|
Яңылыҡтар
«Ябай малай»ҙан - оҫталыҡ дәресеКүптәргә «Ябай малай» псевдонимы менән билдәле йырсы Йәмил Баймырҙин Аҡьярҙың 3-сө мәктәбендәге ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар менән осрашҡан. Ул йәш ҡурайсылар өсөн боронғо башҡорт халыҡ көйҙәрен - «Шафиҡ», «Буранбай», «Хәйбулла маршы»н уйнап ишеттергән. Артабан «Ябай малай» ҡурайҙа уйнау серҙәре менән уртаҡлашҡан һәм уҡыусыларға «Боронғо һалдат маршы» көйөн уйнарға өйрәткән. |