VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Рухлы йәштәр – халҡым йәшәр

13 ноябрь 2024, 17:01

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы алдынан, Өфөлә Йәштәр йылына йомғаҡ яһау буйынса ҙур сара уҙа.

Уның барышында “Рухлы йәштәр – халҡым йәшәр” стратегик сессияһы ойошторолдо. Сара башында йәштәрҙе сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов быйыл башҡарылған эштәр тураһында бәйән итте, артабан да проекттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу теләген белдерҙе.

- Быйыл һеҙҙең менән айырыуса әүҙем, тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Һәр йәш кеше менән эшләү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Иң мөһиме - киләсәк быуындарға үҙебеҙҙең хеҙмәт емештәребеҙҙе, мираҫыбыҙҙы лайыҡлы тапшырырға тейешбеҙ. Тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ бай, стратегик йүнәлештәребеҙ бар. Улар нигеҙендә милләтебеҙ үҫергә тейеш. Ошо йәһәттән стратегик сессиялағы һәр команданан айырым тәҡдимдәрҙе резолюция рәүешендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында яңғыратырбыҙ. Улар ҙур резолюцияға, стратегияға инеп китер тигән ышаныстабыҙ, - тине Юлдаш Йосопов.

Билдәле булыуынса, “Рух майҙаны” күсмә комплекслы сараларында бындай стратегик сессияларҙы халыҡ яратып ҡабул итте. Барыһында ла көнүҙәк мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Бөгөнгө йәштәрҙе күберәк һөнәри үҙбилдәләнеш, эшкә урынлашыу (эш биреүселәр тәжрибәһе булмаған кандидаттарҙы теләр-теләмәҫ кенә ала), торлаҡ проблемалары, ҡатмарлы психологик хәлдәр һ.б. темалар борсой. Фекер алышыу бөгөн дә киң яҡлы, ҡыҙыҡлы, фәһемле булды.

Уртаҡлашыу