VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихАтайсалБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Тәтешле башҡорттары кәңәш ҡорҙо

24 декабрь 2024, 16:39

Тәтешле районы мәҙәниәт һарайында урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты, улар араһында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет ағзаһы, шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, лейтенант, юғары хәрби комиссариат ветераны Ринат Ҡолтоманов, шулай уҡ Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, башҡорттар ҡоролтайы, уҡыу йорттары, мәҙәниәт идаралығы делегаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары булды.

Ултырыш башҡорттарҙың "Урал" милли гимнын башҡарыуҙан башланды. Сараны Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәйнурова асты.

Лариса Хашим ҡыҙы үҙенең сәләмләү һүҙендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы тураһында һөйләне, алдағы йылдарға төп бурыстарҙы билдәләне, башҡорт-төҙөүсе образы хаҡында фекерҙәрен белдерҙе.

Ринат Уразбай улы хәрби хеҙмәттең маҡсаттарына, бурыстарына туҡталды, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүгә иғтибар йүнәлтте.

Район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән Әҙеһәм Фәрүәзетдинов сығыш яһаны. Ул шулай уҡ район делегацияһының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡатнашыуы тураһында һөйләне, сараның резолюцияһы менән таныштырҙы.

Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт идаралығы.
Уртаҡлашыу