|
![]() Яңылыҡтар
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында осрашыуҙар үткәрҙеБөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары өс көн дауамында Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөйләшеү быйыл үтәсәк 6-сы съезға әҙерлек һәм йәмәғтселекте борсоған күренештәр тураһында барҙы. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар ҡаралды. Эш сәфәренең төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы. Башҡорт теле көнө, Башҡорт телен үҫтереү фонды, Милли кейем көнө, Ырыуҙар хәрәкәтен ойоштороу, билдәле шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү. Был Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашырылған ҙур проекттарҙың бер өлөшө генә. Улар барыһы ла милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы тергеҙеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Эштең йәнләнеүе тәү сиратта дәүләт яғынан даими иғтибар бүленеүе, шәхсән Радий Хәбировтың тырышлығы менән бәйле. Республикала ҡабул ителгән Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ла Ҡоролтайҙың күләмле проекттарының береһе. Төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән милләттәштеребеҙҙе ҡайтарыу ҙа Ҡоролтай эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше. Иҫке Сибай ауылындағы осрашыуҙа табип Вәрис Шакиров әйтеүенсә, уның үҙен дә диалект өсөн «башҡорт түгел» тип ситләткән саҡтары була. Хәҙер тарихи ысынбарлыҡ тергеҙелде, ти Вәрис Мулланур улы. Осрашыуҙарҙа халыҡты борсоған һорауҙар уртаға һалып тикшерелде. Беренсе урында-юлдарҙы яңыртыу, биналарҙы төҙөкләндереү булһа, махсус хәрби операция менән бәйле мөрәжәғәттәр ҙә байтаҡ. Улар социаль ярҙам саралары менән бәйле. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, башҡа бәлә төшкәндә кешеләр юғалып ҡала, ошондай ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу бик мөһим. Осрашыуҙа «Айыҡ ауыл» конкурсы менән бәйле һорауҙар ҙа яңғыраны. Халыҡ был проект менән ҡыҙыҡһына, ул кәрәкле, әһәмиәтле, әммә конкурс шарттары менән бәйле аңлашылмаусанлыҡтар байтаҡ. Шулай уҡ башҡорт телендәге телерадиотапшырыуҙарҙың, матбуғат баҫмаларының, дәреслектәрҙең кимәлен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр еткерелде. Әлбиттә, ғинуар айында булған Баймаҡ ваҡиғалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ярҙам һорап килгән әсәләре, ҡатындары әйтеүенсә, ҡотҡо таратыусылар, өндәүселәр үҙҙәре ҡасып бөткән, ә уларға ышанып барған егеттәр яуаплылыҡҡа тарттырылған. Был халыҡ араһында аңлатыу эштәре етмәүҙән, хаҡлыҡты ялған хәбәрҙән айырмауҙан килеп сыға. Йәғни мәғлүмәт һуғышының һөҙөмтәләре. Уны тик ошондай осрашыуҙар ярҙамында, фекер алышып, аңлашып ҡына еңергә мөмкин. Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашыуҙар өс көн дауамында тиҫтәгә яҡын ауылда үтте. Кешеләр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып тикшерҙе, үҙ теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. Осрашыуҙарҙа ауылдарҙың тотҡаһы булған олпат шәхестәр ҙә, дәртле йәштәр ҙә ихлас ҡатнашты. Халҡыбыҙың милли-мәҙәни гәүһәрҙәрен яҡлау буйынса яңығыраға тәҡдимдәр яңы проекттар нигеҙенә ятасаҡ, ә проблемалар буйынса мөрәжәғәттәр яуаплы органдарға тапшырыласаҡ. |