VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ҡаһым түрә вариҫтары һынатмаҫ

5 март 2025, 22:12

...Урман яғында ғүмер буйы айыуға һунарға йөрөгән ҡарт Ашҡаҙар буйына килә. Бер күреүҙән ғашиҡ була был ергә. Һәм ошонда ауылға нигеҙ һала. Шулай барлыҡҡа килә данлыҡлы Айыусы.

Ҡаһарман улдары менән милләтебеҙҙе күтәргән ауылды бөгөн дә иң терәрлек ышаныслы ир-уҙамандар, рух усағын һүндермәҫ, өммәт ҡотон һаҡлар ҡатын-ҡыҙҙар нурландырып йәшәтә. Изге төйәгенең бөгөнгөһө менән киләсәге именлеген хәстәрләп, “Айыҡ ауыл” конкурсында ла бөтә күңел көсөн һалып ҡатнаша улар.

Рух майҙаны бергә туплай

Айыусы – халҡыбыҙҙың легендар полководецы Ҡаһым түрәнең тыуған төйәге. Бөгөн ауыл түрендә милли батырыбыҙ һәм 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә мөһабәт cтела ҡуйылған – вариҫтар өсөн ул мәңгелек маяҡ. Шулай уҡ бында “Ашҡаҙар” йырына ла һәйкәл бар. Һул яҡта – ҙур, матур “Рәхимйән” мәсете. Ауылдың үткәне менән киләсәген бәйләп, шәхестәребеҙҙе онотмау, рухи ҡиммәттәребеҙгә таянып йәшәү кәрәклегенә инандырған рух майҙанын ошо ерҙең аҫаба халҡы – юрматылар бергәләп булдырған.

– Ҡаһарманлыҡ менән иман бергә ҡушылған был үҙәк, гүйә, Айыусының “йөрәге”, – ти ауыл хакимиәте башлығы Азамат Насиров. – Барлыҡ сараларыбыҙ ошо майҙанда үтә. Һулда – мәсет, уртала – Ҡаһым түрә, уңда – “Ашҡаҙар”. Әле “Айыҡ ауыл”ға ярашлы ойошторолған сараларҙың да күбеһе ошонда уҙа. Был конкурста, ғөмүмән, беҙҙең Айыусы ауыл биләмәһе халҡы әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, мырҙаштар ике йыл рәттән көсөн һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә былтыр республика кимәлендә дүртенсе урынды яулауға өлгәштеләр. Бүләккә бирелгән 300 мең һумға мәҙәниәт йорто алды төҙөкләндерелде.

Былтыр көҙ Айыусы халҡы конкурстың муниципаль этабында беренсе урын алды. Бүләккә 30 мең һумға сертификат тапшырылды. Республика кимәленә сыҡҡас, күңелдәрҙә ярыш сәме тағы ла артты, көн дә тиерлек ниндәйҙер сара үткәреп торабыҙ. Уларҙы уҙғарыуҙа матди йәһәттән шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ ныҡ ярҙам итә. Мырҙаштар ҙа төрлө яҡлап булышлыҡ ҡыла, белгәндәрен өйрәтә. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Ҡырмыҫҡалы районына ла барып ҡайттыҡ. Конкурста ҡатнашыусыларҙың ошолай бер-береһе менән кәңәшләшеп эшләүе тик файҙаға ғына.

Азамат Миҙхәт улы әйтеүенсә, ғинуарҙа ошо майҙанда ҡышҡы һабантуй айырыуса күңелле үткән, унда халыҡ дәррәү ҡатнашҡан. “Тирмә ҡорҙоҡ, сәхнә ҡуйҙыҡ. Төрлө милли уйындар ғәйәт сәмле барҙы. Ошонда уҡ былау бешереп, байрамға килгән һәр кемде һыйланыҡ. Сәхнәлә сәнғәт оҫталары, балалар концерт ҡуйҙы, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Әйткәндәй, йәш быуын вәкилдәрен бер саранан да ситтә ҡалдырмайбыҙ – айыҡ тормоштоң, сәләмәтлеккә ынтылыуҙың ни тиклем мөһимлеген, тыуған төйәгенең имен киләсәген хәстәрләү үҙҙәренең ҡулында икәнен белеп үҫһендәр”, – ти ауыл хакимиәте башлығы.

Маяҡ булыр шәхестәр барҙа

Шәхестәре менән данлы Айыусы. Арҙаҡлы ғалим-этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор Рим Йәнғужин да – ошо ауылдан. Урындағы мәктәп 2009 йылдан алып олуғ шәхестең исемен йөрөтә. Рим Йәнғужин үҙе, шулай уҡ республикабыҙҙа киң билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Вилмир Аҙнаев, Тимерхан Биккинин, оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ агрофирмаһы директоры булған Ишҡәле Аҙнаев, заманында “Өфөхимпром” берекмәһенең генераль директоры бурысын атҡарған БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы Салауат Аҙнаев – тап ошо белем усағы уҡыусылары.

Заманса уңайлыҡтарға эйә мәктәптә бөгөн дә уҡытыу-тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүленә.

– Йәш быуынға маяҡ булырлыҡ ауылдаштарыбыҙ күп, гел уларҙы өлгө итеп ҡуябыҙ, – ти мәктәпкә 1998 йылдан алып етәкселек иткән Әнисә Урманцева. – Айыусынан сыҡҡан шәхестәр белемле генә түгел, ә көслө рухлы, илһөйәр, телһөйәр, үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуы менән данлы. Барыһы ла милләте, иле, ере өсөн янып йәшәгән. Йәш быуын вәкилдәрен дә беҙ шулай төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Үҙҙәрен генә уйламайынса, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашһындар, күңелдәренә бәләкәйҙән үк Ватанға һөйөү тойғоһо һалынһын, тибеҙ.

Был һүҙҙәрҙе раҫлап, тотош мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә хат яҙа ине. “Беҙ, Айыусы ауылы балалары, бөйөк Ҡаһым Мырҙашевтың вариҫтары, һеҙҙең еңеп ҡайтыуығыҙға ныҡлы ышанабыҙ” – йәш быуындың ошондай һүҙҙәре ил һаҡсылары йөрәгенә нисек үтеп инмәһен?!

– Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә ебәреү өсөн, хат яҙыуҙан тыш, ҡул эштәре менән дә шөғөлләнәбеҙ, – ти башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйсән Аҙнаева. – Был йәһәттән айырыуса “Рәсәй бөркөттәре” программаһына таянып эш алып барабыҙ. Уның башланғыс кластар өсөн тәғәйенләнгән өлөштәре лә бар. Шуға ярашлы, төрлө ирекмәнлек саралары уҙғарабыҙ, балалар барыһы ла ҙур теләк менән ихлас ҡатнаша.

Өлкән класс ҡыҙҙары, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡушылып, яугирҙәр өсөн туҡмас ҡырҡа, бауырһаҡ бешерә. Махсус хәрби операция биләмәһенә бер нисә рәт гуманитар ярҙам туплап ебәргәндәр ҙә инде.

Бындай эш ауыл клубында ла ойошторолған. Унда урындағы ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе ағзалары сираттағы маскировка селтәрен үрә. Әйтеүҙәренсә, бының өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡты ауыл биләмәһендәге эшҡыуарҙар алып бирә, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Йөрәк саҡырыуы” ирекмәндәр штабы даими ярҙам күрһәтә.

Беҙ барған мәлдә клубтың бер яғында селтәр үрәләр, икенсеһендә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, ғаиләләргә төрлө мәсьәләләр буйынса консультация биреү маҡсатында ойошторолған ҙур сара бара ине. Күп функциялы үҙәк, опека һәм попечителлек, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы, “Ғаилә”, мәшғүллек үҙәктәре белгестәре, социаль координаторҙар, юристар һәм башҡалар урындағы халыҡтың һәр һорауына ентекле яуап бирҙе, мөрәжәғәтте өйрәнеп, хәл итеү өсөн шәхси контролгә алды. Ярҙам һорап килгәндәр араһында махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындары ла бар ине.

Айыусы халҡының мөрәжәғәттәре тыңланған бындай мөһим көндә ауылға район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары ла килде. Улар – Илгиз Аҙнаев һәм Эльвера Иманғолова – урындағы тормош-көнкүреш, бындағы һәр кем менән яҡшы таныш. Ошонда тыуып үҫкән, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләп киткән Илгиз Ишҡәле улы әле лә изге төйәгенә даими ярҙам итеп йәшәй. Мәҫәлән, улар бер туғаны Ирек Аҙнаев менән бергә “Рәхимйән” мәсетен төҙөкләндереүҙе ойошторған. Ошо һәм башҡа барлыҡ изге ғәмәлдәре, булышлығы өсөн Айыусы халҡы Илгиз Ишҡәле улына ҙур рәхмәтле.

Эльвера Иманғолова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе лә булараҡ, ауыл халҡының һәр яҡшы башланғысын ҡеүәтләп, “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүгә дәртләндереп, һүҙ менән дә, аныҡ эштәр аша ла ярҙам итеп тора. “Йәмғиәтебеҙҙең именлеген, сәләмәтлеген хәстәрләгән мәртәбәле конкурста райондаштарыбыҙ һәр ваҡыт ихлас, дәррәү ҡатнаша, сөнки уның бар яҡлап файҙаһы күп, – ти Эльвера Ғүмәр ҡыҙы. – Бына, мәҫәлән, бөгөн Берҙәм консультация биреү көнөндә төрлө белгестәр үҙҙәре ауылға килеп, халыҡтың һорауҙарына яуап бирә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтә. Ошондай хәстәрлек өсөн конкурсты ойоштороусыларға – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Берҙәм, әүҙем, тамырҙарына, асылына тоғро Айыусы халҡы “Айыҡ ауыл”дың республика этабында уңыш ҡаҙаныр тигән ышаныстабыҙ. Еңеү өсөн бергәләп көрәшәбеҙ”.

Айыусыға был көндә Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары ла туҡталып үтте. Әйтеүҙәренсә, улар был яҡҡа экскурсия барышында Ҡантүк ауылындағы мәсеткә инеп сыҡҡан, унан Мырҙашта Ҡаһым түрәнең тарихи-этнографик музейында булған.

– Айыусыла башҡорт халыҡ йыры “Ашҡаҙар”ға ҡуйылған һәйкәл айырыуса оҡшаны. Бөйөк полководец Ҡаһым Мырҙашевҡа һәм яугирҙәргә бағышланған стела һоҡландырҙы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты колледж студенттары. –

“Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта

Һул ҡулында булыр ҡурайы”, – билдәле башҡорт халыҡ йырының һүҙҙәре күңелдән китмәй, экскурсия дауамында рухландырып йөрөтә. Беҙҙе, йәш быуынды, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, динебеҙ менән ошолай яҡындан таныштырыу бик кәрәк – мәңге онотолмаҫ йылы тәьҫораттар алдыҡ. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” белгеслеге буйынса уҡыған студенттар булараҡ, киләсәктәге эшмәкәрлегебеҙҙә, әлбиттә, Ҡаһым түрә, Рим Йәнғужин кеүек һәм башҡа оло шәхестәрҙе тыуҙырған данлы ауылға иғтибар итәсәкбеҙ. Был яҡта туризмды үҫтереү мөмкинлектәре киң.

Йөҙөк ҡашы – “Юрматы”

Клуб та Айыусының “йөрәге” булған үҙәк майҙанда урынлашҡан. Уның мөдире Гөлсәсәк Әлимбаева – урындағы ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе рәйесе лә. Ике эш бер-береһенән айырылғыһыҙ, ойошторолған һәр эштә гүзәл заттар иң алдан йөрөй.

– Клубтың йөҙө – “Юрматы” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, – ти Гөлсәсәк Тимерғәле ҡыҙы. – Уны 2002 йылда талантлы сәхнә оҫтаһы Гөлзиә Дашкинаның башланғысы менән ойошторолдо. Үҙе етәкселек итеп, ансамблде тиҙ арала киң танытты ул. Тәүҙә төркөмгә ҡырҡ йәштән башлап алдылар. Күмәкләп йөрөнөк, дәртләнеп сығыштар яһаныҡ. Шакирә апай, Вәлимә еңгәй, Сәйҙә апай... Барыһы ла һәләтле, дарманлы, ихлас булды. 2004 йылда хатта “Салауат йыйыны”на барып, сығыш яһап ҡайтыуыбыҙ һаман да иҫтә.

“Юрматы” 2012 йылда халыҡ ансамбле исемен алды. Был статусты өс-дүрт йыл һайын яҡлап, һаҡлап киләбеҙ.

Репертуарыбыҙға килгәндә, башҡорт халыҡ йырҙарына күберәк иғтибар бүләбеҙ, таҡмаҡтар, бейеүҙәр башҡарыла, фольклор өлгөләре күрһәтелә. Ауылда, районда уҙған бер саранан да беҙҙе ситтә ҡалдырмайҙар, һәр саҡ сәхнә түрендәбеҙ. Бындай уңыштың нигеҙе, әлбиттә, ансамбль ағзаларының әүҙем, дәртле булыуында, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауында. Репетицияларға ла бер шылтыратыу менән килеп етә ул ҡыҙҙарыбыҙ. Бергә һөйләшеп, кәңәшләшеп эш алып барабыҙ.

Әле үҙебеҙҙән аккомпаниатор булмаһа ла, Бүреҡаҙғандан Реваль Ибраһимов исемле баянсы килеп ярҙам итеп тора. “Ашҡаҙар моңдары”, “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” конкурстарында һәр саҡ ҡатнашып, урындар алабыҙ. Үҙебеҙҙә генә түгел, республикабыҙ райондарында ла йыш сығабыҙ. “Оҙон көй”ҙә, “Байыҡ”та һынау тотҡаныбыҙ бар, быйыл Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған “Ике аҡҡош” конкурсында ҡатнашып ҡайттыҡ.

“Юрматы”ларҙың ситкә лә сыҡҡаны бар. Мәҫәлән, Санкт-Петербургта йөрөп ҡайттылар, былтыр февралдә – Белоруссияла.

Фольклор ансамбле ағзалары – “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы уҙғарылған сараларҙа төп терәк-таяныс, улар һәр ваҡыт алдан йөрөй, ойоштора. Әле Еңеүҙең 80 йыллығына ла сығыштар әҙерләйҙәр.

Ошо уҡ бинала бай китапхана ла эшләй. Төп хеҙмәтләндереүҙән тыш, әле бында урындағы мөслимәләргә дин дәрестәре лә үткәрелә. Улар аҙнаһына ике тапҡыр йыйылып, Ислам нигеҙҙәрен өйрәнә, аяттарҙы ятлай, мәғәнәһенә төшөнә.

– “Рәхимйән” мәсетендә төҙөкләндереү эштәре барғанлыҡтан, әлегә китапханала шөғөлләнәбеҙ, – ти дин дәрестәрен алып барыусы Әлмира Ишембаева. – Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ шул ҡәҙәр тырышып, ҙур теләк менән уҡый. Динебеҙҙең ҡото – гүзәл затта. Иншаллаһ, ауылыбыҙ, илебеҙ, донъябыҙ имен булһын, өммәтебеҙ нығынһын, тормошобоҙға ырыҫ-бәрәкәт өҫтәлеп торһон.

* * *

...Һунарсы ҡарт ошо ергә килеп, ғүмерлеккә ғашиҡ булған, тиелә легендала. Бөгөн ул вариҫтарының нисек йәшәгәнен, тыуған төйәген сикһеҙ яратҡанын, уның имен киләсәге өсөн бергәләп ҙур эштәр алып барғанын юғарынан тойоп, оло ғорурлыҡ кисерәлер, һоҡланалыр кеүек. Тамырҙарыңдың һаҡланыуы, һут алыуы, юлыңдың дауам итеүе – Аллаһтың сауабын алырлыҡ ырыҫ-бәрәкәт ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Стәрлетамаҡ районы.

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита СӘМИҒУЛЛИНА:

– Айыҡлыҡ төшөнсәһе спиртлы эсемлектәрҙән баш тартыу тигәнде генә аңлатмай. Уның мәғәнәһе ифрат киң. Айыҡ ауылда сәләмәт мөхит өсөн яуаплылыҡ тота белгән бәхетле кешеләр йәшәргә тейеш. Беҙҙең Айыусыла тап шулай. Данлыҡлы ауыл халҡы асылына тоғро, ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, халҡының, төйәгенең тарихына иғтибарлы. Улар сәләмәт тормош алып бара. Илһөйәр, телһөйәр, рухлы беҙҙең айыусылар.

Беҙ барыбыҙ ҙа әле махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын, ир-егеттәребеҙ имен-аман, еңеү менән әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә йәшәйбеҙ. Ошо уртаҡ маҡсатҡа ярашлы, Айыусы халҡы бергәләп маскировка селтәрҙәре үрә, яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр йыйып, аҙыҡ-түлек әҙерләп, МХО биләмәһенә гуманитар ылау менән ебәреп тора. Шуларға ҡушып, мәктәп уҡыусылары һалдаттар өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, күңелдәренә өмөт-ышаныс өҫтәп хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрә. Был ғәмәлдәрҙең барыһы ла – яугирҙәребеҙгә ярҙам, алға этәргес.

Барлыҡ район менән бергә Айыусы халҡының изге башланғыстарын хуплайбыҙ, уларға “Айыҡ ауыл” конкурсында уңыштар, еңеү теләйбеҙ.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу