|
![]() Яңылыҡтар
Башҡорт бейеүе яңы идеяларға илһам бирә Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй рәссамдар Союзы һәм Халыҡ-ара Һынлы сәнғәт ассоциацияһы АИАП ЮНЕСКО ағзаһы Илдус Мортазиндың «Башҡорт бейеүе» тип исемләнгән картинаһын тәҡдим итәбеҙ. Ир-егет образы аша тиҙ хәрәкәтте еткерергә тырыштым. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа башҡорттарҙың ниндәй шәп һыбайлылар булыуын беләбеҙ. Ә башҡорт ҡыҙы образы аша - халыҡ фольклорының матурлығын һәм гармониялы тулҡындарын. Бала саҡтан башҡорт йырҙарын яратам, уларҙа үҙенсәлекле моң бар. Әсәйем дә гел әйтә ине башҡорттарҙың бик моңло халыҡ булыуҙары тураһында”, - тип уртаҡлашты рәссам Илдус Мортазин. |