|
![]() Яңылыҡтар
“Төньяҡ ҡапҡа” һөйләшеүгә асыҡЯңауыл районы башҡорттары берҙәмлеге, әүҙемлеге, милли башланғыстарҙы тиҙ һәм дәррәү күтәреп алыуҙары менән айырылып тора. “Башҡортостандың “төньяҡ ҡапҡаһы” халҡы тап шундай булырға тейеш”, – ти урындағы абруйлы милләттәшебеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Рафаил Яхин. Районда үткән сираттағы ҙур сара ла уларҙың халҡыбыҙҙы үҫтереү йәһәтенән киң эшмәкәрлек алып барғанын иҫбатланы. Һөйләшеү төньяҡ-көнбайыш диалектында барҙы Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезынан һуң райондарҙағы халыҡты ошо сараның резолюцияһы менән таныштырыу, киләһе йылдарға маҡсаттарҙы билдәләп, план төҙөү буйынса киңәйтелгән ултырыштар үтте. Яңауылдағы ошондай ҡорҙа урындағы хакимиәт, ауыл биләмәләре етәкселәре, мәғариф, мәҙәниәт ойошмалары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙәре, рус, татар, мари, удмурт йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Ултырыш башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында алып барылды. Сәләмләү һүҙҙәре менән Яңауыл районы Советы секретары Инзилә Ибраһимова сығыш яһап, башҡорттар ҡоролтайының урындағы берҙәмлекте, милли ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнен билдәләне. – Беҙгә, хакимиәттә эшләүселәргә, тәү сиратта райондың иҡтисади ҡеүәтен хәстәрләү, халыҡҡа яҡшы йәшәү шарттары булдырыу кәрәк. Ә ошо маҡсаттарға өлгәшеүҙең нигеҙе – барлыҡ милләттәрҙең бер-береһе менән дуҫ, татыу йәшәүе, рухи ҡиммәттәренә ихтирамлы булыуы. Райондың башҡорттар ҡоролтайы был йәһәттән өлгө күрһәтеп алдан бара, – тине Инзилә Илүс ҡыҙы. – Уның эшмәкәрлеге Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса ойошторолған. Йыл да туған телде, традицион ҡиммәттәрҙе, милли кәсептәрҙе, спорт төрҙәрен, мәҙәни брендтарҙы һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар булдырылып, тормошҡа ашырыла килә. Мәҫәлән, көстө, етеҙлекте һынауҙағы “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе районыбыҙ халҡы араһында киң танылыу алды, унда төрлө ырыу вәкилдәре бер-береһе менән сәмләнеп ярыша. “Атайсал” проекты яҡташтарыбыҙҙы тыуған төйәгенә нығыраҡ яҡынайтты. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсы халҡыбыҙҙы шул ҡәҙәр берләштерҙе, сәләмәт тормошҡа ынтылышты көсәйтте, күңелдәргә сәм, ғәм өҫтәне. Былтыр республика кимәлендә Байғужа ауылының өсөнсө урынды алыуы халҡыбыҙҙы нығыраҡ дәртләндереп ебәрҙе. Быйыл да еңеүгә ынтылышыбыҙ ҙур. Республика кимәлендә беҙҙән Орловка ауылы халҡы ҡатнаша. Инзилә Ибраһимова Яңауыл халҡының Башҡорт теле, Милли кейем көндәрендә дәррәү ҡатнашыуын, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙғандарҙың йылдан-йыл арта барыуын да билдәләне. Артабан тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллин 6-сы съезда күтәрелгән мәсьәләләр тураһында һөйләне, резолюция пункттары менән таныштырҙы. Милли ойошма тарафынан ағымдағы йылдың Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителгәне хаҡында әйтеп, уға бәйле бурыстарҙы һанап үтте. Уран ырыуы музейы кәрәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында Яңауыл районынан делегат булараҡ ҡатнашҡан милләттәштәребеҙ мөһим сараға бәйле тәьҫораттарын еткерҙе. Мәҫәлән, Әнисә Хөсәйенова республика Башлығы Радий Хәбировтың бай йөкмәткеле сығышын баһаланы, “Яратҡан башҡорттарыма ҡатмарлы осорҙа миңә терәк булғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Көсөбөҙ – берҙәмлектә” тигән һүҙҙәрен еткерҙе, Яңауылдан барған делегаттарҙың һәр сессияла әүҙем ҡатнашҡанын билдәләне. Мәҫәлән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Светлана Хашимова съездың “Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше” тигән сессияһында ҡатнашҡан. “Ниндәй генә тармаҡта хеҙмәт итһәң дә, тарихыңды онотмай, тыуған төйәгеңде хәстәрләүгә үҙ өлөшөңдө индерә алаһың. Сессияла тап шундай өлгө күрһәткән милләттәштәребеҙ күп булды, уларҙың бай тәжрибәһе – һәр беребеҙгә һабаҡ”, – тине әлеге саралағы сығышында Светлана Хашимова. Ул районда яңы музей асырға йыйыныуҙары хаҡында ла белдерҙе. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашып ҡарарға ниәтләнәләр. Проекттың исеме – “Башҡорт ырыуы Уран. Үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге”. – Музейҙың урынын да һайлағанбыҙ – районыбыҙҙың Киҫәкҡайын ауылы мәҙәниәт йорто, – ти Светлана Фәнил ҡыҙы. – Ул ауыл ҙур, юлдары асфальт, тимәк, халыҡтың килеп ҡарауы өсөн уңайлы буласаҡ. Әлбиттә, был эшкә сәбәпһеҙ тотонманыҡ. Урта һәм йәш быуын вәкилдәренә “Ауылығыҙҙың тарихын беләһегеҙме?”, “Музейҙарға йөрөйһөгөҙмө?”, “Нәҫелегеҙҙең шәжәрәһе бармы?” тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәйнек, һөҙөмтә ҡыуандырманы. Мәҙәни-белем биреү үҙәге асырға кәрәк, унда уран ырыуының үткәне, бөгөнгөһө сағылыш табырға, киләсәген хәстәрләү юлдары хаҡында уйҙар тыуырға тейеш, тип ҡарар иттек. Проект етәксеһе – Яңауылдағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әлиә Мирсаяпова – йәш, инициативалы кеше. Районыбыҙҙың элекке хакимиәт башлығы ла, хәҙергеһе лә – уран ырыуы башҡорттары. Тимәк, ярҙам булыр тигән ышаныстабыҙ. Үҙебеҙҙәге генә түгел, ә күрше район һәм ҡалаларҙағы ойошмалар ҙа беҙгә булышлыҡ ҡылырға әҙер. Билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Азат Ярмуллин башланғысыбыҙҙы ихлас хупланы. Светлана Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, проектҡа ярашлы, Уран ырыуы музейы Яңауыл районының тарихи урындары буйлап турист маршрутына инеп китәсәк. Киләсәктә ошо төбәктең данлы улы, йырсы Радик Гәрәевтең дә музейын булдырырға тигән ниәттәре бар. Иман – илһөйәрлектең инеше Ғөмүмән, Яңауыл районы халҡы үҙенең шәхестәрен онотмай, уларҙың исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бүлә. Был хаҡта билдәле милләттәшебеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Рафаил Яхин да сығышында бәйән итте. – Беҙҙең район ерлегендәге уран, гәрәй башҡорттары араһында халҡына, тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән данлыҡлы кешеләр күп. Уларҙы онотмау, исемдәрен мәңгеләштереп, йәш быуынға өлгө итеп күрһәтеү мөһим, – тине Рафаил Заян улы. – Махсус хәрби операция шарттарындағы ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Ошо осорҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге нығыраҡ әүҙемләшергә тейеш тигән фекерҙәмен. Бөгөн беҙҙең төп бурыс – илебеҙҙең именлеген һаҡлау. Динебеҙҙе үҫтереү буйынса эш алып барыу ҙа өҫтөнлөктә булырға тейеш: иман – илһөйәрлектең инеше ул.
Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, тарихсы Азат Ярмуллин Яңауыл районының Яңы Уртай ауылында тыуып үҫкән шәхес, республикабыҙ барлыҡҡа килгән осорҙа ошо хәрәкәттең башында йөрөгән Хәлим Әмиров тураһындағы “Башҡорт Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле” тигән китаптың исем туйын үткәрҙе. Унан урындағы милләттәштәребеҙҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, янып-көйөп хеҙмәт иткән әүҙемселәр маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. |