VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Уңғандар төбәге ул – Өргөн

12 март, 15:53

Учалы районының бер нисә быуатлыҡ тарихы булған, 1710 йылда нигеҙ һалынған Өргөн ауылын республикала яҡшы беләләр, сөнки ул төбәктәге иң ҙур, халыҡ араһында киң танылған Өргөн күле ярында урынлашҡан. Унан тыш, тап ошо тирәнән популяр туристик маршрут — мәшһүр Ирәмәлгә юл үтә, шуға ла райондың географик үҙәгендә ятҡан, Учалы ҡалаһынан ни бары 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был ауыл күптәргә таныш.

Кешеләре лә данлай Өргөндө. Билдәле яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров, шағир Рамай Ҡаһир, танылған музыкант Риф Моратшин, дәүләт эшмәкәре, ғалим Тимур Әлибаев һәм башҡа билдәле шәхестәр — тап Өргөн ауылынан. Унан тыш, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, үткән быуаттың 50-се йылдарында халҡыбыҙҙың бөйөк улы, әҙип Мостай Кәрим тап ошо төбәктә, күл буйынса бер нисә йыл рәттән ял иткән, һаулығын нығытҡан һәм башҡорт әҙәәбиәте тарихында ҡалған әҫәрҙәрен яҙған. Улар иҫәбендә — «Өс таған» повесы, «Европа - Азия» шиғырҙар циклы, «Әбүбәкер» хикәйәһе һәм башҡалар.

Башҡорт рогына нигеҙ һалған билдәле йырсы, меңәрләгән музыка һөйөүселәрҙең кумиры Дим Ҡоләхмәтовтың да үҫмер осоро Өргөндә үткән, ижади юлы ошонда башланған. Әйткәндәй, бөгөн ауылда уның әсәһе Римма Насип ҡыҙы йәшәй, йырсының һүнмәҫ рухын һаҡлай.

Райондаштары өргөндәрҙе уңған, хужалыҡсан халыҡ тип белә. Ысынлап та, ауыл ҙур, төҙөк. Бында 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Һуңғы йылдарҙа төбәккә күпләп ситтә йәшәгән яҡташтар, шулай уҡ күлде үҙ итеп килеүселәр күсеп ҡайта башлаған.

Өргөндәрҙең тағы бер ғорурлығы — ауыл эргәһендәге ҡарағас урманы. Әйтергә кәрәк, бындай ҡатнаш булмаған урман Башҡортостанда башҡа юҡ. Ҡарағас бик ныҡлы, әммә ауыр ерегеүсән, оҙаҡ үҫеүсе ағас булараҡ билдәле. Шуға уны һаҡлау айырыуса мөһим. 1965 йылдан Өргөн күле һәм ҡарағаслығы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Әлбиттә, һыу ятҡылығы мөһим экологик, хужалыҡ һәм фәнни әһәмиәткә эйә. Әммә ошо иҫ киткес хозурлыҡ ҡосағында үҫкән һәм унда йәшәгән кешеләр күлде ҡәҙимге күренеш кеүек ҡабул итә, сөнки Өргөн улар өсөн тәүге сиратта — төрлө көнкүреш проблемаларын хәл итергә ярҙамлашҡан йәшәү сығанағы. Мәҫәлән, ауыл ир-аттары балыҡ тота; хужабикәләр донъя кәрәк-ярағын йыуа; яр буйында йәшәүселәр баҡсаһына һыу ташый... Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та күлгә күҙ терәп тора. Һәм, әлбиттә, йәше лә, ҡарты ла һыу инә. Туристар өсөн иһә Өргөн буйы — яратҡан урындарҙың береһе, йәй буйы күл тирәләй төрлө яҡтан килгән кешеләр ял итә, ауыл эргәһендә урынлашҡан «Өргөн» туристик комплексына ла килә.

Ауылда ике ҡатлы мәктәп, мәҙәниәт йорто бар, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике магазин эшләй. Күптәр шәхси хужалыҡ тота, тап ошо — килем килтергән шөғөл. Учалы ауылы һәм ҡалаһы яҡын булғанға, байтаҡ халыҡ райондың төрлө ойошмаларына йөрөп эшләй.

Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Экологик мәсьәләләр (күлдең һайығыуы, урманды һаҡлау), ауылдың социаль-демографик хәле — был йәһәттән хәл ителәһе йүнәлештәр күптәргә таныш. Илдәге ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙән дә ситтә ҡалмай өргөндәр: махсус хәрби операция башланғас, улар бер төптән булып яҡташтарына ярҙам ойоштора башлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман ипкене өргөндәргә лә ҡағылған: ауылдың ике йәш уҙаманы яу яланында һәләк булған. Даян Хәсәнов менән Айнур Сәғитовтың иҫтәлеген ауылдаштары ҡәҙерләп һаҡлай, саралар үткәрә, ата-әсәләрен лә даими иғтибар күрһәтә.

«Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе иһә — өргөндәр өсөн яңылыҡ. Улар быйыл абруйлы конкурста тәүге тапҡыр ҡатнаша. Ауылдың старостаһы Артур Ишбулдин — йәш, булдыҡлы уҙаман — был конкурс ауыл халҡына, һис шикһеҙ, этәргес бирҙе, тип билдәләй.

Күптән түгел, март айында өргөндәр ауылда ҙур мәҙәни-спорт сараһы ойошторҙо, унда урындағы бер халыҡ менән бер рәттән күрше ауыл вәкилдәре лә ҡатнашты. Халыҡ өсөн милли һәм спорт уйындары, ҙур мәҙәни тамаша ойошторолғайны. Һәммәһен дә утта бешерелгән тәмле былау, ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланылар.

— Ауылыбыҙҙа тырыш кешеләр күп. Бәлки, бәғзе осраҡта ҡайһы бер эштәргә дәрт-дарман етенкерәмәйҙер, әммә мин ауылдаштарымдың маҡсатлы, берҙәм булыуына ышанам. Ғөмүмән, тыуған еремде бик яратам, шуға күрә үҫкәс, ҡайҙалыр бәхет эҙләп сығып китеү, тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы. Эшләйем, йәшәйем тиһәң, ауылда бөтә мөмкинлектәр бар. «Айыҡ ауыл» бәйгеһенә килгәндә, был — халыҡ өсөн әүҙемлеккә этәргес ул. Шуныһы ҡыуаныслы: ауылда эсеп-туҙып йөрөгән кешеләр юҡ, халыҡ береһеннә-береһе уҙҙырып, сәмләнеп донъя көтә, — ти ауыл старостаһы.

Уның һүҙҙәрен эштәре иҫбатлай: Әлзирә һәм Артур Ишбулдиндар ғаиләһе күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, ҙур итеп йорт һалған. Береһенән-береһе теремек дүрт балалары үҫеп килә. Артур Айҙар улын ауылдың киләсәге лә борсой:

— Шул уҡ күлде алайыҡ. Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡын таҙа һыу, балыҡ менән тәьмин иткән Өргөн ифрат һайыҡты, үлән баҫа башланы. Элек кешеләр балыҡты ау менән һөҙә ине, хәҙер ҡануниәт буйынса рөхсәт ителмәй. Бер яҡтан, балыҡ үрсеһен өсөн файҙа булһа, икенсе яҡтан бының зыяны ла бар, сөнки ауға эләгеп, күлдән сүп-сар, үләндәр ҙә сыға торғайны. Был — тәбиғи юл менән һыуҙы таҙартыу, тип иҫәпләйем. Ошо йәһәттән, ауылдаштар менән өмә үткәреп, күлде тәртипкә килтерергә иҫәп бар, — тип уй-ниәттәре менән дә бүлеште ул.

Айһылыу Баязитова ла Өргөндә тыуып үҫкән. Юғары белем алғандан һуң, тыуған ауылына ҡайтып, ҡасандыр үҙе белем алған мәктәптә хеҙмәт юлын башлаған. Башланғыс кластарҙа белем бирә, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй.

"Ошо көндәрҙә ‘’Айыҡ ауыл ‘’ бәйгеһе сиктәрендә ауылдаштар менән Өргөн күле буйында ҙур сара үткәрҙек. Яҡташтарымды яратып, улар менән ғорурланып йәшәйем. Ауылда иманлы, татыу, уңған, ғаиләләр күп. Йәштәрҙең ауылда төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләүе һөйөнөслө.

Беҙҙең ауыл кешеләре араһында ағас оҫталары, умартасылар, тимер оҫталары, күп итеп эре мөгөҙлө йә йылҡы малы аҫраусылар бар. Ике яҡташыбыҙ таҡта бысыу цехы асты. Өргөндә тыуып үҫеп, ситтә йәшәгән, төрлө даирәләрҙә уңышлы эшләгән ауылдаштарыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Тарихыбыҙҙы әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡалдырған яғыусыларыбыҙ ҙа бар, шөкөр. Быларҙың барыһыла ауылыбыҙҙың бәрәкәтле, ҡотло булыуы хаҡында һөйләй. Тимәк ауыл йәшәйәсәк, уның киләсәге бар.

«Айыҡ ауыл» бәйгеһе лә халыҡты берләштәреп, рухландырып ебәрҙе. Бәйге сиктәрендә байтаҡ матур ғәмәлдәр атҡарҙыҡ. Өргөн ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә маскировкалау сеткалары үрҙек, ойоҡбаштар бәйләнек, мендәрҙәр тектек, сәк-сәк бешерҙек. Өргөн мәктәбенең уҡытыусылар, уҡыусылары һәм ата-әсәләре менән берлектә район күләмендә төрлө спорт ярыштары, тренингтар үткәрелде. Бындай саралар сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙан тыш, йәшәүгә дәрт-дарман өҫтәй, йәштәргә өлгө булып тора, — ти Айһылыу Памир ҡыҙы.

Учалы ауылы советы биләмәһе башлығы Руслан Рим улы Зәйнәкәйев яуаплы вазифаны йылдан ашыу биләй. Ҙур ауылдың халҡы менән уртаҡ тел табып, уларҙы әүҙемләштереп ебәреү еңелдән булманы, әммә беҙ һөҙөмтәгә өлгәштек, ти етәксе.

— Эҙмә-эҙлекле эштәр менән халыҡ ышансын яуланыҡ, төрлө саралар ойошторҙоҡ, саралар үткәрҙек. Беренсенән, кешеләр менән асыҡтан-асыҡ аралашырға, уларҙы тыңларға кәрәк. Ауыл йәмәғәтселеге менән власть органдары араһында үҙ-ара аңлашыусанлыҡ булһа, эштәр ҙә һөҙөмтәле бара. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙем эшләй, улар һәр саҡ алдан йөрөй. 9 мартта «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә үткән ҙур сарала әүҙемдәрҙе билдәләп үттек. Өргөн ауылы старостаһы Артур Ишбулдин, Учалы ауылы башҡорт гимназияһы Өргөн филиалының химия һәм биология уҡытыусыһы, Өргөн ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәүфә Комлева, башланғыс кластар уҡытыусылары Айһылыу Баязитова, Гөлшат Тайыпова, Өргөн филиалы мөдире Таңсулпан Хилажева, Учалы ауылы советы биләмәһе башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алина Хисмәтуллина «Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороуға һәм үткәреүгә тос өлөш индергәне, һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән билдәләнде, — тине Руслан Рим улы.

Нисек кенә булмаһын, «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыу — өргөндәр өсөн ҙур тәжрибә, ауылдаштарҙың мөмкинлектәрен, һәләттәрен асҡан сара. Ауылда төпләнгән һәм гөрләтеп донъя көткән йәштәрҙең булыуы, уларҙың заман заңынан артта ҡалмайынса, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүе киләсәккә ныҡлы өмөт уята.

Раил Кәлимуллин фотолары.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Уртаҡлашыу