|
![]() Яңылыҡтар
Батырҙар янып йәшәйОшо көндәрҙә Батыр ауылында Федоровка районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшенә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар,аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр йыйылды. Ҡоролтайҙы асыу тантанаһы башҡорт халҡының «Урал» милли гимны менән башланды. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Федоровка районы башҡорттары ҡоролтайының кураторы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Ҡотлогилдина, Башкортостан республикаһының халыҡ ижады театрының әйҙәүсе белгесе Гөлсинә Баймөхәмәтова ҡатнашты һәм сығыштарында телгә, илгә һөйөү, сәләмәт тормош алып барыу хаҡында һөйләне, берҙәм булып, тыуған еребеҙҙең тырыш, өлгөлө халҡы булыуҙарын теләне. Район кураторы Хөрмәтулла Ғаззали улы сығышында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыуға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү, башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат сараларына яҙылыу, һәр ғаиләлә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телендә белем биреү ролен көсәйтеү, МХО — ла хеҙмәт иткән яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү , сәләмәт тормош алып барыу тураһында сығыш яһаны. Ултырышты Федоровка районы башҡорттары ҡоролтайының 2024 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында сығышы менән ҡоролтайҙың рәйесе Әҡлимә Ғәйетҡолова дауам итте. VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре барланды, фекер алышыуҙар булды. 2025 йылға эш планына керетерлек тәҡдимдәр яңғыраны. Район халҡын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Алтынсы съезы резолюцияһы менән таныштырып, алға яңы маҡсаттар, бурыстар ҡуйылды. Йыйын һуңында башҡорт ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнашҡандар бүләкләнде. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Беҙ - батырҙар төбәгенән» исемле байрам сараһында тематик майҙансыҡтар, сәнғәт, халыҡ оҫталарының бай күргәҙмәләре генә түгел, ауыл йәрминкәһе милли аш-һыу традицияларында тәм-томдар менән ҡыуандырҙы, унда шифалы үләндәрҙән ҡайнар сәй, варенье, бал, ит,төрлө ҡамыр ризыҡтарын ауыҙ итергә мөмкин ине. Шулай уҡ ошо ауыл батыры, Бөтә донъя чемпионы Рәдиф Аҡсурин ҡарҙа йәш көрәшселәрҙең таҫыллығын, көс-ғәйрәтен күрһәтеп хайран ҡалдырҙы. Халҡыбыҙҙың тарихи, этник, мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм пропагандалау маҡсатында Миҙхәт Багаев ойошторған «Мәргән уҡсы» бәйгеһендә ғаиләләр әүҙем ҡатнашты һәм лайыҡлы бүләктәрен алды. Артабан Батыр ауылының «Аманат» халыҡ театры Т. Гариповның «Китмәгез, торналар!» спектакле менән сығыш яһаны. Спектаклдә йәмғиәтебеҙҙең иң актуаль темаларҙың береһе күтәрелә. Һүҙ зарарлы ғәҙәт тураһында бара, кеше уларҙан арына алмай, йәмғиәттә ошондай проблема барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, ғаиләләр тарҡала, ауырыу балалар тыуа! Ғаилә — дәүләттең нигеҙе. Үҫеп килгән быуынды һау-сәләмәт үҫтереү тик тулы, сәләмәт ғаиләлә генә мөмкин. Спектакль ҡуйыусы артистарҙың һәр береһенең үҙ ролен оҫта башҡарыуы, халыҡҡа тулыһынса төп идеяны еткереп уйнауҙары ,бер кемде лә битараф ҡалдырманы. «Аманат» халыҡ театры хөрмәтле ҡунаҡтарҙың иң юғары баһаһын алды һәм уңышлы аттестация үтте. Батыр ауылы — конкурстың муниципаль этабы еңеүсеһе. Ауыл халҡы сәләмәт тормош рухында йәшәй, бөтә көсөн, энергияһын, ижади һәләтен конкурста ҡатнашыуға йүнәлтә. Батырҙар үҙҙәренең әүҙем тормош позицияһы, бәләкәй ватанға, тарихҡа, йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә һиҙгер, һаҡсыл мөнәсәбәте менән айырылып тора. Был хаҡта уларҙың тыуған ауылын төҙөкләндереү, ауылдаштары өсөн сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса күп саралар ойоштороуы дәлилләй. Батырҙарға Республика кимәлендәге конкурс проектын уңышлы яҡлауҙарын теләйбеҙ! Һәр кемдең йөрәгендә милли рух һүнмәһен, киләсәк быуын да ошо рухта тәрбиәләнһен ине. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! |