VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

ҺЕҘ — БӨГӨНГӨ ТАРИХТЫ ЯҘЫУСЫЛАР

10 июль 2024, 11:12

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы генерал-майор званиеһын алған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт егете Саматов Олег Минебарый улы менән осрашыу булды. Сараны башҡарма комитет ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов башҡорт халҡының гимны – “Урал” көйө менән башлап ебәрҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “башҡорт ир-егеттәрнең ҡаһарманлығы” тураһындағы сығышы – тарихи үткәнебеҙгә баһа.

Ҡоролтайҙың Президиум рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеобәйләнеш аша сараның сәбәпсеһе булған Олег Саматовты, шулай уҡ бер ҡорға йыйылған башҡа яугирҙарҙы тәбрикләп үтте һәм Башҡортостан ир-егеттәренең илһөйәрлек тойғоларын юғары баһалап, боронғо ата-бабаларыбыҙ юлын атлап, бөгөн дә ысын батырҙар булып ҡалыуын билдәләне.

Президиум ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев сараны йәнле итеп алып барҙы. Ул Олег Минебарый улына йәмәғәт ойошмаһының иң юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ Президиум ағзаһы, Башҡортостан Башлығы советнигы, билдәле геолог Рәсих Хәмитов үҙ сығышында хәрби хеҙмәт йылдарын иҫкә төшөрҙө һәм башҡорт генералына уңыштар теләне. Мең ырыуҙарының ҡор башы Әхнәф Тимербулатов Олег Минебарый улына «Мең ырыуы» китабын бүләк итте. Ул шулай уҡ башҡорт егеттәренең әрмелә, яуҙарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүен маҡтап телгә алды. Алда әйткәнебеҙсә, Олег Саматов, Ҡурған өлкәһенең Шадрин районы Ольховка ауылында тыуһа ла, тамырҙары — Асылыкүл буйҙарынан. Атаһы Саматов Минебарый Ҡотлоәхмәт улы, әсәһе Саматова Минзайра Абрар ҡыҙы — Мәкәш ауылынан.

Яугир менән осрашыуға шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов та килде. Ул сараны моңло йырҙары, тәрән йөкмәткеле сығышы менән биҙәне. Уға ла «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы тапшырылды. Әлеге мәлдә ялға ҡайтҡан шулай уҡ махсус хәрби операция яугиры, фән кандидаты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Илгиз Солтанморатов Олег Минебарый улына үҙе авторҙарҙың береһе булған «Башҡорт халҡының ырыуҙары» серияһынан китаптар бүләк итте. «Туман» позывнойлы яугирҙы — Ринат Культумановты республикала шулай уҡ яҡшы беләләр. Ул үҙ сығышында иптәш генерал менән танышыуына шат, һәр ерҙә башҡорт егеттәре бер-береһенә терәк булыуын билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Роберт Абҡадиров сараны тәрән йөкмәткеле сығышы менән йәмләне һәм генерал погондарын таҡҡан Олег Минебарый улына символик бүләк — «йондоҙло стакан» һәм ҡамсы тапшырҙы. Ул шулай «Звездочка в стакане» йырының авторы Урал Рәшитовты ла тәбрикләп үтте һәм һәр кем кем үҙ майҙанында, үҙ фронтында ил мәнфәғәтендә эшләргә тейешлеген әйтте. Урал Камил улы — хитка әйләнгән бик күп йырҙар авторы. Уның «Звездочка в стакане» йырын Олег Газманов менән Радик Юлъяҡшин башҡара. Уның был йыры яугирҙар араһында киң таралған.

Танылған тарихсы Азат Ярмуллин үҙ сығышында башҡорттарҙың башҡа яуҙарҙағы ҡаһарманлыҡтарын хаҡында ла һөйләне һәм «Башҡортостан на переломе эпох» китабын бүләк итте. Ул шулай уҡ: «Бөгөнгө яугирҙар ил һағында тороп, заманыбыҙ тарихын ҡоралы менән яҙа!» — тип билдәләне. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙ моңдары сараға дәрт өҫтәп ебәрҙе. Әлбиттә, ул яугирға ҡумыҙ бүләк итте. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры Марсель Ғәлимов Олег Минебарый улына Дәүләкән яҡтарынан сәләм тапшырҙы һәм киләсәктә ата-бабаларының туған яғында осрашыуҙа көтөп ҡалыуын белдерҙе.

Олег Минебарый улының ике туған апаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина тормош иптәше Айрат менән ҡустыһына ҡамсат бүрек, ә уның ҡатыны Иринаға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдереген бүләк итте. Лариса Хашим ҡыҙы: «Олатайҙарыбыҙ Ыраҡай Ҡоломбәтов (1740) һәм Таңатар Яҡупов (1715) 1771 — 1773 йылғы Польша походында ҡатнашҡан. Был хаҡта байтаҡ ғилми хеҙмәттәрҙә лә әйтелә. Атаҡлы ғалимә Инга Гвоздикова төҙөгән „Башкирское войско в Польском походе (1771 — 1773)“ тип аталған йыйынтыҡта олатайҙарыбыҙҙың исемдәрен уҡыу — беҙгә яуаплылыҡ өҫтәне. Олатайыбыҙ Саматов Ҡотлоәхмәт Самат улы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яраланып ҡайтҡан яугир. Әгәр бөгөн ҡустым Рәсәй Президенты Указына ярашлы генерал-майор званиеһына ирешкән икән, был яугир рухлы, илһөйәр олатайҙарыбыҙҙың юлынан тоғро атлауын күрһәтә. Тик иҫән-һау булып, яҡты таңдар тиҙәрәк атҡанын теләйем!» — тине.

Олег Минебарый улы, үҙ сиратында, сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм боронғо замандарҙан алып ил мәнфәғәтендә хеҙмәт иткән башҡорт халҡының яугир үткәне, 1812, 1941-1945 йылдарҙағы һуғыштарҙағы ҡаһарманлыҡтары тураһында ғорурлыҡ менән телгә алып, бөгөн дә башҡорт ир-егеттәре «ни шагу назад» приказына тоғро ҡалыуын әйтте. «Махсус хәрби операцияла башҡорт яугирҙарының батырлығы хаҡында яҡшы беләләр. Беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың кем икәнен яҡшы беләбеҙ, шуға ла хаҡ юлдан барабыҙ һәм еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» — тине.

Сарала ҡатнашҡан махсус хәрби операция яугирҙарының һәр береһенә Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына арналған китап тапшырылды. Туған ил, дәүләтселекте һаҡлау, илһөйәрлек тураһында һөйләшеүҙәр менән бәйләнеп барған сара дөйөм фотоға төшөү менән тамамланһа ла, ҡатнашыусылар таралышырға ашыҡманы. Сөнки осрашыуға килгән һәр кем халҡыбыҙ, уның яугир үткәне, бөгөнгө батырҙары тураһында сәғәттәр буйы һөйләшергә әҙер. Эльвира Ринат ҡыҙы әйткәнсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ишеге халҡын мәнфәғәтендә эшләргә теләгәндәр өсөн һәр саҡ асыҡ. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.

Лариса Абдуллина
Уртаҡлашыу