|
![]() Яңылыҡтар
БЕҘҘЕҢ УҠСЫЛАР – ЕҢЕҮСЕ!Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Ҡалмыҡ Республикаһы көнө уңайынан ойошторолған Күсмә халыҡтар уйындарының һайлап алыу турнирында еңеү яулап ҡайтҡан башҡорт егеттәре — Рушан Хәсәнов, Асҡар Ишбирҙин, Айнур Низаметдинов менән осрашыу үтте. Сараға видеобәйләнеш аша Рәсәйҙең уҡтан атыу буйынса йыйылма командаһы тренере Санал Очиров ҡушылды. Ул сығышында ң егеттәрҙең, ғөмүмән, башҡорт халҡы вәкилдәренең һуңғы йылдарҙа милли спорт төрҙәрендә уңышлы сығыш яһауын, уҡтан оҫта атыуҙарын билдәләне. Әйткәндәй, был ярышта улар уҡтан һыбай атҡан. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары быйыл Ҡаҙағстанда үтә. Унда Рәсәйҙең йыйылма командаһы ла ҡатнаша. Әгәр элегерәк был сарала һәр халыҡ үҙ командаһын әҙерләһә, быйыл рәсәйҙәр бер команда булып сығыш яһауын да билдәләне Санал Церенович. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина егеттәрҙе Рәсәй йыйылма командаһы составына инеүҙәре, уҡтан һыбай атыу ярышында уңышлы сығыш яһауҙары менән тәбрикләп, йәмәғәт ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Ул шулай уҡ аттар, уҡсылар тураһында әҙәбиәттә лә бай материал барлығын әйтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы Мәхмүт Сәлимовтың башҡорт атына арналған китабы быйыл донъя күрәсәк. Әйткәндәй, егеттәр был сараға үҙ аҡсаларына барып, Ҡалмыҡ Республикаһында аттарҙы ҡуртымға алып сығыш яһаған. Нимәһе ҡыуаныслы, Башҡортостандың Спорт министрлығы юл сығымдарын ҡапларға вәғәҙә иткән. Беҙҙең уҡсылар ҡаҙаҡ стиле буйынса 1-се, 2-се, 3-сө урын яулаған. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса ике һыбайлы 4 кешенән торған Рәсәй йыйылма командаһына ингән. Асҡар Ишбирҙин — 1-се, Рушан Хәсәнов 2-се урын алған, Айнур Низаметдинов жамбы стиле буйынса уңышлы сығыш яһаған. Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡорлтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов билдәләүенсә, бөгөн төбәктә милли спорт төрҙәре үҫешенә иғтибар бүленеүен, был йәһәттән халыҡ-ара «Башҡорт аты» фестиваленең башында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тороуын, киләсәктә уҡсылар хәрәкәте лә йәмәғәтселек иғтибары менән киң йәйелдерелеүенә ышаныс белдерҙе. «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры Әкрәм Әхмәт улы Хөсәйенов билдәләүенсә, башҡорт тоҡомло аттар һәр яҡлап маҡтауға лайыҡ. Ул йылҡыларҙы «универсаль аттар» тип атай. Фәндә лә башҡорт аттары сыҙамлығы, сабыш аты булараҡ та, йөк аты булараҡ та, уҡтан атыу ярыштары өсөн дә, ҡымыҙы менән дә юғары баһалана. Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин башҡорт атын үрсетеүгә бәйле мәсьәләләр күтәрҙе. Әкрәм Хөсәйенов әйтеүенсә, аттарҙың яңы тоҡомон сығарыу эше еңелдән түгел, мәҫәлән, бының өсөн кәмендә 2000 баш бейә һәм кәмендә утыҙ йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Донъяға даны таралған башҡорт атын һаҡлау һәм үрсетеү эше менән төбәктә шөғөлләнгән белгестәр бар. Филология фәндәре кандидаты, утҡан атыу менән шөғөлләнгән Айнур Үтәев үҙ сығышында был милли спорт төрөнә балаларҙы йәлеп итеү, киләсәктә мәктәп программаһына индереү кәрәклеген билдәләне. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн дәрестәр үткәрә. Ошо уҡ фекерҙе Дәүләкән районында балалар менән шөғөлләнгән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры Марсель Ғәлимов та ҡеүәтләне. Ул балалар араһында мөмкин тиклем күберәк ярыштар ойоштороу мөһимлеген әйтте. Ҡоролтайҙың башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы кураторы Нурислам Ҡалмантаев киләсәктә бындай осрашыуҙарға Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәрен дә саҡырыу кәрәклегенә иғтибар итте. Фән кандидаты Рәшит Аҡкүбәков гранттар тураһында фекерен белдереп, ошо рәүешле ярыш кәрәк-яраҡтарын алырға, ярыштар ойошторорға мөмкинлек арттырырға кәрәклеген билдәләне. «Беҙгә бары тик үҙебеҙҙең милли спорт төрҙәренә бәйле гранттарҙы үтемле итеп әҙерләп, аҙағына еткереүҙе хәстәрләргә кәрәк!» — тине ул. Ғалим Закирйән Әминев та үҙ сығышында милли спорт төрҙәре хаҡында фекер беҙҙең эпостарыбыҙ, боронғо риүәйәттәр аша килеп етеүен, халҡыбыҙ вәкилдәренең бөгөн дә уңышлы сығыш яһауы ана шул ҡандағы таһыллыҡ һаҡланыуы хаҡында һөйләүен әйтте. Уҡтан һыбай атҡандар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Раушания Сабитова шуларҙың береһе. Әйткәндәй, ул Ярославль ҡалаһында үткән уҡтан һыбай атыу буйынса халыҡ-ара чемпионатта призер булған. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды. «Ата-бабаларыбыҙҙың шөғөлөнә хәҙер күптәр ылыға, әлегә ҡатын-ҡыҙҙар аҙыраҡ. Шулай ҙа киләсәктә дәүләт ярҙамы менән был сараға йәштәр күпләп килер, тип ышанам,» — тине ул. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Роберт Абҡадиров егеттәрҙе еңеүҙәре менән ҡотлап, башҡорт данын башҡа тарафтарҙа яҡлауҙары маҡтауға лайыҡ тине. «Аттар менән, уҡтан атып та беҙҙең ата-бабаларыбыҙ донъя кимәлендә күп яуҙарҙа еңеү яулаған!», — тине ул. «Башкиновидеопрокат» ойошмаһы директоры Азамат Тимерғазин аттар, уҡсылар тураһында фильмдар эшләргә кәрәклеген, шул эшкә берҙәм тотонорға әҙерлеген бидәләне. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнап, ат тояҡтары тауыштары сығарып, еңеүсе егеттәрҙе тәбрикләне. Оҙаҡ йылдар уҡтан атыу менән шөғөлләнгән милләттәшебеҙ, еңеүселәрҙең береһе Рушан Хәсәнов ҡыуаныслы хәбәр әйтеп шатландырҙы: «Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Уҡтан һыбай атыу һәм традицион уҡтан атыу буйынса федерация ойошторолдо!» — тине ул. Тимәк, киләсәктә милли спорт төрҙәренең береһе булған уҡтан атыу шөғөлө киңерәк танылыр, дәүләтселек ҡурсауына алыныр, тигән ышаныс ҙур. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте. |