VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

“Башҡорт еренә мине Мостай Кәрим ижады килтерҙе”

14 март, 05:55

“Милләттәр төрлөлөгө менән матур. Улар, гүйә, гөл-сәскәле баҡса. Бер-береһенә үрелеп, һыйынып, йылынып үҫәләр. Һәм һәммәһе лә ҡояшҡа ынтыла, – ти республикабыҙҙа йәшәгән талыш милләтле билдәле шағир, тәржемәсе, Азербайжан Яҙыусылар союзы ағзаһы Балоглан Рзаев. – Баҡсала бер генә төрлө сәскә үҫкәнен күҙ алдына килтерегеҙ әле. Ул әллә ҡайҙан күренеп, балҡып ултырған хәлдә лә, баҡсала йәм, йәшәү һулышы юҡ кеүек бит”.

Йөрәге ҡушҡас...

Балоглан Йәлил улы Башҡортостанда 1994 йылдан алып ғүмер кисерә.

– Азербайжан дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлағас, үҙебеҙҙә мәктәптә уҡыта инем. Бәләкәйҙән шиғриәтте яратҡан, айырыуса башҡорт шағиры Мостай Кәримдең ижадына ғашиҡ кешемен. Әҙиптең әҫәрҙәрен үҙебеҙҙең телгә тәржемә итеү хыялым мәктәптә эшләгәндә тағы ла нығыраҡ көсәйҙе. Мостай ағай менән телефон аша йыш һөйләшеп торам, кәңәшләшәм, аҡыллы һабаҡтар алам. Тап ошондай йылы, ихлас мөнәсәбәт мине Башҡортостанға килтерҙе лә, – тип утыҙ йылдан ашыу элек башҡорт еренә аяҡ баҫҡан мәлдәрен һағыш ҡатыш тулҡынланып хәтергә ала Балоглан Йәлил улы.

Республикабыҙҙа ул Мостай Кәрим менән осрашып, олуғ шағир һәм аҡыл эйәһенең үҙ янында тыуҙырған илаһи мөхитенә башкөллө “сумып”, башҡорт шиғриәтенә, төбәгебеҙ тәбиғәтенә мөкиббән ғашиҡ була. Йәнә бында Азербайжандан күсеп килеп йәшәгән бихисап яҡташтарын табып ҡыуана. Араларында үҙенең ике туған ағаһы ла бар, татар милләтенән булған еңгәһе менән шундай матур, татыу ғүмер итә. “Ә бит уларҙың никахына беҙҙең яҡта ныҡ ҡаршы инеләр, – тип хәтер ептәрен һүтә Балоглан Йәлил улы. – Ағай еңгәйгә армияла сағында ғашиҡ була. Хәрби хеҙмәттән һуң алып ҡайтҡайны ла, ата-әсәһе уның башҡа милләт вәкиленә өйләнеү теләген өнәмәне. Йәштәрҙе үҙенә башҡорт ере һыйындырған, бәхеткә сорнаған...”

Ошондай йылылыҡ бөркөп торған, халыҡ-ара дуҫлыҡҡа ынтылыш көслө булған илаһи төбәктән бер ҡайҙа ла киткеһе килмәй талыш егетенең. Һәм тороп ҡала ла. Шул мәлдән әлегәсә уның яҙмышында төҙөлөш менән ижад, тәржемә эше йәнәш бара.

– Ошо бар шөғөлдәремә бөтә күңелемде һалам. Уларҙың һәммәһенең дә асылы – ижад, матурлыҡҡа, бер-береңде аңлауға, яҡыныраҡ булыуға ынтылыш, – ти Балоглан Йәлил улы. – Заманса уңайлы, һоҡланғыс йорттар төҙөп, беҙ ҡалабыҙға йәм өҫтәүгә, уның төрлө милләт вәкилдәренән торған халҡы өсөн яҡшы йәшәү мөмкинлектәре булдырыуға өлөш индерәбеҙ. Әҙәм балаһының күңел торошо, үҫеше тормош шарттары менән айырылғыһыҙ бәйле бит. Тәбиғәткә килгәндә, мин Башҡортостанды ерҙәге ожмах тип атайым. Йәшеллеккә күмелгән, йүкәләре йырҙа данланған Өфөнө айырыуса яратам. Салауат Юлаев һәйкәле үҙе үк башты юғары күтәртеп ебәрә, уның янында, гүйә, бөтә ауырлыҡтар сикһеҙ киңлеккә таралып бөтә кеүек. Яҡтылыҡҡа, ҡояшҡа ынтылып йәшәргә әйҙәй, юл күрһәтә был илаһи ер. Ағиҙел менән Ҡариҙел иһә, гүйә, туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек сағылышы. Ике яҡтан килеп ҡушылып, улар бергәлектең, берҙәмлектең ни тиклем ҙур көс икәнен күрһәткәндәй.

Башҡорт шиғриәтенә, тәбиғәтенә ғашиҡлығымды бындағы кешеләрҙең һоҡланғыс матурлығы, ғәйәт ихласлығы, дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа ынтылышы тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Тотош халыҡтың күңел нуры, яҡтылығы шағир һәм шағирәләренең ижадтарынан да бөркөлөп тора. Мин ул әҫәрҙәрҙе ҙур теләк менән, оло ҡәнәғәтлек кисереп тәржемә итәм. Башҡорт әҙиптәренән бик күптәрҙе беләм, яҡындан танышмын. Мине ижад кисәләренә, төрлө байрамдарға ла саҡырып торалар. 200 самаһы башҡорт шиғыры һәм поэмаһын азербайжан теленә тәржемә иттем. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Тамара Ғәниева, Марсель Сәлимов, Зөлфиә Ханнанова, Айгиз Баймөхәмәтов, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлнара Хәлфетдинова, Салауат Әбүзәров, Азамат Юлдашбаев һәм башҡаларҙың ижад эштәренә тәржемәләремдең күбеһен “Литературная газета”ла, Азербайжандағы “Йондоҙ” әҙәби журналында ла баҫтырыуға өлгәштем. Уларҙы уҡыусылар бик ихлас ҡабул итә. Үҙем дә яратып тәржемә итәм шул – күңелем теләмәһә, эшләй алмаҫ инем.

“Талыш беҙ, олатай!”

– Беҙҙең, талыштарҙың, тамыры Ирандан килә. Азербайжандың ерле халҡыбыҙ, – ти Балоглан Йәлил улы. – Талыштар хәҙер бер миллион самаһы иҫәпләнә. Ер йөҙөндәге аҙ һанлы күп халыҡтар кеүек үк, көнүҙәк мәсьәләбеҙ – милләтебеҙҙе үҫтереү. Бындай изге, мөһим эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Ә ул иң ябай ғәмәлдән – милләткә хас исемдәрҙе һаҡлауҙан башлана. Мин – Балоглан. Ҡайһы берҙәр кеүек, исемемде ҡыҫҡартырға, заманса әйтелешле итергә тырышмайым. Балоглан булып ҡалам. Улдарым – Хәлил, Вугар. Улар ғаиләләре менән Өфөлә төпләнде. Ике ейәнсәрем бар – Ругайя һәм Гөлсәс, ейәнем Зейнал буй еткереп килә.

– Беҙ ниндәй милләттән? – тип һорау бирҙем уларға яңыраҡ.

– Азербай... – тип башланы ла ейәнсәремдең береһе, ҡапыл туҡтап, төҙәтеп ҡуйҙы. – Юҡ, талыш беҙ, олатай, талыш!

Ошолай милләт, нәҫел тамырҙары хаҡында һәр өйҙә һөйләшеүҙәр алып барылһын ине. Үҙенең үткәндәрен, тарихын белгән кеше бөгөнгөһөн ҡәҙерләй, киләсәген уйлай һәм башҡа халыҡтарға ҡарата ихтирамлы була ул.

Балоглан Йәлил улы әйтеүенсә, уның ейән-ейәнсәрҙәре мәктәптә ныҡ һәйбәт уҡый, төрлө фәндәр буйынса конкурстарҙа гел тәүге урындарҙы яулайҙар. Талыш милләтенән булыуына ҡарамаҫтан, ейәнсәре Ругайя рус теленән олимпиадала беренсе урынды яулаған – бының менән ысын күңелдән ғорурлана олатаһы.

– Беҙҙе Аллаһ Тәғәлә, бер-береһен таныһындар, аралашһындар өсөн, төрлө милләт итеп яралтҡан, – ти Балоглан Йәлил улы. – Бер-беребеҙҙең телен, мәҙәниәтен, динен өйрәнәйек, бер-беребеҙҙе күтәрәйек, баһалайыҡ. Алда әйткәнемсә, милләттәр, гүйә, баҡса. Ундағы сәскәләрҙең береһе юҡҡа сыҡһа ла, йәки һулый башлаһа ла, дөйөм күренеш төҫһөҙләнә, йәнлелек кәмей. Шуға бер-беребеҙгә аяулы, таяу булайыҡ.

Туған тел, гүйә, кешенең йәне, йөрәге. Унда – бар донъяға, кешелеккә ҡарата оло һөйөү. Быны мин Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡығанда тағы ла тәрәнерәк тойҙом. Бөйөк әҫәрҙе азербайжан теленә лә, талышсаға ла тәржемә иттем – халҡыбыҙ уны күберәк белһен, рухи ҡиммәтебеҙҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңлаһын.

* * *

Заманында республикабыҙҙа Азербайжан диаспораһын ойошторған, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға күп көс һалған Балоглан Йәлил улы әле лә һәр милләт вәкилдәренә күркәм өлгө күрһәтеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп йәшәй. “Иң мөһиме – бер-береңә ҡарата һөйөү, ихтирам, – ти. – Башҡортостан халҡы мине тап шул сифаты менән әсир итте лә”.

Ул башҡорт йырҙарын, атын, ҡымыҙын ярата. Тәбиғәте менән данланған Бөрйәнде барып күрергә хыяллана. Башҡортостанға юл ярған маяғы Мостай Кәрим әйткәнсә, “донъяның ҡояшлы яғында йәшәй”. Һоҡлана, ярата, илһамланып ижад итә, яҡтыға ынтыла...

Автор фотоһы.

Д. Ишморатова
Уртаҡлашыу