ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнТәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Йәштәр йылы

22 март, 16:09

Тематик йыл Башҡортостанда һәм башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа үткәрелә. Бурыстары — башҡорт йәштәрен туплау, уларҙы республиканың, халҡыбыҙҙың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси тормошона әүҙем йәлеп итеү.

Йәштәр йылы 2024 йылдың ғинуарынан декабрь айына тиклем уҙғарыла. Йомғаҡлау сараһы Башҡорт теле көнөндә үтә.

Йәштәр йылына ярашлы сараларҙы үткәреү өсөн Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары ҡарамағында ойоштороу комитеты булдырырға, положение, план төҙөргә тәҡдим ителә. Яуаплылар — район, ҡала хакимиәттәре, урындағы башҡорттар ҡоролтайы.

Ойоштороу этабында концепцияларҙы, программаларҙы, пландарҙы, положениены раҫлау, сараларҙы ойоштороу мәсьәләләре ҡарала. Урында Йәштәр йылын тантаналы асыу; башҡорт телендә баннерҙар, социаль рекламалар әҙерләп, тораҡ пунктта һәм юл буйы биләмәләренә ҡуйыу; урындағы башҡарма комитет рәйестәренең, ырыу советы башлыҡтарының зона кәңәшмәләрен үткәреү тәҡдим ителә.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эштә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, урындарҙағы мәғариф идаралыҡтары менән берлектә башҡорт телен өйрәнеү буйынса төркөмдәр булдырыу мәсьәләләренә ҡағылышлы семинарҙар үткәреү, «Аҡбуҙат» журналы вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғарыу; Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының башҡортса спектаклдәрен муниципалитеттарға алып барып күрһәтеү тәҡдим ителә.

Үҫмерҙәр, мәктәп уҡыусылары менән эш нигеҙендә “Кесе ҡоролтай” булдырыу; “Йәйләү” программаһы буйынса профилле лагерҙар, көндөҙгө ял үҙәктәре ойоштороу; башҡорт һәм полилингваль гимназиялар өҫтөнән остазлыҡ мәктәбе булдырыу; ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре менән хеҙмәттәшлек итеү; мәҙәни-белем биреү экскурсиялары ойоштороу; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектындағы туған башҡорт теле дәреслектәрен яңы федераль исемлеккә индереү буйынса эш алып барыу һ.б. тәҡдим ителә.

Йәштәр менән эштә төп иғтибар гражданлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Ирекмәндәр хәрәкәте, шул иҫәптән махсус хәрби операцияға ярҙам ойоштороу; башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте, халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлау буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғарыу, тарихи сюжеттар төшөрөү; йәштәрҙе башҡорт ырыуҙары съездарын, Йәштәр көнөн, Салауат Юлаевтың 270 йыллығын, шәжәрә байрамдарын, “Йәшел Башҡортостан” экология акцияларын һ.б. үткәреү эшенә йәлеп итеү; “Шаяниум” конкурсы уҙғарыу, “Аҫылташ”, “Урал мираҫы”, “Йәштәр йыйыны-2024” форумдарында, “Туған телемдә һөйләшәм” конкурс-акцияһында, “Ватан” фекер алышыу майҙансығында һ.б. әүҙем ҡатнаштырыу тәҡдим ителә.

Урындарҙа ата-әсәләр берләшмәһенең эшен системаға һалыу, улар өсөн этнопедагогика буйынса семинарҙар уҙғарыу ҡаралған.

Дөйөм төп маҡсаттарҙың береһе – йәмғиәттә сәләмәт тормош рәүеше формалаштырыу. Был йәһәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сараларында ҡатнашыу, милли спорт төрҙәрен үткәреү, Берҙәм хәрәкәт көндәре форматындағы акциялар ойоштороу тәҡдим ителә.

“Рух майҙаны” күсмә комплекслы саралары уҙҡарыла. Уға ярашлы, Салауат Юлаевтың 270 йыллығына, Республика көнөнә арналған квиз-уйындар, “Рухлы йәштәр – халҡым йәшәр” тип аталған страт-сессия, конкурс-концерт ҡаралған.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары сараларҙың форматын үҙгәртеү хоҡуғына эйә, шулай уҡ, йүнәлештәрҙең, темаларҙың йөкмәткеһен һаҡлау шартында, үҙ проекттарын да тормошҡа ашыра ала. Эшмәкәрлектәре урындағы башҡорттар ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге аккаунтында баҫтырылған мәғлүмәттәргә ҡарап баһалана.

Еңеүселәр 10 декабрҙән һуңға ҡалмай билдәләнергә тейеш. Улар муниципаль район хакимиәттәре һәм район ҡоролтайҙары араһында (1-се, 2-се, ҡ-сө урындар), ҡала округтары хакимиәттәре һәм ҡала ҡоролтайҙары араһында (1-се, 2-се, 3-сө урындар), Рәсәй субъекттары (ҡалалары) башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында (1-се, 2-се, 3-сө урындар) билдәләнә. Жюри өҫтәмә номинациялар индереү хоҡуғына эйә.

Уртаҡлашыу