Курултай башкир г. Стерлитамак төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, 2 декабрҙә старт алған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының муниципаль этабы тамамланған.
Мәғлүм булыуынса, Етегән — ғаилә һәм мөхәббәтлеләр байрамы сиктәрендә 2021 йылдан алып «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы даими үткәрелеп килә.
Конкурс өс этаптан тора, һәм иң юғары дәрәжә — Республика кимәлендә еңеүселәрҙе йыл һайын тап Етегән байрамы көнөндә (1 март) тәбрикләйҙәр.
Әлегә 2 декабҙә старт алған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының муниципаль этабы тамамланды.
13 ғинуарҙан зональ этап башлана.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан зональ этапҡа өс ғаилә үтте.
Еңеүселәр менән таныштырып үтәйек:
— ҠАРАСУРИНДАР ғаиләһе "Ижади ғаилә" номинацияһында 1-се урын яуланы!
— СӘЙФУЛЛИНДАР ғаиләһе "Ғаилә кәсебе" номинацияһында иң алдынғы булды!
— БАТТАЛОВТАР "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында беренселеккә өлгәште!
Өлгөлө ғаиләләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға зональ этапты уңышлы үтеп, Республика кимәлендә лә еңеү яулауҙарын теләйбеҙ!