|
![]() Яңылыҡтар
“Башҡортостан – Ватанды һаҡлауҙа” проекты тормошҡа ашырыласаҡ
Күптән түгел алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы йомғаҡтары буйынса Борай районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә урындағы башҡарма комитет рәйесе Илгиз Харисов, район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гемир Нуретдинов, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Ғаяз Бикбулатов, алтынсы съезд делегаты, Борай районының туған телдәрҙе өйрәтеү буйынса методисы Рәмилә Солтанова, урындағы башҡорттар ҡоролтайы ағзалары, ауыл биләмәләре вәкилдәре, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары делегаттары һ.б. ҡатнашты. Махсус ҡунаҡ булып яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов килде. Урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Илгиз Харисов милли ойошманың былтыр Йәштәр йылындағы эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, быйылға яңы бурыстарҙы барлап үтте. Йәштәр йылына арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауға, милли йолаларҙы пропагандалауға индергән өлөштәре өсөн Борай башҡорттары ҡоролтайының “Хәрәкәт” йәштәр бүлеге әүҙемселәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Артабан район ҡоролтайы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, резолюция проекты ҡабул ителде. Унда “Башҡортостан – Ватанды һаҡлауҙа” халыҡ тикшенереү проектын тормошҡа ашырыу, милли белем биреү, спорт һәм мәҙәниәтте үҫтереү, халыҡта сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш тәрбиәләү, ғаилә институтын нығытыу буйынса аныҡ пландар билдәләнде. |