|
![]() Яңылыҡтар
Самауырҙар фестивале — инвестһабантуйҙың биҙәгеСибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында быйыл Самауырҙар фестивале ойошторолған. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан самауыр күргәҙмәһенә шәхси коллекционерҙарҙан алып ауыл халҡынан берәмләп йыйылған тиерлек самауырҙар килеп түрҙән урын алған!
Халҡыбыҙҙың онотола барған боронғо шөғөлөн үҙ иткән ағай Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Тәүҙәрәк бары тик ҡыҙыҡһыныуҙан ғына башланған эше бөгөн уның күңел талабын ҡәнәғәтләндергән, буш ваҡытын үткәрергә ярҙам иткән кәсепкә әйләнгән, тиһәк тә була. Иртәнән алып кискә тиклем үҙенең аласығында самауыр йүнәтә ул. Үҙенә күрә кескәй оҫтахананы хәтерләткән эш урынында ниндәй генә тимер-томор юҡ: станогы ла, кәрәкле ҡорамалдары ла урын алған, тимер мейестә ут яна, түрҙә самауырҙар ултыра. Улар араһында яртылаш ҡыйшайып, һемәгенән һыу ағып ултырғандары ла, утлыҡтары эшкинмәй, ҡайнатырға яраҡлы булмағандарын да осратырға мөмкин. Шулай уҡ кемдер йүнәтергә алып килгән, икенселәре йылдар буйына йыйылған юшҡынды таҙартыуын һораған. Барыһы ла оҫтаның ҡулы тейеү менән ҡайтанан «терелеп» китә, ҡуҙ һалыу менән йырларға тотона.Тәү ҡарашҡа ғына еңел күренгән шөғөл, ысынында иғтибарлы булыуҙы талап итә, хатта ҡайһы урынында ювелир ҡулының булыуы ла мотлаҡ. |