|
Яңылыҡтар
Хәдис ағай Башҡортостан Башлығын көтәУчалы районының Ҡолош ауылында йәшәгән Хәдис ағай Сафиуллин үҙенең йортонда музей асыуын, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа арнап , "Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!" тигән экспозиция булдырыуын, уны " Башҡортостан" гәзитенән ҡырҡып алынған материалдар менән биҙәүен ишетеп, беҙҙең дә уны барып күреү теләге тыуҙы. Уйыбыҙҙы оҙаҡҡа һуҙмай йыраҡ Учалы яҡтарына юлландыҡ. Районға эш сәфәребеҙҙе төп маҡсатыбыҙ итеп алған Ҡолош ауылынан, Хәдис Сафиуллин менән күрешеүҙән башланыҡ. Бик ҡыҙыҡлы булып сыҡты әңгәмәсебеҙ. Һөйләшеүебеҙ нисек музей ойоштороу тарихынан башланып китте. 2013 йылда үҙенең элекке өйөндә ойоштороп ебәрә ул эште. Зәйнулла ишандың, шулай уҡ 1891 йылғы ауылдашы мулла Мөхәммәт Хәҙисовтың таяҡтары уның тәүге ҡомартҡылары була. Һәм бөгөн экспонаттар һаны 3 меңгә етә. Улар Учалы районынан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған. Музейҙы күрергә сит илдәрҙән, башҡа төбәктәрҙән 6 меңләп кеше килгән. Беҙ барғанда Мәскәүҙән ҡунаҡтарҙы осраттыҡ. Бик бай тәьҫораттар алып хушлашты улар. Ысынлап та, уйға һалырлыҡ күп нәмә һаҡлана бында.Боронғо әйберҙәрҙе бигерәк тә йәш быуын ҡыҙыҡһынып ҡарай.Быйма баҫыу ҡулайламаһы, боронғо көршәктәр, эш ҡоралдары, ҡул тирмәне, милли кейемдәр, музыка инструменттары, ағас биҙрәләр барыһы ла бар. Патриотик темаға ла ҙур урын бирелгән. Мәҫәлән, Ҡолош ауылынан Афғанистанда хеҙмәт иткән егеттәр тураһында мәғлүмәт тупланған. Килөсөктә махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә арналған мөйөш булдырыу ниәте лә бар. Ошо маҡсатта экспонаттар туплана башланған. "Башҡортостан" гәзите биттәренән Республика Башлығы Радий Хәбиров эшмәкәрлегенә арналған мөйөш тә ҡыҙыҡһыныу уятты. - Халыҡ бик әүҙем. Өмәләргә дәррәү сыға ҡолоштар. " Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, районда 1- се урын яуланыҡ, республика кимәленә сыҡтыҡ", - ти ауылдаштарының берҙәмлегенә һөйөнөп. Тағы ла бер матур эше менән һоҡландырҙы Хәдис ағай. Ул 12 машина утын әҙерләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә таратҡан. Ауылының, йәнтөйәгенең ысын мәғәнәһендәге патриоты ул. Тыуған еренә, халҡына изгелек итеүҙән күңел ҡәнәғәтлеге ала. Ҡайҙа ауылына ярҙам кәрәк, беренселәрҙән ташлана. Ауыл эргәһендәге урманда янғын сыҡҡанда ла ситтә ҡалмай. Тәүгеһендә ете райондан янғын һүндереүселәр ярҙамға килә.Сафиуллиндар уларҙы өйҙәрендә ҡундырып ҡулдан килгәнсә ярҙам итәләр. Икенсе осраҡта ла өйҙәрендә 100- ләгән кешегә ашау ойоштороп изгелек итәләр. Янғын һүндереүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн ул Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының " Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы ла геройыбыҙҙың халҡы өсөн ҡылынған изгелектәре тураһында һөйләй. Хәдис ағайҙың һәр башланғысын хуплаған, ярҙам иткән ҡатыны Фәүзиә апай ҙа һоҡланыу уятты. — Музей асырға тигән теләгенә шунда уҡ риза булдым. Бәләкәй өйҙө ҡулайлаштырып, шәхси музей эшләнек. Тормош иптәшем өйҙә булмағанда, килгән кешеләргә ҡомартҡыларҙы үҙем дә күрһәтәм. Үҙебеҙҙең ейән- ейәнсәрҙәр ҙә музейҙағы әйберҙәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарай,- ти Фәүзиә Муса ҡыҙы. Әйткәндәй, улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, ете ейән- ейәнсәргә олатай менән өләсәй. Йәш сағынан уҡ Хәдис ағайҙың сая, тәүәккәл егет булыуына ла инандыҡ. Үҙенең ҡатынын ул заманында урлап ала. Йөрәге алдамаған, улар Фәүзиә апай менән 40 йылдан ашыу татыу ғүмер итә. -Ҡатыным менән 1982 йылда өйләнештек. Уны Рафиҡ ауылынан урлап алып ҡайттым. Ҡышҡы мәл ине. Дуҫ егеттәр менән ул ауылға туғандарға барҙыҡ, аҙаҡ клубта ла булдыҡ. Фәүзиәне. клубтан өйөнә тиклем генә тип атҡа ултыртҡайныҡ, толопҡа төрөп үҙебеҙгә алып ҡайттым да киттем. Бер генә көн таныш инек, күңелем ҡыҙҙың үҙемдеке икәнен һиҙгәндер. Ул ваҡытта Красноусолда уҡытып йөрөй ине. Аҙаҡ туғандарынан ныҡлы әрләндем, ләкин үкенесле түгел, бик матур ғүмер иттек,- тип хәҙер инде көлөп хәтергә ала Хәдис ағай. Егеттең аҫылына тормошҡа сығыуын Фәүзиә апай ҙа аңлай. " Бер ҙә үкенгәнем булманы. Ирем менән бик матур йәшәйбеҙ. Ҡолош ауылын да үҙ иттем",- тип бәхетле йылмая. " Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" тигән мәҡәл Хәдис ағай кеүектәргә ҡағыла. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Күреп ишә, быйма табанлай, ат дағалай белә. Заманында атаһы ла бик оҫта итеп быйма табанлаған икән. - Атайыма райондың төрлө яҡтарынан быйма табанлатырға киләләр ине. Уға ҡарап мин дә был һөнәргә өйрәндем. Ебен үткәреп бирешеп эш рәтенә яйлап төшөндөм,- ти Хәдис Сафиуллин. Яҡындарына, ауылдаштарына, тыуған еренә кәрәкле, файҙалы булыуы менән бәхетле Ҡолош ауылы уҙаманы. Ауылдарыбыҙ тап уның кеүектәргә таяна. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған " Атайсал" проекты ла йәнтөйәгебеҙгә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Был изге башланғысты күтәреп алыусы яҡташтарыбыҙ күплеге проекттың кәрәкле булыуы тураһында һөйләй. Атайсалыбыҙға ярҙам итеү иң беренсе йөрәктә яралалыр. Шул ваҡытта уның файҙаһы тос була. |