VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Урал» йырының тарихын беләһегеҙме?

26 сентябрь 2024, 11:15

Аҙна һайын төркөмдәштәребеҙҙе күренекле ғалим һәм яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең «Башҡорт халыҡ ижады хазиналары» тип аталған, баҫмаға әҙерләнгән китабы менән таныштырабыҙ.
Авторы, төҙөүсеһе — әҙип үҙе. Йыйынтыҡҡа ул уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан халыҡ араһында йөрөп, шулай уҡ бүтән төрлө сығанаҡтар аша йыйған йырҙар, риүәйәттәр, легендалар, йыр-көй тарихтары, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр, эпик әҫәрҙәр тупланған.

Авторҙың фольклор экспедициялары тураһындағы яҙмалары «Юлдар миңә йырҙар бүләк итә» тигән исем аҫтында айырым бүлек итеп бирелгән. Проекттың етәксеһе — Рәшит Шәкүрҙең өлкән ҡыҙы, Башҡорт фольклоры фәнни-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова.

Китап Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ғалим-остаз, фольклорсы Рәшит Шәкүровтың ярты быуатлыҡ яҙыу дәфтәрендә тупланған халыҡ ижады хазиналары» проекты сиктәрендә баҫыласаҡ. Әле әҙерләнгән йыйынтыҡтан «Урал» йырын тәҡдим итәбеҙ.

«Урал» йырын Рәшит Шәкүр 1961 йылдың 29 июнендә Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Хәлит (Тахталым) ауылында 82 йәшлек Низам Камаловтан яҙып алған. Шул йырға бәйле тарихы ла бар. «Урал» йырын йырлағас, Низам олатай: «Йыры күп уның. Бөтөн Урал беһтең ер булған. Кәһте яғындағы беһтең биш ауылдың ҡырҡ биш күле булған. Шунан Демидов килеп завод һалдырған. Аҙаҡ англиздәр килеп завод төҙөгән», — тип аңлатма биргән. Уның, салйоғот һөйләшендәгесә, Кәһте тигәне башҡорт әҙәби телендә Кәҫле тигәнгә тура килә.

УРАЛ Йәмде генә Урал буйҙары Ҡысҡырып та бейә бәйҙәргә. Йәйләүлектәр китте, малдар бөттө, Инде ҡалды һағынып һөйҙәргә. Йәмде генә Уралдың буйҙарында Атай-бабайҙарҙың төйәге. Шунда ғына тыуған, шунда үҫкән, Шунда ҡалды аҫыл һөйәге.
Рәшит Шәкүр
Валерий Шахов фотоһы
Уртаҡлашыу