ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ойоштороу комитеты ултырышы үтте

19 июль, 10:48

Бөгөн, 18 июлдә, Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов рәйеслегендә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләренең Алтынсы съезына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

— Республика ошондай күләмле саралар уҙғарыуҙа бай тәжрибәгә эйә һәм күп ғәмәлдәр әҙерлек эшенә бәйле. Беҙҙең ойоштороу комитеты координация һәм контроллек итеү ролен башҡарасаҡ.
Һуңғы съезд 2019 йылдың июнендә ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайының VI съезына әҙерлек сиктәрендә бөгөн республика райондарында һәм ҡалаларында 63 башҡорт ҡоролтайҙарының дөйөм йыйылышы уҙғарылған, 318 делегат һайланған, — тип билдәләне Азат Шамил улы.

Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары башҡорттары ҡоролтайҙарының дөйөм йыйылыштарын үткәреү, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт ҡоролтайҙарының дөйөм йыйылыштарын үткәреү тәҡдимдәре; VI съезға саралар программаһы проекты тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.

— Муниципалитеттарҙың күбеһендә дөйөм йыйылыштар (ҡоролтайҙар) муниципалитет башлыҡтары, республика башҡарма власть органдары вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ҡатнашлығында үтте. Йыйылыш эшендә шулай уҡ территориаль башҡорт ҡоролтайҙары ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыу йорттарынан һәм муниципалитет предприятиеларынан делегаттар ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары яуаплы булған райондарға барҙы. 14 муниципалитетта башҡорт ҡоролтайҙарының яңы етәкселәре һайланды.
Сит ил делегациялары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә дөйөм йыйылыштар үткәреүгә әҙерлек алып барыла, — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Съезд сиктәрендә алдынғы ғалимдар ҡатнашлығында тарихи, этносәйәси һәм социаль-демографик мәсьәләләр буйынса Ғилми форум; Башҡортостан Республикаһынан һәм Рәсәй төбәктәренән әүҙем йәштәр ҡатнашлығында Башҡорт йәштәре форумы һәм башҡа саралар үткәреү планлаштырыла .

Ултырышта ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы съезына әҙерлек һәм уны үткәреүҙең комплекслы планын ҡараны, шулай уҡ ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Уртаҡлашыу