|
![]() Яңылыҡтар
Оҫта ҡулында - бәрәкәтТуймазы районының «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан Байраҡтүбә ауылында «Ағинәйҙәр» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе ағзалары, урындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы белгестәре туҡыу станогында йөн туҡыма эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарған. Район ирекмәндәре был йөн туҡымаларҙан йылы билбауҙар тегеп, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә ебәрә. |