VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдағы биш йылға яңы программа тәҡдим итмәксе

6 июнь 2024, 10:26

Йәштәргә таянып. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдағы биш йылға яңы программа тәҡдим итмәксе. Йыл аҙағында үтәсәк 6-сы съезға делегаттар һайланасаҡ. Әлегә район-ҡалаларҙа муниципаль йыйылыштар уҙа. Һуңғы йылдарҙағы уңыштар һәм ҡаҙаныштар барлана.Республика район-ҡалаларында үткән осрашыуҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Шаран районында Башҡорт ҡоролтайы йыйылыштары һәр ваҡыт гимнға әүерелгән «Урал» йырынан башлана. Билдәле халыҡ йыры һәм көйө быуаттар төпкөлөнән килгән тарих сағылышы. Шаран районында мәҙәни ҡомартҡылар һәм традициялар ныҡлы һаҡланһын өсөн ҡоролтай ағзалары ҙур тырышлыҡ һала. Улар эшмәкәрлекте лә китапхана һәм музейҙар менән берлектә алып бара.

Алмаз Зәйҙуллин Шаран йәштәрен әйҙәүсе етәксе. Бөгөндән ул башҡорттар ҡоролтайының урындағы ячейкаһы рәйесе вазифаһын башҡарасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында делегаттарҙың береһе буласаҡ.

«Айыҡ ауыл» конкурсы-Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мөһим проекттары иҫәбендә. Шаран районы Дүртөйлө ауылы конкурста еңеү яулаусыларҙың береһе. Ауылдаштар айыҡлыҡ ярышында еңеп 300 мең һум күләмендә премия алыуҙан тыш, урындағы халыҡ араһында эскелекте бөтөргән.

Бүздәк районындағы осрашыуҙа башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы, туған телде һәм мәҙәниәтте үҫтереү юлдары, заман башҡорто образы тикшерелде.Киләсәккә аныҡ пландар ҡуйылды һәм хәл ителәһе мәсьәләләр билдәләнде.

Башҡорттар ҡоролтайы, башҡорт халҡын һаҡлаусы һәм үҫтереүсе, милли рухи мираҫты арттырыусы көс булараҡ, тәү сиратта өс төп йүнәлешкә: телгә, мәҙәниәткә һәм тарихҡа иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш. Район-ҡалаларҙа милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныу арта. Хәҙерге заман йәштәре уларҙы үҙ ҡулдары менән тегә, ғорурлыҡ тойғолары менән урамдарҙа кейеп йөрөй ала.

5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелгәндән алып төрлө ваҡиғаларға бай биш йыл үтте. 6-сы съезд яҡынлаша. Ойошманың төп йыйынына әүҙем әҙерлек, делегаттар һайлау республика райондарында һәм ҡалаларында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә алып барыла.

Әлбиттә, бөтә ил кеүек үк, йәмәғәт ойошмаларының төп бурысы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Башҡорт ҡоролтайы ағзалары ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, еңеү өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә.

6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә ултырыштар республиканың башҡа район-ҡалаларында ла уҙасаҡ.

Гүзәл Борханова
Уртаҡлашыу