VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихАтайсалБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

"Оло эштәр башлана ғына"

23 декабрь 2024, 19:13

Районыбыҙҙың күркәм бинаһы - мәҙәниәт һарайы китапханаһында Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Ул "түңәрәк өҫтәл" - йәнле аралашыу форматында барҙы. Йыйылышта VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре барланды, фекер алышыуҙар булды.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова саҡырылған ҡунаҡтарҙы, ҡоролтай ағзаларын сәләмләп үтте. "2025 йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, ошо йыл беҙгә икеләтә Еңеү алып килһен!” - тине ул, үҙ сығышын тамамлап.

Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, журналист, яҡташыбыҙ Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин съездың резолюцияһы менән таныштырҙы. Ул сығышында берҙәм, ойошҡанлыҡ менән йәшәргә өндәне. "Башҡортостан - күп милләтле республика, Рәсәйҙең таянысы, иң ышаныслы төбәге. Шулай уҡ ул - башҡорттар өсөн берҙән-бер төбәк. Шуға ла беҙ ошо республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтар өсөн дә яуаплыбыҙ", - тине ул.

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында Ғафури районынан хакимиәт башлығы В.Ф. Вәхитов һәм дүрт делегат - Сәлимов Ниязбай Булатбай улы, Зәйнетдинов Фаил Һәҙиәт улы, Баязитова Флүзә Фәрүәз ҡыҙы, Басиров Марат Раил улы ҡатнашты. Киләһе һүҙ районыбыҙ делегацияһы етәксеһе, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдиновҡа бирелде. Ул съезд һөҙөмтәләре менән ҡыҫҡаса таныштырҙы һәм өс мөһим мәсьәләгә туҡталып үтте:

- МХО-ла ҡатнашыусыларҙың мохтажлыҡтарын иҫәпкә алып, ярҙам итеү,
- туған телебеҙҙе үҫтереү,
- милләт-ара татыулыҡты һаҡлау өҫтөндә эшләү.

"Туған телдә һөйләшергә өйрәтеүҙе балалар баҡсаһынан башларға кәрәк. Шуға күрә, киләсәк быуын туған телебеҙҙә аралашһын, үҙ телен белһен тигән ниәт менән Красноусол башҡорт гимназияһына дүрт балалар баҡсаһының береһен беркетеү өҫтөндә эшләргә һәм тиҙ арала атҡарып сығырға кәрәк", - тине ул.

Артабан Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары, журналист, филология фәндәре кандидаты, йәмәғәтсе, Ғафури районының почетлы гражданы Сәлимов Ниязбай Булатбай улы сығыш яһаны. "Беҙ бөгөн дә актуаль булып торған өс тармаҡ - дин, тел һәм милли кадрҙар буйынса эште әүҙемләштерергә тейешбеҙ", - тине ул. Шулай уҡ "Онотолған шәхестәр" проектын районда яйға һалырға кәрәклеген билдәләп үтте.

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы делегаты, Ғафури районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, башҡорт теле буйынса төбәк-ара методик актив ағзаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баязитова Флүзә Фәрүәз ҡыҙы үҙ телмәрендә тел уҡытыусыларын борсоған һорауҙарға туҡталды һәм, уны хәл итеү юлдарын күҙ уңында тотоп, тәҡдимдәр керетте.

Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышында ҡатнашҡандар йыйылышта ҡабул ителгән резолюцияны тәфсирләп аңлатып биргән Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайының абруйлы ағзаһы, мәғариф алдынғыһы, ошо өлкәнең хеҙмәт ветераны Ҡалмырҙин Ғәлинур Зиннур улының сығышын айырыуса иғтибар менән тыңланы. "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтте, әммә күләмле һәм әһәмиәтле эштәр башлана ғына әле", - тине ул, һүҙен тамамлап.

Ултырыш фекер алышыуҙар, фәһемле, тос тәҡдимле сығыштар менән бик йәнле үтте.

Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө.
Уртаҡлашыу