ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Батыр» көҙгә табан прокатҡа сыға

18 июль, 15:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының конференциялар залында «Киләсәк тураһында» халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар проекты сиктәрендә төшөрөлгән «Батыр» тулы метражлы нәфис фильмы күрһәтелде.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Президиум ағзалары, ижади төркөм һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова фильмды ҡарар алдынан уның ҙур потенциалға, илһөйәрлек ҡиммәтенә эйә булыуын һәм киң аудиторияға етергә тейешлеген билдәләне.

Шулай уҡ видеобәйләнеш буйынса сценарий авторы һәм ҡуйыусы режиссер Елена Дубровская ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте һәм киноның беренсе мөхәббәт, үҫмерҙәр араһында дуҫлыҡ, тормошта һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡ өсөн урын булыуы тураһында икәнлеген билдәләне.

"Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр" Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә төшөрөлгән "Батыр" фильмында башҡорт тарихына, мәҙәниәтенә бәйле факттар байтаҡ. Башҡорт бал ҡорто, башҡорт балы, милли ризыҡ ҡыҫтыбый, милли уйындарҙың береһе булған уҡтан һыбай атыу менән бәйле күренештәр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың да иғтибарын йәлеп итер, тип уйлайым. Башҡортостандың һоҡланғыс тәбиғәте, йәш актерҙар - былар шулай уҡ фильмдың уңышы. Һәр кеше тәүге ғишыҡ хистәрен кисерә, шуға күрә тап ошо тойғолар аша йәш быуын күңеленә үтеп инергә ынтылыш - бик нескә һәм дөрөҫ юл, тип уйлайым. Бары тик халҡыбыҙ тарихы һәм йолалары өлгөһөндә беҙ киләсәк быуынды дәүләтебеҙҙең ысын граждандары итеп тәрбиәләй аласаҡбыҙ!" - тине Лариса Абдуллина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: фильм Башҡортостандың 800 мәктәбенән макулатура йыйыуҙан килгән аҡсаға төшөрөлгән. Фильмды күрһәткәндән һуң фекер алышыу ойошторолдо, сара аҙағында ижади төркөмдә ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Уртаҡлашыу