|
Яңылыҡтар
Белорет башҡорттары 6-сы съезд эшен юғары баһалайБелорет районы һәм Белорет ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы май айында киңәйтелгән ултырыш уҙғарып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезына делегаттар һайлағайны. 12-14 декабрҙә “Торатау” конгресс-холында милләтебеҙ үҫеше өсөн мөһим булған ошо мәртәбәле сара уҙҙы. Беҙҙең район һәм ҡаланан ҡатнашҡан һигеҙ делегат мәҙәниәт, тарих, демография, мәғариф, йәштәр һәм эшҡыуарлыҡ секцияһы эштәрендә ҡатнашты. Улар бөгөн милләт өсөн актуаль булған проблемалар тураһында һөйләште, эшлекле тәҡдимдәр индерҙе һәм төрлө йүнәлештә фекер тупланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаларын уңышлы тормошҡа ашырыу һәм артабан да был йәһәттән һөҙөмтәле эшләү, съезда алған тәьҫораттар менән бүлешеү, унда күтәрелгән мәсьәләләр, ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында башҡаларға ла еткереү маҡсатында ошо сарала ҡатнашҡан делегаттар менән осрашыу ойошторолдо. Белорет педагогия колледжында үткән осрашыуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова ла килде. Эльвира Ринат ҡыҙы барыһын да Радий Хәбировтың 6-сы ҡоролтайҙағы сығышы, съездың резолюцияһы менән таныштырҙы, делегаттар үҙҙәре ҡатнашҡан секция ултырыштары, унда күтәрелгән мәсьәләләр, индерелгән тәҡдимдәр тураһында һөйләне, сараның эшен юғары баһаланы. |