VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Күңел йылыһын биреп, еңеүҙе яҡынайтабыҙ!

24 февраль, 11:43

Ир-егеттәрҙе күҙ алдына килтерһәң шуны аңлайһың — уларһыҙ беҙҙең тормош юҡ. Сөнки ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндә лә, усаҡ яғып ашара бешергәндә лә ир кәрәк — утынһыҙ, утһыҙ аш бешмәй. Илгә дошман ябырылғанда, әлбиттә, иң беренсе ир-егеттәребеҙ яуға күтәрелгән һәм әле лә шулай. Әгәр ҙә уларҙың ғаиләһе имен-һау, тылы ныҡ икән, тимәк егеттәребеҙ ҙә тыныс күңел менән дошманды еңеп ҡайтҡан һәм ҡайтасаҡтар.

Бөгөн дә күп егеттәребеҙ илебеҙ тыныслығы өсөн, илебеҙ һағы өсөн, ғаиләләренең матур тормошо, балаларының киләсәге өсөн яуҙа йөрөй, беҙҙе һаҡлай. Ә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡулдан килгәнсә, тылда, уларға ярҙам итәбеҙ, гуманитар кәрәк-яраҡтар йыябыҙ, хаттар яҙабыҙ. Йөрәк ҡушыуы буйынса, олоһо ла, кесеһе лә ең һыҙғанып эшкә тотондо — кемдер дошмандан һаҡлау өсөн селтәрҙәр үрә, кемдер, шәмдәр эшләй, икенселәр йылы юрғандар, мендәрҙәр, кейемдәр тегә, бәғзеләр йылы ойоҡбаштар, башлыҡтар бәйләй, тушенкалар, сәксәктәр бешерә, туҡмастар киҫә, бетеүҙәр эшләй. Үҙенсәлекле әйберҙәр яһаусылар ҙа юҡ түгел, һүҙем тап улар хаҡында.

Кендектамаҡ ауылында бик егәрле, әүҙем, баҫҡан ерендә ут сығарған ҡатын йәшәй. Ул — Татьяна Ивановна Гордина, ауыл мәҙәниәт йортонда эшләй, ҡул эштәре менән мауыға. Һуғыу станогының ниндәйе генә юҡ унда — бәләкәйе лә, ҙуры ла, өс таяҡлыһы ла. Йөндән кейеҙ ҙә баҫа, станокта балаҫтар, хатта кейем-һалым да һуға уңған Татьяна. Май шәмдәре эшләп, йылы ойоҡбаштар бәйләп яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша ул, әммә күңеле һаман тынғылыҡ тапмай — тағын нисек ярҙам итергә яугирҙарға? Һәм һарыҡ йөнөнән һуғыу станогында полотно һуғып, унан йылы билбау тегеп ҡарарға уйлай. Башта кейеҙҙән баҫып ҡарай, тик ул бик мәшәҡәтле эш, бер үҙе күпләп башҡара алмаясаҡ. "Ә станокта һуҡһаҡ, бер нисә кешене өйрәтеп, улар ҙа ярҙам итһә, ярҙам күберәк буласаҡ бит",-тип уйлап, Татьяна эшкә тотона. Иң башта ул райондың ветерандар советына юл тота. Сөнки уның етәксеһе Нурулла Бикчуров советҡа ике туҡыу станогы алып ултыртҡан була, тик улар эшһеҙ торғандар. Шулай итеп, бер көнө хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, кәңәшләшеп, Татьянанан оҫталыҡ дәресе алып, эшкә тотона. Әммә тәүге ептәр бик тиҙ бөтә. Татьяна Ивановна күп уйлап тормай, ауылдар буйлап оран ебәрә — кемдә артыҡ һарыҡ йөнө бар, кемдәр йөн иләй белә, тауыш бирегеҙ, ярҙам итегеҙ.

Күп тә үтмәй, Яңы Бишенде, Бишҡурай ауылдары ҡатын-ҡыҙҙарынан яуап хаты килеп төшә! Шулай итеп, Бишенденән Рәмзиә Шабалина, Ләйлә Саҙретдинова, Гөлнара Хабипова, Гөлназ Хөснөтдинова, Рәзимә Хәкимова Гөлгөнә Илгузиналар Резида Хәкимова етәкселегендә йөн тетеүгә, иләүгә эшкә тотона. Бишҡурай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары — Рима Шәрипова, Мәрйәм Андреева, Рәзилә Кәримова, Рузидә Шәүәлиеваларҙы — ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәре Лида Закирова ҡеүәтләп, бергә эшләйҙәр, йөндө тетеп, иләп станокта һуғыусы ҡыҙҙарға — апайҙарға ебәреп кенә торалар. Иң оло йөн иләүсе апайға 75 йәш, ул Кендектамаҡ ауылынан Фәнисә Исхакова. "Бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай, ниндәй оран, саҡырыу килә, беренселәрҙән булып килеп ҡушыла«,- ти Татьяна Ивановна уның хаҡында. Туймазынан Рима Фәттәхова, Рәйлә Шарафутдинова, Фәйрүзә Шәкирова, Зилә Прокопьевалар һуғыу станогын үҙләштереп, полотнолар һуға, бөгөн әүҙем волонтерҙар. Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова ике станокта эшләй, береһе эшендә тора, эштән буш арала һуға, икенсеһен өйөндә урынлаштырған, кис, өй мәшәҡәттәре тамамланыу менән, станок артына ултыра. Уларҙың һәр береһе 170- тән ашыу билбаулыҡ полотно һуҡҡан да инде! Ә ошо әҙер полотноларҙы матурлап киҫеп, уларҙан ыҡсым ғына билбауҙар тегеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — Кәримә Фәхретдинова, Светлана Делявирова, Гүзәл Ғөбәйҙуллиналарға оло рәхмәт. 300-ҙән ашыу билбау егеттәребеҙгә тапшырылған да инде. Шуныһы ҡыуаныслы, яу яланынан рәхмәт һүҙҙәре килә. Билбауҙарҙың йылылығы, уларҙың ауыр әйбер күтәреп эшләгәндә билде тотоуы хаҡындағы хәбәрҙәр волонтер ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағын да дәртләндереп ебәрә. Ошо бәләкәй генә билбауҙарҙа күпме ҡатын-ҡыҙҙың күҙ нуры, күңел йылыһы һалынған. Бергәләп эшләгән билбауҙар «Маскита» волонтерҙар клубы менән берлектә гуманитар ылау менән дә оҙатыла.

Яңы йыл байрамдары ваҡытында Райман ауылы мәҙәниәт йормонда бер төркөм волонтерҙар «Дяхон» позывнойлы егет менән осрашты. Уға «Маскита», «Ткем Победу» волонтерҙар клубы исеменән мендәрҙәр, йылы билбауҙар, бейәләй-ойоҡбаштар, антидроновый япмалар, үлән сәйҙәре һәм башҡа бик күп әйберҙәр тапшырылды. Рәсимә Ғәлләмова СВО башланыу менән яуҙирҙарға ярҙам итә башлай һәм бөгөн уның етәкселегендә Райман ауылы мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһендә бер нисә тегеү машинкаһы урынлаштырылған, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары буш ваҡыттарында йыйылып төрлө япмалар, антидроновый япмалар, «Чебурашка» талисманы эшләй.

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәккә Туймазы Ағинәйҙәре лә әүҙем йөрөй. Улар кис ултырып, доғалар яҙып бетеүҙәр эшләй. Уларҙы Башҡортостан һәм Рәсәй триколоры, ҡурай һүрәттәре менән биҙәйҙәр. Зөләйха Кутлина, Лилиә Байкова, Миңзәлә Фәтиховалар, һәм һуғыу станогында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар «Серпантин» хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһының «России патриоты» миҙалы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ 5-се ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә йөн еп менән ярҙам итеп тора. Мәрйәм Яуышева, Зөлфиә Базитова, Фәйрүзә Фазлыевалар ҙа бетеү эшләүгә дәррәү ҡушылды.

Ил төкөрһә — күл була ти халыҡ мәҡәле. Бына бит, ҡаты һыуыҡтар башланғансы күпме яугир егеттәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ, шуның менән бәхетле беҙ. Ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе тарихи-мәҙәни үҙәккә саҡырып та билбауҙар, бетеүҙәр тапшырабыҙ. «Алим», «Исай», «Храбрый», «Добрый», «Хирург», «Архитектор», «Базит», «Шамшей», «Дизель», «Стрелец», «Золотой», «Башкир», «Молек», «Масяня» һәм башҡа позывнойлы егеттәребеҙгә үҙ ҡулдарыбыҙ менән тапшырҙыҡ. Яңы йылдың ғинуар айынан көн дә тиерлек Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәккә яугир егеттәребеҙ йә иһә уларҙың яҡындары килә. Үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатова уларҙың һәр береһен йылы ҡаршылап, йылы һүҙҙәрен еткереп бетеүҙәр һәм йылы билбауҙар тапшыра. Ошо арауыҡта ғына 70-тән ашыу билбау шәхсән егеттәребеҙгә тапшырыолды ла инде. Уларҙың шатлыҡлы, рәхмәттән балҡыған йөҙҙәрендә йылмайыу күреү күҙҙәрендә нур сағылһа, беҙ бәхетле, тик имен-һау ғына, үҙ аяҡтарығыҙҙа ҡайтығыҙ тип теләйбеҙ. Уларға еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итеүебеҙ өсөн яугирҙарыбыҙ оло рәхмәттәрен белдерә, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тиҙәр! Яуҙағы егеттәрҙән рәхмәт хаттары, вмидео сәләмдәр килә. Ошондай йылы хәбәрҙәрҙән һуң тағын да сәмләнеп, Еңеүҙең яҡын, бик яҡын икәнен тойоп, унда үҙебеҙҙең дә өлөшөбөҙ булыуынан шатланып тотонабыҙ.

Бына шулай итеп, «Еңеүҙе бергә һуғабыҙ» швейбатальон ҡатын-ҡыҙҙары тылда дәррәү хеҙмәт итеп, еңеүҙе яҡынайтабыҙ.

Ғаиләләрегеҙ, балаларығыҙ хаҡына, киләсәк хаҡына имен-һау әйләнеп, еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр, ә беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ! Уҡыған доғаларыбыҙ, күңел наҙыбыҙҙы һалып эшләгән әйберҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлап, тыуған ер, тыуған өй йылыһын бирә икән, тимәк, беҙҙең хеҙмәт бушҡа китмәй.

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА
Уртаҡлашыу