренә үҙҙәре булдырған ҡағиҙәһе һәм унан ситкә тайпылғандары юҡ. Һыра һатҡан бер киоск ҡына бар ине, уныһы ла ябылды, хужаһы үткән йәй Себергә эшкә китте. Эскелеккә бәйле тауарҙың һатылыуына ауыл халҡының берҙәмлеге лә ҡаршы тора. Алкоголизм менән сирле кешеләр иҫәпкә ҡуйылмаған ауыл юҡтыр ҙа, моғайын, беҙҙә лә бар ине. Хәҙер был сирҙән ҡотолдолар. Әммә улар дауаланғас та иғтибарҙан төшөрөп ҡалдырырға ярамай, даими белешеп һәм айыҡ тормош алып барыуҙарына ярҙам итеп торорға кәрәк, беҙ Ырғыҙлы ауыл советы биләмәһендә шуны онотмайбыҙ. Ауылда спорт ярыштары һәм башҡа күмәк саралар ҙа йыш үткәрелә, уларҙы ойошторғанда ла эскелек хәүефе янаған ғаиләләрҙең, шулай уҡ сабыйҙарын яңғыҙ үҫтергәндәрҙең мәктәп йәшендәге бала-сағаһын йәлеп итергә тырышабыҙ. Күптән түгел яңы саңғылар алдыҡ. Ошондай ғаиләләрҙең балаларын автобус менән төрлө ярыштарға алып йөрөйбөҙ, был сабыйҙар сәләмәт тормоштоң нисек булырға тейешлеген белеп-күреп үҫә, бер юлы донъя ла күреп ҡайталар.

Секция барышында шулай уҡ Ейәнсура районының Һүрән ауыл хакимиәте башлығы Азамат Батыршин, Йылайыр районының Үркәс ауыл Салауат Аллабирҙин, Көйөргәҙе районының Свобода ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов һәм башҡалар үҙ ауыл советтары биләмәһендә халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға киңерәкй әлеп итеү буйынса нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләне.

Бынан тыш мәктәп майҙанында «Беҙ спорт яҡлы», «Ауыл тәртиптә булһа, ил дә муллыҡта», Тәүәкән урта мәктәбенең аграр класы ойошторған «Ауыл кәсептәре һәм һөнәрҙәре», ауыл ағинәйҙәре ярҙамында «Йәштәргә теләктәрем» исемле секциялар ҙа уҙғарылды.

Еңеүселәр төбәге

Сараның пленар ултырышы ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелде. Тамаша залындағы ултырышҡа инер алдынан ҡунаҡтар фойелағы күргәҙмәләр менән танышты. Улар менән ҡыҙыҡһынмаҫлыҡ та түгел ине шул: бында Күгәрсен районының «Айыҡ ауыл» республика конкурсында һуңғы йылдарҙа еңеүселәр исемлегенә инеүгә өлгәшкән ауылдары экспонаттарын урынлаштырғайны. Сәләмәт тормош алып барыу, милли йолаларҙы онотмау, ата-бабаларҙың тарихын өйрәнеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу кеүек тә ҡабул ителде ул.

— Бөгөн Тәүәкән ауылы төбәк-ара семинар-форум үткәреү өсөн мәҙәни майҙансыҡҡа әүерелде, — тине Күгәрсен район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Сәйфуллин сараға килгәндәрҙе тәбрикләп сығыш яһағанда. — Бер юлы ул ҡунаҡтарға «Айыҡ ауыл-2024» һәм «Айыҡ ауыл-2025» конкурстарында ҡатнашҡан Тәүәкән халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте, сәләмәт тормош тәжрибәһе менән танышыу форсаты ла бирә.

Илнур Миңлеғәле әйтеүенсә, Күгәрсен районында халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуын маҡсат итеп ҡуйған эшмәкәрлек күптән бара. Айыҡ ауыл исеме алыу буйынса конкурс республикала 2011 йылдан алып бара. 2014 йылда ошо конкурста Күгәрсен районының Ялсы ауыл Советына ҡараған Түбәнге Һапаш ауылы лауреат исемен яулаған. 2019 йылда был конкурста Үрге Мөрсәләй ауылы үҙ номинацияһында еңеп сыҡҡан һәм 275 мең һум бүләккә лайыҡ булған, был аҡсаға ауылда мәҙәниәт йортон ремонтлағандар. 2020 йылда Исем ауылы «Ҙур ауылдар» номинацияһында беренсе урынды яулаған биш миллион һумлыҡ грант отҡан. Һөҙөмтәлә ауылда балалар уйыны өсөн заманса комплекс төҙөү мөмкинлеге тыуған. Артабан район да уға алты миллион һум ярҙам бүлгән һәм исемдәр ошо суммаға урамдарҙы асфальтлаған.

2022 йылда район ошо конкурста ҡатнашыуға Сәлих ауылын сығарған һәм ауыл республика кимәлендә икенсе урынға лайыҡ булған, конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, ике миллион ярым һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән. Еңеү килтергән аҡсаға, район хакимиәте бүлгән 1 600 мең һумды ла ҡушып, был ауылда ла юлдарға асфальт түшәгәндәр.

Ә 2023 йылда райондың Бикбулат ауылы хатта республика буйынса беренсе урынды яулауға өлгәшкән. Конкурстың йомғаҡтары ауылға биш миллион һум килтергән, бикбулаттар уны спорт комплексы төҙөүгө тотонғандар. Әйткәндәй, ошо осорҙа ауыл хакимиәтенә Илнур Сәйфуллин етәкселек иткән Бикбулаттың конкурста айыҡ ауыл исемен алыу өсөн ниндәй көрәш алып барыуы тураһында беҙҙең гәзит 2023 йылда яҙып сыҡҡайны инде.

— «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдар халҡы ла ойошҡанлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, ата-бабалар тарихына ихтирам күрһәтте. Беҙҙең районда үткәрелгән һәм киләсәккә планлаштырылған бырлыҡ саралар ҙа халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән һәм халыҡ быны аңлап, рәхмәт тойғоһо менән ҡабул итә. Бәйгенең бөтә йөкмәткеһе, уның һәр этабы татыу ғаиләләргә таяна, — ти Илнур Миңлеғәле улы.

Тәүәкән — әүҙемдәр төбәге. Сарала билдәләп үтеүҙәренсә, ауылда үҙешмәкәр халыҡ ижады, балалар өсөн «Мәктәп — белем усағы», ярҙамсы хужалыҡ алып барыу тәжрибәһе буйынса видеорепортаждар эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Ауыл уңғандары», ауыл мәсете һәм «Ағинәйҙәр» төркөмө алып барған «Рамаҙан айында утыҙ изге эш» һәм башҡа проектар уңышлы тормошҡа ашырыла.

Сығышынан һуң Илнур Сәйфуллин бәйгелә әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Күгәрсен район хакиимиәте исеменән Ырымбур өлкәһе Төлгән районының Алмалыҡ муниципаль берәмеге, Мәләүез районының Арыҫлан муниципаль берәмеге һәм башҡалар «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә алып барылған әүҙем эшмәкәрлектәге «Берлектәге һәм уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн» наградаһы менән бүләкләнде.

Тәүәкән мотлаҡ ҡатнашырға тейеш

Семинар-форумдың аҙағында «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы генераль директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары, радиожурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хозайбирҙин исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Үлмәҫбаева ла яҡташтарын сәләмләп сығыш яһаны:

— Бөгөнгө сараға беҙ ғәҙәти ваҡиға итеп кенә ҡарай алмайбыҙ, сөнки иҫтәлекле урында йыйылғанбыҙ. Барыбыҙға лә мәғлүм: Тәүәкән — беҙҙең районда ғына түгел, ә бөтә республика кимәлендәге өлгөлө ауыл һәм уның халҡы был конкурста мотлаҡ ҡатнашырға тейеш ине, ауылдың был бәйгегә әүҙем ҡушылып китеүенә, был сараның ошонда үткәрелеүенә бик шатмын, — тине ул. — Беҙ үтә яуаплы осорҙа йәшәйбеҙ һәм уны, Аллаға шөкөр, иҫән-һау үтеп киләбеҙ. Бөгөн ауылдың 92 йәшлек ветеранынан телевидение өсөн интервью алғайныҡ. «Һеҙ беҙ күргәнде күрмәнегеҙ шул, шуға күрә күп нәмәне ауыр һымаҡ иттереп ҡабул итәһегеҙ», тине ул. Ысынлап та, беҙ элекке замандар менән сағыштырып та булмаҫлыҡ муллыҡ дәүерендә йәшәйбеҙ. Бының ҡәҙерен белергә һәм әүҙемерәк булырға ынтылырға кәрәк. Әле бына күреп торабыҙ бит: тәүәкәндәр сара үткәрә тип, бөтә эштәрен ташлап, күрше райондарҙан да урындағы хакимиәт башлыҡтары килеп еткән. Шул тиклем матур сара ойошторҙоғоҙ. Конкурс барышында шул тиклем ҙур эш башҡарғанһығыҙ, йыл буйы төрлө саралар үткәрелгән. Ҙур рәхмәт һеҙгә бының өсөн! Милләттең рухы берләшеүҙән килә, ә рухтың нигеҙе ауылда тыуа. Беҙ бит барыбыҙ ҙа ауылдан сыҡҡан халыҡ. Ауылды күтәрһәк, ундағы кешеләрҙе хөрмәт итһәк, еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ. Еңеү тип мин конкурстарҙы ғына әйтмәйем, ә барыһын да, шул иҫәптән — һуғыш яланын да, күҙ уңында тотам. Бергә булһаҡ һәм һәр нәмәлә берҙәм эш итһәк, мотлаҡ еңәсәкбеҙ.

Тәнзилә Абдулла ҡыҙы «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара ойошмаһының башҡарма комитеты исеменән урындағы телестудия мөдире Рөстәм Аллағыуатов, Тәүәкән дөйөм урта белем биреү мәктәбе директоры Венер Ҡараҙбаев, ошо уҡ мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе Гөлсинә Ҡараҙбаева һәм башҡа әүҙемселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Айыҡ йәшәү рәүеше — тәүәкәндәр миҫалында» төбәк-ара семинар-форумы урындағы сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.

ФЕКЕР

Илнур СӘЙФУЛЛИН,Күгәрсен район хакимиәте башлығы урынбаҫары:

– Тәүәкән ауыл халҡы был бәйге барышында байтаҡ сараларҙа ҡатнашты, шул иҫәптән – республика кимәлендә. Хәҙер ҙә улар байтаҡ саралар үткәрә һәм алдағы көндәрҙә лә ойошторасаҡ. Был ваҡиғаларҙың күпселеге илһөйәрлек йөкмәткеһенә эйә. “Айыҡ ауыл” конкурсы, билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла. Республика этабында беҙ “Ҙур ауылдар” номинацияһында ҡатнашабыҙ. Конкурста ҡатнашыуҙа ауыл әүҙемдәре беҙҙең райондың ғына түгел, ә башҡа райондар ауылдарының, хатта Ырымбур өлкәһенең беҙгә күрше ятҡан райондары менән дә бәйләнеш урынлаштыра, бер-береһенең сараларына бара. Был тәжрибә уртаҡлашыуҙың һөҙөмтәһе бар һәм артабан да буласаҡ. Бөгөнгө форумда ҡатнашырға, күреүебеҙсә, Ырымбур өлкәһенән, үҙебеҙҙең республикалағы райондарҙан да килгәндәр, тимәк, ошонда бөтә күргән-белгәндәрен үҙҙәрендә ҡулланырға теләктәре ҙур. Әйткәндәй, төбәк-ара форумға айыҡлыҡ буйынса быға тиклем булған конкурстарҙың муниципаль этапта еңгән ауылдары вәкилдәрен дә саҡырҙыҡ. Белеүебеҙсә, улар конкурста еңгәндән һуң да айылыҡ өсөн көрәште, халыҡта, ауылдың һәр ғаиләһендә сәләмәт йәшәү рәүешен булдырырға ынтылыуҙы туҡтатмай, был йүнәлештә төрлө саралар үткәрә. Улар тураһында беҙ ошо әүҙемселәр интернетта булдырған чаттар аша ла танышып барабыҙ, уларҙы дәртләндерергә тырышабыҙ. Бөгөнгө форумдың маҡсаты ла конкурста еңеп сығыуға ғына түгел, ә был еңеүҙе сәләмәт тормоштоң бер миҫалы итеп күрһәтеүгә лә ҡайтып ҡала. Беҙҙең ошо ынтылыш, ауылдарҙы төҙөкләндереү, рухи ҡиммәтәрҙе нығытыу, йолаларҙы онотмау ғаиләләрҙәге мөхитте яҡшыртыуға ла тәъҫир итмәй ҡалмай.
Рәшит Кәлимуллин
Уртаҡлашыу