|
Яңылыҡтар
Маҡсат - милли үҙенсәлекте һәм туған телдәрҙе һаҡлау12 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы “Социомәҙәни модель әҙерләү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу контексында тел һәм оҡшашлыҡ” ғилми форумын үткәрҙе. Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойошторолдо. Форум барышында “Урал-Алтай-Мәскәү: Рәсәй төркиҙәре боронғо замандан хәҙерге көнгә тиклем” панель дискуссиялары үтте. Унда этносәйәси проблемалар, милли һәм гражданлыҡ берҙәйлеге мәсьәләләре, цивилизация ҡиммәттәре һәм Рәсәй халыҡтарының теләктәшлек механизмдары тикшерелде. Пленар сессияла этнолингвистик характерҙағы мәсьәләләр, дөйөм Рәсәй кимәлендә лә, төбәк кимәлендә лә мәғарифта һәм йәмғиәттә туған һәм дәүләт телдәренең йәшәйеше проблемалары ҡаралды. Сарала Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы милли республикаларының ғына түгел, Себер халыҡтары, Саха Республикаһы тәжрибәһе өйрәнелде. Башҡортостан Республикаһының ғилми берләшмәһенән тыш, ғилми сарала Мәскәүҙән (Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты), Санкт-Петербургтан (Кунсткамера), Волга буйы федераль округы республикаларынан һәм башҡа субъекттарҙан вәкилдәр саҡырылған ине. Улар иртәгә, 13 декабрҙә, үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары съезы сараларында ла ҡунаҡ сифатында ҡатнаша. Форумдың пленар өлөшөндә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамаҙанов һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадрановтың сәләмләүен еткерҙе. Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, форумда милли оҡшашлыҡты һәм туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында ғилми-хоҡуҡи база әҙерләнә. – Ил Президенты Владимир Путин беҙҙең алға мөһим бурыс ҡуя – ул Рәсәй халыҡтарының төрлөлөгөн, уларҙың этник һәм мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау. Был миссия ғалим-практиктарыбыҙ иңендә лә ята. Федераль эксперттар менән берлектә башҡа төбәктәрҙә хоҡуҡ системаһының нисек һалыныуы тураһында фекер алышасаҡбыҙ, тәжрибә уртаҡлашасаҡбыҙ, сөнки күп нәмә төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволарынан тора, - тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән Феодосия Габышеваның сығышы беҙҙә һәм уларҙа туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, милли һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау йәһәтенән алып барылған эштәрҙе сағыштырып ҡарау йәһәтенән ҡыҙыҡлы булды. Мәскәү ҡалаһынан тарих фәндәре докторы Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институтының Европа тикшеренеүҙәре үҙәге мөдире Марина Мартынованың сығышындағы тикшеренеү һөҙөмтәләре, һандар һәм факттар уйланырға мәжбүр итте. Мәҫәлән, 1934 йылда СССР-ҙа уҡытыу 104 милли телдә алып барыла. Артаьанғы сәйәсәт һөҙөмтәһендә 1970-се йылдар аҙағына был күрһәткес 14-кә тиклем кәмей, йәғни ни бары 14 милли телдә уҡытыу ойошторола. Милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә табан юл алыуы, милли асылға иғтибарҙы арттырыу өсөн мөмкинлектәр асылыуы һөҙөмтәһендә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре өҫкә ҡалҡып сыға. 2018 йылға Рәсәй мәктәптәрендә 24 телдә уҡытыу алып барылып, тағы 81 тел уҡыу предметы булараҡ өйрәнелә. Әммә тиҫтә йылдар дауамында алып барылған сәйәсәт үҙен ныҡлы һиҙҙертә, туған телде өйрәнеү, әсә телендә уҡыу мәсьәләһенә төрлө ҡараш барлыҡҡа килә, бының мөһимлеген һәм әһәмиәтен аңламаусылар бөгөн дә юҡ түгел. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина республикала, айырыуса Өфө университетында полилингрваль белем биреү мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре тураһында сығыш тәҡдим итте. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү проекттары хаҡында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Сәлимә Таһирова һөйләне. ФЕКЕР Илшат Йосопов, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты: – “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу контексында тел һәм оҡшашлыҡ” форумының исемендә сағылыш тапҡан мәсьәлә – хәҙерге замандың иң көнүҙәк проблемаларының береһе. Төп маҡсатыбыҙ Рәсәйҙең гуманитар фәнен артабан үҫтереүҙең дөйөм концептуаль идеяларын әҙерләү өсөн төрлө төбәктәрҙән гуманитар фәндәр өлкәһендәге эксперттарҙы эксперттар берләшмәһенә берләштереү ине. Ошо маҡсатҡа өлгәштек, тип ышаныс менән әйтәм алабыҙ. Форумда беҙ күп милләтле Рәсәй халыҡтарының теләктәшлек идеяһына айырым иғтибар бүләбеҙ. Халыҡтарҙы дөйөм ҡиммәттәр нигеҙендә туплау һәм заман саҡырыуҙарын нейтралләштереү өсөн беҙгә үҙ-ара эш итеү форматын әҙерләргә кәрәк. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. |