|
![]() Яңылыҡтар
Аҙна матур башландыдүшәмбе иртәһе Р. Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһы уҡыусылары өсөн әүҙем башланды: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр эштәре, ирекмәнлекте һәм спортты үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, «Юлдаш» радиоһы продюсеры, йырсы Илнур Рамаҙанов уларға зарядка уҙғарҙы. Артабан ул мәктәп линейкаһында ҡатнашты, унда 10 Е класы өсөн Өфө дәүләт нефть техник университеты махсус әҙерләгән «студент билеттары» тапшырылды, олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа урын алған алдынғы уҡыусылар рәхмәт хаттары, дипломдар менән бүләкләнде, шулай уҡ гимназияла ойошторолған "Патриотик ай«ҙың йомғаҡтары буйынса алдынғылар билдәләнде. Шулай уҡ, уҡыу йортонда Башҡортостан Республикаһында Хәрби-һауа оборонаһы ветерандары ассоциацияһы рәйесе, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Оскар Ситдиков менән берлектә «Мөһим төшөнсәләр хаҡында һөйләшеү» дәресе ойошторолдо, ул уҡыусыларға махсус хәрби операцияның маҡсаттары һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, балалар хәрби экипировка, төрлө ҡорал өлгөләре менән яҡындан танышты. «Сара күңелле лә, файҙалы ла булды. Аралашып та өлгөрҙөк. Аҙна матур башланды һәм артабан да уңышлы, ҡыҙыҡлы үтер, тип ышанабыҙ!», - тип билдәләне гимназия уҡыусылары. |