Яңылыҡтар

Әсәнең теләктәре ҡабул булһын!

5 март, 22:46

Республикабыҙҙа Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальоны ойошторолғас та, Бөрйәндән “Ҡурай” һәм “Бөрйән” позывнойлы игеҙәк егеттәр уның составына тәүгеләрҙән булып яҙылды. Хәҙер инде улар ике йылдан ашыу – махсус хәрби операция биләмәһендә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Ҡурай” менән бәйләнешкә сығып, тормош һәм яу юлы, кисерештәре хаҡында һөйләшергә насип булды.

“Әҙерҙе көтөп ултырмағыҙ”

– Хәҙер бер нисә ай инде игеҙәгем “Бөрйән” менән икебеҙ ике яҡта. Мөмкинлек сыҡҡанда телефон аша бәйләнешкә инеп торабыҙ, – тип башланы һүҙен “Ҡурай”. – Беҙ алты балалы ишле ғаиләлә үҫтек. Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатҡа уҡырға киттек. Бәләкәйҙән килгәнгәме, тәрбиәселәр, педагогтар икебеҙгә ҡарата ла үтә иғтибарлы булды, “беҙҙең бөрйәндәр” тип кенә торҙолар, яраттылар. Һәйбәт уҡыныҡ. Миңә айырыуса биология, химия дәрестәре оҡшай ине. Икебеҙ ҙә спорт секцияларында әүҙем шөғөлләндек, бер ярыштан да ситтә ҡалманыҡ. Шулай уҡ түңәрәктәр күп булды, күңелең теләгәненә йөрөргә мөмкин. Беҙ икәүләп ҡурайҙы һайланыҡ. Һәм унан бер ваҡытта ла айырылманыҡ – әле лә яныбыҙҙа.

Ауыр туҡһанынсы йылдар. Уҡыу йылы барышында тыуған ауылыбыҙға ике-өс мәртәбә генә ҡайта инек. Баймаҡ менән Бөрйән араһындағы юлдарҙың да үткеһеҙ сағы. Темәскә йә Бетерә ауылына ҡәҙәр барабыҙ ҙа, унан күп осраҡта ат менән ҡаршы килеп, алып ҡайтып китә торғайнылар.

Бишенсеме, алтынсымы класта уҡыған мәлдәге ваҡиға айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған. Төрлө ҙур транспортта мең ыҙа менән өйгә ҡайтып инһәк, әсәй ат егеп көтөп тора (атай дауаханала ята). Баҡһаң, район үҙәгендә ҡурайсы Мөхәммәт Ҡәҙерғолов призына конкурс бара икән, шунда ҡатнашырға өлгөрөргә тейешһегеҙ, ти. Барып сығыш яһаныҡ та, һөҙөмтәләрен көтмәй, кире ҡайтып киттек. Икенсе көн артыбыҙҙан бүләгебеҙ килеп етте: төп призға лайыҡ булғанбыҙ. Шулай атай-әсәйебеҙ беҙҙең һәләтте үҫтереүгә ҡарата иғтибарлы ине, үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, бер ваҡытта ла әҙерҙе көтөп ултырмағыҙ, тырышығыҙ, ти торғайнылар. Ошондай тәрбиә өсөн ҙур рәхмәт яҡындарыбыҙға!

Баймаҡ мәктәп-интернатынан һуң игеҙәк егеттәр Өфөлә ҡурай буйынса белем ала. Уҡытыусыларының, бигерәк тә Азат Айытҡоловтың дәрестәрен әле лә һағынып иҫкә ала улар.

– Һөнәр алып ҡайтҡас, ауылыбыҙ мәктәбендә бер аҙ ваҡыт ҡурай дәрестәре алып барырға өлгөрҙөм. Унан – армия. Элиталы ғәскәрҙә – Э.Ф. Дзержинский исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы оператив тәғәйенләнештәге айырым дивизияла хеҙмәт иттек. Ҡайтҡас, тағы мәктәпкә эшкә инеп ҡараным, “Бөрйән” клуб мөдире булды. Әммә... хәрби хеҙмәт яулап алғайны инде күңелде.

Башҡаса булдыра алмағас...

Артабан егеттәр төрлө урындарҙа контракт буйынса эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, спецназ яугирҙәре һүҙһеҙ аңлаша – “Беҙҙән башҡа берәү ҙә түгел!”

– Яҙмышымдың ҡатмарлы осоро ине, – ти “Ҡурай”. – Мин ҡырҙа саҡта ҡатыным ауырып, мәңгелеккә китеп барҙы, унан – бер туған апайыбыҙ... Берҙән-бер улыбыҙ армияла. Иптәштәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡта. Мең төрлө уй ҡайнай ине башта...

Тәүҙә Луганскиҙа өс ай тирәһе мәктәп төҙөүҙә ҡатнашып ҡайттыҡ. Унда ла, хәрби иптәштәр тупланған чаттарҙа ла даими аралашып торабыҙ, хәлдәрҙе белешәбеҙ. Барыһы ла – үҙебеҙҙең егеттәр. Берәүҙән – икәү, икәүҙән өсәү яҡшы. Беҙ ҙә мотлаҡ улар менән бергә булырға тейешбеҙ. Улымды армиянан ҡаршы алғас, уға аңлатып, ныҡлап һөйләшеп, килешеп, Салауат Юлаев исемендәге батальон составында махсус хәрби операция биләмәһенә сығып киттек. Башҡаса булыуы мөмкин түгел ине. Туғандарым, һеңлеләрем менән бергә оло йәштәге әсәйебеҙ ҙә Өфөгә килеп оҙатып ҡалды...

Улар китеп, ете-һигеҙ ай үткәс, “Ҡурай”ҙың улы ла, сыҙамайынса, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Хәҙер йыл ярым инде алғы һыҙыҡта, разведка ғәскәрендә.

– Был уйына нисек кенә ҡаршы сығырға тырышһам да, булдыра алманым – минең юлды һайланы. Әйткәндәй, улымдың позывнойы ла "Ҡурай", – ти атаһы. – Икебеҙ ике яҡта. Отпусктарыбыҙҙың да тура килгәне юҡ. Күптән түгел улым ҡайтып, өйләнеп килде – мине ҡайны итеп ҡуйҙы. Имен-һау ғына булһын, Аллаһ бирһә. Балаларыбыҙҙың, киләсәгебеҙҙең именлеге өсөн ут эсендәбеҙ бит...

– Балаларҙы ҡурай уйнарға өйрәтеп, уҡытыусы йә сәнғәт эшмәкәре юлын һайлаһаҡ, тормошобоҙ бөтөнләй икенсе булыр ине тигән уйҙар килмәйме?

– Ниндәй һөнәр башҡарһаҡ та, әле ошо урында – махсус хәрби операция биләмәһендә булыр инек. Беҙгә бындай холоҡ ҡандан һалынған. Ә ҡурайға килгәндә, ул һәр саҡ яныбыҙҙа. Махсус хәрби операцияға юлланғанда үҙебеҙҙеке лә бар ине, оҙатҡанда Әбйәлилдән бер ҡыҙыҡай бүләк итеп бирҙе, яуҙа саҡта дуҫым Илдар ҙа ихлас күңелдән ҡурайын тапшырҙы. Һыҙҙырып уйнап алһаң, күңелгә шундай еңел булып китә, бөтә ауыр хистәр таралып киткәндәй.

Бында, күп яуҙаштарым һымаҡ уҡ, дингә яҡынайҙым. Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорау алға ышанысты нығыта. Доғалар уҡыйбыҙ. “Һорағыҙ, ярҙам итермен”, тиелә бит Ҡөрьәндә. Ватанды һаҡлау - имандан, тип тә әйтелә динебеҙҙә. Тыуған еребеҙ Бөрйәндең, уның халҡының рухи ярҙамын тойоу, йыш ҡына гуманитар ылау ебәреп тороуҙары ла күңелде йылыта - ҙур рәхмәт яҡташтарыбыҙға. Аллаһ бирһә, махсус хәрби операция тамамланып, имен-аман тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтҡас, йылҡы малы үрсетеү, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү теләгем ҙур. Асылыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ. Был хаҡта атайыбыҙ ҙа йыш әйтер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр ноябрҙә ул да сирҙән баҡыйлыҡҡа китеп барҙы, икәүләп ҡайтып, ҡәҙерлебеҙҙе мәңгелеккә оҙатып киттек...

...Бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла ҡаушап ҡалмаҫ, ҡаһарман йөрәкле, тура һүҙле, намыҫлы, ныҡлы терәк булыр егеттәр, ти улар хаҡында райондаштары. Бөрйән менән ҡурай айырылғыһыҙ булған кеүек, яугир күңелле “Бөрйән” менән “Ҡурай” ҙа изге төйәгенә имен-аман әйләнеп ҡайтып, тормошон дауам итер, үҙҙәре әйткәнсә, асылыбыҙҙы һаҡлап йәшәр, ҡурайҙары һәр саҡ яндарында булыр, Аллаһ бирһә.

“Йәшәртеп” ҡайтарғандар

Егеттәрҙең әсәһе Хәҙисә Кәбир ҡыҙын ауылдаштары, райондаштары һис ҡасан эшһеҙ тормаҫ, етеҙ, егәрле, ихлас апай тип белә. Заманында Бөрйәндең Байғаҙы ауылынан Яңы Собханғолға килен булып төшкән ул. Хәсән Зариф улы менән бергә йәшәүҙәренә 2023 йылда ярты быуат тулған. Алтын туйҙарын билдәләгәндәр. Былтыр көҙ, ҡыҙғанысҡа күрә, ғүмер юлдашы ауырыуҙан баҡыйлыҡҡа күскән.

– Әсәйебеҙ тыуған нигеҙебеҙҙә үҙе генә йәшәй. Әммә уны бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Балалары, 13 ейән-ейәнсәре, ике бүләһе – барыбыҙ ҙа сиратлап янына килеп торабыҙ, – ти инәйҙең ҡыҙы Зилә. – Ҡәҙер-хөрмәттә, заманса шарттарҙа йәшәй әсәйебеҙ: ағайым тыуған нигеҙебеҙгә ҙур төкәтмә эшләтте, һыу, газ индерҙе. Йорттан һис ҡасан кеше өҙөлмәй. Әсәйебеҙҙең мейе, быуын ултыртыу оҫталығы ла бар, был йәһәттән килгән һәр кемгә ихлас ярҙам итә ул.

Хәҙисә Кәбир ҡыҙы элек-электән, хатта өлкәнәйә башлағас та һабантуйҙарҙа йүгереү буйынса беренселекте бирмәгән. “Әле лә, 75 йәше тулып килһә лә, шпагатҡа ултыра ала”, – тип һоҡлана ҡыҙҙары.

Райондың Ветерандар союзы Хәҙисә Кәбир ҡыҙын Өфөләге реабилитация үҙәгенә лә ебәреп алған. “Шул ҡәҙәр һәйбәт ҡаранылар, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла ғәйәт иғтибарлы, – ти инәй. – Һаулығымды нығытып, күңелгә йыйылған ауыр уйҙарҙы таратып ҡайтарҙылар. Иң мөһиме – хәрәкәт тигән хәҡиҡәткә тағы бер ҡат инандырҙы улар. Миңә, ғүмер буйы ауыр эштәрҙә йөрөгән, күмәк бала үҫтергән, һис ҡасан тынғылыҡ белмәй, “йүгереп” йәшәгән әсәгә, хәрәкәт, әлбиттә, саманан тыш етә. Үҙ йәшегеҙҙән байтаҡҡа йәш күренәһегеҙ, артабан да бирешмәгеҙ, тип күңелемде күтәреп, “йәшәртеп” ҡайтарған реабилитация хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!”

Улдарына, ейәненә һәм башҡа барлыҡ яугирҙәргә именлек теләп, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын доғалар уҡып көтә Хәҙисә Кәбир ҡыҙы. Теләктәре ҡабул булһын әсәнең, иншаллаһ.

Фотола: яугирҙәр әсәһе менән. Ғаиләнең шәхси архивынан алынды.

Бөрйән районы.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу