Ошо көндәрҙә Мәсетле районында урындағы башҡорттар ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте. Көн тәртибендә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау мәсьәләһе ҡаралды, ойошманың башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде.
Ҡоролтай эшендә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар, Мәсетле районы башҡорттарының башҡарма комитеты ағзалары, ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Сара «Урал» гимнын тыңлау менән башланды. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙ сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.
Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының урынбаҫары Илһам Бикбулатов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз-ҡубыҙсы — Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан «Юлдаш» телеканалының интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе Наил Юнысов үҙ сығыштарында ойошма алдында торған бурыстарға туҡталды, VI Бөтә донъя башҡорттары съезында хәл ителәсәк мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барҙы.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина ҡоролтай тарафынан биш йыл эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Мәсетле районының «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Нәзирә Әхкәмова үҙ эшмәкәрлектәре тураһында бәйән итте. Уларҙың төп бурысы: йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшырыу.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличныгы, Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ғатауллина башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары тураһында һүҙ тотто. Ҡошсо ырыуы ҡор башы Әхмәтнур Хафизов һәм «Ҡошсолар йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамының режиссеры Искәндәр Мөхәмәтйәнов Башҡортостанда йыйындар үткәрелеү проблемаһы һәм Ҡошсо ырыуы йыйынына әҙерлек тураһында һөйләне.
Оло Ыҡтымаҡ ауылында балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыу мәсъәләһен «Миләш» балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубаширова күтәреп сыҡты. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡорт гимназияһында ҡумыҙ ансамблен ойошторорға вәғәҙә бирҙе.
Йыйылыштың икенсе өлөшөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына делегаттар итеп ҡоролтай рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Мәсетле районы муниципаль район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Анфиса Ишмөхәмәтова, Башҡортостандың диңгеҙ хеҙмәте йыйылышының рәйесе, 1-се ранг капитаны Мансур Ахунов һәм Ҡошсо ырыуы ҡор башы Әхмәтнур Хафизов һайланды.
Сара һуңында резолюция ҡабул ителде.
Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарарҙарын урындарҙа тормошҡа ашырыуҙа тырышып эшләгән һәм әүҙемлек күрһәткән милләттәштәребеҙҙе бүләкләп китеү тантанаһы үтте.