Айыҡ ауылЯңылыҡтарТарихАтайсалФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЕкатеринбургБөрөЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһыБорайФәнТәтешле Әлшәй районыҺылыуҡайБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауФедоровка районыБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыКүгәрсенМәләүезХәйбуллаИглинҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешӨфөКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайУчалыБәләбәйЯңауылБаҡалыТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманБСТТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыЕйәнсураЫрымбурТатарстанТәбиғәтБаймаҡМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыРФ башкорттарыРус телендәге материалдарИнтервьюШайморатовШәхесМәҡәләләр
Ҡоролтай тауышы

Йәштәргә юлдар асыҡ

18 март, 10:36

«Айыҡ ауыл» сиктәрендә үткән сараларҙың береһендә Байназарҙың әүҙем йәштәре йәштәр өсөн йыйын үткәреү теләген белдергәйне. Уларҙың был инициативаһы хупланып, ошо көндәрҙә Байназарҙа Урал аръяғы йәштәре йыйыны уҙҙы. Унда Сибай, Хәйбулла, Әбйәлил, Учалы, Бөрйән йәштәре, үҫмерҙәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Мәҙәниәт йорто фойеһы Байназар, уның биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың уңған, эшлекле, ижади күңелле йәштәренең ҡул эштәренән торған бай йөкмәткеле күргәҙмә менән биҙәлгән. Икенсе залда «Беренселәр хәрәкәте» эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға мөмкин. Шунда уҡ башланғыс класс уҡыусылары махсус хәрби операция һалдаттары өсөн шәм яһау тәртибен күрһәтә, хаттар яҙа. Маскировка селтәрҙәре үрелә, изгелек талисмандары эшләнә.

"Азамат«тар һоҡландырҙы

Форумды асыу тантанаһында байназарҙарҙың ғорурлығы — «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбле ҡыҙҙары һәм егеттәре үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән барыһын да һоҡландырҙы. Артабан пленар ултырышта Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Байназар ауыл хакимиәте башлығы Нуриман Әминев, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси йүнәлеш буйынса кәңәшсеһе Рөстәм Баянов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Юлдаш Йосопов, Рәмзиә Кәримова, Урал аръяғы кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, ХМАО башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология йәштәр министры Рөстәм Сәйфетдинов һәм башҡалар сәләмләне.

Унда башҡорт халҡы, бал ҡорттары мәсьәләһе, «Айыҡ» ауыл конкурсында ҡатнашҡан райондағы ауылдарҙың йәшәйеше тураһында һүҙ барҙы. «Һөҙөмтәләрҙең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, байназарҙар был конкурста лайыҡлы ҡатнаша. Еңеп сыҡһалар, был ауылда киләсәктә ҙур спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк», тип белдерҙе район етәксеһе. Форумдың темаһына ярашлы, илһөйәрлек, патриотик тәрбиә биреү, үҙ илең менән бергә булыу, бер төптән эш итеү хаҡындағы сығыштар яңғыраны. Был юҫыҡта районда геройҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса етди эштәр алып барылыуы телгә алынды.

Тел йәшәһә, халыҡ йәшәр

Рөстәм Баянов форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне һәм уңышлы эш теләне. Телһөйәрлек темаһына туҡталып, башҡорт телен һаҡлау, башҡорт ҡушымталарын камиллаштырыу буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне. 19 апрелдә үтәсәк диктантта, милли кейем көндәрендә һәр кемде әүҙем ҡатнашырға өндәне. «Халҡыбыҙҙың булмышы, киләсәге телебеҙ менән бәйле. Телебеҙ йәшәһә, беҙ ҙә халыҡ булараҡ һаҡланып, артабан үҫербеҙ. Бөгөн телде һаҡлау һәр кемдең бурысы», тине. Шулай уҡ йәштәр араһында тыуған проблемаларҙы ла атап китте. Шуларҙың береһе — лидерҙарҙың булмауы.

-Йәштәр, балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе ҙур. Хәҙерге заман йәштәре алдынғы ҡарашлы, зирәк, маҡсатлы, тик уларға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү генә зарур. Йәштәр тарихи тамырҙарҙан айырылмай, аяҡтарында ныҡ баҫып торһон, үҙ фекерҙәре булһын, һәр хәлде анализлай белһен, башҡорт геройҙары миҫалында үҫһен, — тигән теләктәрен белдерҙе Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы.

Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов милли спортҡа иғтибар итергә саҡырып: «Йәштәр төрлө яҡтан үҫешкән булырға, үҙҙәрен яуаплы тойорға, башҡорт халҡының мираҫы булған республиканы үҫтерергә, матур ғаиләләр булдырырға тейеш» , тине.

Журналист Баныу Ҡаһарманова йәштәргә ябай ғына күнекмә ярҙамында күҙәтеүсәнлекте, иғтибарлыҡты арттырырға өйрәтте, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа саҡырҙы.

Артабан йәштәр төрлө йүнәлештәрҙәге түңәрәк өҫтәлдәргә, биш темаға арналған секцияларға бүленеп әңгәмә ҡорҙо.

«Финанс грамоталылығы» секцияһында

«Башҡортостан Республикаһының финанс тикшеренеүҙәре үҙәге» ойошмаһының финанс грамоталылығы департаменты директоры Гөлназ Әбүзәрова финанс белемде арттырыу, бурыстар менән идара итеү, нисек кредиттарҙан тиҙерәк ҡотолоу юлдарын өйрәтте. Кредиты булған кеше, әгәр ҙә түләй алмай икән, банк менән бәйләнешкә сығырға, үҙ хәлен аңлатырға тырышһын, тине. Ипотека, кредит каникулдары үҙенсәлектәре, банкротлыҡ тураһында нимә белергә кәрәклеген һөйләне. Был процедураға төптән уйлап тотонорға һәм финанстар проблемаһын хәл итеүҙең бындай ысулына тик һуңғы осраҡта ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Банкротлыҡ бурыстан еңел генә сығыу юлы түгел, уның хәүефле яҡтарын да белеү мөһим. Мәҫәлән, банкрот тип танылған кешенең бөтә мөлкәте, шул иҫәптән берҙән-бер һәм ипотекалағы торлағы булһа ла, һатылырға тейеш, финанс идарасыһы кешенең бөтә аҡсаһы һәм банк карталары менән эш итә. Мөлкәтте һатыуҙан килгән аҡса, эш хаҡы һәм башҡа килем кредиторҙарҙың талаптарын ҡаплауға, финанс идарасыһын бүләкләүгә һәм башҡа сығымдарға йүнәлтелә, банкротлыҡ осоронда кешегә йәшәү минимумы ғына бирелә.

Финанс грамоталылығы балаларҙа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй. Был заман талабы. Секцияла шулай уҡ БР-ҙың Милли Банкы бүлексәһенең түләү системалары һәм иҫәп-хисап бүлеге етәксеһе Ольга Карпенко сығыш яһаны, ул ауылда банктар һәм банкоматтар булмаған осраҡта магазин кассаһында йәки заправкала картанан нисек аҡса алыу мөмкинлеге һәм башҡа банк сервистары тураһында һөйләне. Кассала аҡса алыу өсөн магазинда йәки АЗС-та һатып алыу башҡарырға кәрәк. Был аҙыҡ-түлек йыйылмаһы йәки бер-ике тауар булыуы мөмкин. Һатып алғанда кассирға шундай сумма аҡса алырға теләүегеҙҙе әйтергә кәрәк. Бер картанан көнөнә 5 мең һумдан һәм айына 30 мең һумдан артыҡ алырға ярамай.

Секция аҙағында Гөлназ Марат ҡыҙы район үҙәк китапханаһына һәм үҙ эштәрен асырға хыялланған егеттәргә финанс грамоталылығы буйынса китаптар бүләк итте.

«Милләттең һаулығы»

исемле түңәрәк өҫтәл артында Бөрйән районы буйынса «Википедия» етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Көнһылыу Ҡотлобаева «Халыҡ медицинаһы» темаһын йәштәргә аңлайышлы итеп еткерә алды.

Медицина киң үҫеш алмаҫ элек үк үлән менән дауалаусылар, быуын ултыртыусылар, кендек инәләре, имселәр булған. Уларҙың дауалауы йолалар үткәреү, им-томдар, доғалар уҡыу менән бергә барған. Көнһылыу Зәки ҡыҙы шул ваҡыттағы һәм хәҙерге көндә лә дауалау көсөнә эйә булған үҫемлектәр, төрлө минералдар һәм тәбиғи матдәләр, ағастар тураһында бәйән итте: «Беҙҙең ашаған аҙыҡ бер үк ваҡытта дарыу ҙа, ағыу ҙа була ала. Мәҫәлән, картуф. Картуфты үҙен генә бешереп ашаһаң — ул дарыу. Әгәр ҙә, күптәр яратҡанса, ит менән бергә өҫтәлгә ҡуйһаң — ағыу. Сөнки картуфҡа ашҡаҙанда бер мөхит, иткә икенсе мөхит кәрәк. Тап ошо дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Ә был ауырыуҙарҙан дауа — беҙҙең ҡул особоҙҙа. Мәҫәлән, сей картуфты ҡырғыс аша үткәреп, әҙерәк бал ҡушып, ауыҙға ҡалаҡ менән һалып имеп йөрөһәң, ул ашҡаҙан өсөн бик файҙалы. Прополисты уртҡа һалып имеп йөрөү ҙә, емеш-еләктәрҙең орлоҡтарынан он эшләп, ҡалаҡлап ашау ҙа тик файҙаға ғына». Шулай уҡ көнкүреш әйберҙәре (көл, көл төнәтмәһе, ағас күмере, сайыр, ҡарағас һағыҙы һ.б.), тауыш вибрацияһы (ҡурай уйнау, йырлау, көйләп Ҡөрьән уҡыу) файҙаһы һәм башҡа дауалау ысулдарын да телгә алды.

Артабан һүҙҙе Байназар амбулаторияһы терапевы Әлфинә Ишбулатова алды. Ул социаль әһәмиәтле ауырыуҙар — туберкулез, енси юл менән таралған сирҙәр, В һәм С гепатиты, ВИЧ, яман шеш ауырыуҙары, шәкәр диабеты, психик тайпылыштар, ҡан баҫымы күтәрелеүе менән характерланған ауырыуҙар хаҡында һөйләне. Тәмәкенең һәм спиртлы эсемлектәрҙең кеше организмына йоғонтоһон һәм ниндәй ауырыуҙарға килтереүен аңлатты.

Район үҙәк дауаханаһы дерматовенерологы Зөһрә Кинйәбаева йәштәргә ВИЧ-инфекцияһы һәм уның нисек таралыуы хаҡында һөйләне: «Был йоғошло ауырыу иммунодефицит вирусы аша барлыҡҡа килә. Вирус организмдың һаҡланыу системаларының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәктәрен юҡҡа сығара. Шуға күрә организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай. ВИЧ-инфекцияның һуңғы стадияһы СПИД ауырыуы тип атала.

Кеше сирҙе йоҡторғандан алып СПИД осорона тиклем оҙаҡ йылдар дауамында ғәҙәти тормошта йәшәй һәм ауырығанын белмәҫкә лә мөмкин». Әңгәмә аҙағында түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.

«Патриотик тәрбиә»

майҙансығын тәжрибәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәмзиә Кәримова алып барҙы. Ул йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү бөгөнгө көндөң мөһим бурыстарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ бөрйәндәрҙең махсус хәрби операцияға ҙур ярҙам күрһәтеүҙәрен әйтеп, рәхмәтен белдерҙе.

Ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев райондан күпме гуманитар ярҙам оҙатылыуы хаҡында һөйләне.

Байназар ауыл биләмәһе башлығы Нуриман Әминев: «Байназарҙа ир-егеттәр хәрәкәте эшләй башланы. Декабрь айында уларҙың ярҙамы һәм көсө менән МХО-ға бер мунса эшләп ебәргәйнек, әле икенсеһен төҙөү өҫтөндәбеҙ. Унан тыш, ауыл халҡы менән маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, йылы ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бейәләйҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрәбеҙ», — тине.

Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт ярҙамы фондының социалькоординаторы Гөлзиә Көнәфина фондтың йүнәлештәре һәм маҡсаттары менән уртаҡлашһа, Гүзәлиә Төлкөбаева һәм Азалия Үмәрова райондағы "Беренселәр хәрәкәте«нең эше менән таныштырҙы. Беренселәр хәрәкәте — Рәсәйҙәге йәштәр хәрәкәте. Хәрәкәт балалар һәм йәштәр ялын ойоштороуға, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөмкинлек булдырыуға, үҙ-үҙеңде күрһәтеүгә, һөнәри йүнәлеш алыуға йүнәлтелгән.

«Патриотик тәрбиә» майҙансығы бик фәһемле һәм йәнле барҙы. Ҡатнашыусылар һәр сығыш яһаған спикерға һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алды.

«Экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү»

майҙансығында Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы, ХМАО-Югра Башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәмбәтов, Башҡарма комитет ағзаһы, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин ҡатнашты. Был өҫтәл артында ошо тема мәғлүмәтен социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында таратыу юлы менән йәштәр араһында терроризм һәм экстримизм иҫкәртеү буйынса эште көсәйтеү тураһында һүҙ барҙы.

«Туризм һәм экология»

Эш менән тәьмин итеү һәм эшҡыуарлыҡ" темаһына арналған түңәрәк өҫтәл артында йәштәргә шәхси эшҡыуарлыҡты башлау өсөн ниндәй юлдар барлығы, мәктәп, училище, юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу мөмкинлектәре хаҡында бәйән ителде. Башҡортостан Йәштәр Хөкүмәтенең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Рөстәм Рәмил улы Сәйфетдинов федераль һәм республика кимәлендә ҡаралған гранттарҙы алыу тәртибен аңлатты.

Дөйөм алғанда, бөтә майҙансыҡтарҙа хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, уларға ярҙам, «Айыҡ ауыл» проектының әһәмиәте һәм мөмкинлектәре тикшерелде. Секциялар үҙ эштәрен тамамлағас, һәр майҙансыҡ буйынса резолюциялар ҡабул ителде. Улар иһә, үҙ сиратында, кәрәкле инстанцияларға ебәреләсәк.

-Байназар ауылында Урал аръяғы йәштәре йыйынын мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың әүҙем һәм оҫта ҡуллы йәштәре күргәҙмәгеһе биҙәне. Йәш килендәр төркөмө Гөлнәзирә Ишбулатова, Гөлсибәр Науразбаева үҙҙәре эшләгән, күҙҙең яуын алып торған сергетыштар элгәндәр, тирүгә һуғыу станогында оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Был төркөм Бөрйән районына хас булған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кәсептәрен тергеҙеү маҡсатында ойошторолдо. Күргәҙмәгә солоҡсолоҡ кәсебен тергеҙеп, ғаиләһе менән башкөллө шул эшкә сумған Байназар ауылы һылыуы Елена Байназарова-Йәғәфәрова үҙҙәренең шөғөлөн сағылдырған фотолар, солоҡсолоҡ ҡорамалдарын, солоҡ балы ҡуйып шөғөлдәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп бәйән итте. Байназарҙың тағы бер оҫтабикәһе, талантлы ҡыл ҡәләм эйәһе Инзирә Ишбулатова, Айгүзәл Шәрәфетдинова, Гөлназ Усманова үҙ ҡулдары менән эшләнгән һабын, еҫле шәмдәр, емеш-еләктән букет, кремдар һәм башҡа төрлө бик күп ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйғандар. Фидәлиә Толомғужина ғаиләһе менән ҡортсолоҡ менән генә булышып ҡалмай, милли стилдәге футболка, кәпәстәр эшләйҙәр, күргәҙмәгә лә ошо эштәрен алып килгәндәр. Ҡурғашлы ауылынан Ильяс Асҡаров - ағас оҫтаһы. Ул күргәҙмәгә ағастан эшләнгән ултырғыстар, паннолар алып килгән. Ул эшләгән өй йыһаздарын ҡарап бер кем дә битараф ҡалманы. Эльвира Мөхәмәтйәрова-Мусинаның шөғөлө - милли кейем. «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбле кейгән кейемдәрҙең дә күбеһен Эльвира теккән. Кәрзиндәр үреүсе Илүзә Баязитова төрлө төҫтә һәм формалағы кәрзиндәрен күрһәтте. Эльвира Салауатова бик матур бәлештәр бешереп алып килеп, барса халыҡты йәлеп итте. Ҡыҫҡаһы, күргәҙмәне ҡарағас, оҫта йәштәребеҙгә берсә һоҡланып, берсә ҡыуанып, күргәҙмәгә килгәндәре, эштәре-шөғөлдәрен Урал аръяғы йәштәренә, Ҡоролтайҙан килгән вәкилдәргә һәм барса форумда ҡатнашыусыларға күрһәтергә йөрьәт итеп килеүҙәре өсөн рәхмәтле булдыҡ. Киләсәк тә лә эштәре уңышлы барһын, бөтмәҫ дәрт, илһам юлдаш булһын! – тип хәбәр итәләр социаль селтәрҙәге “Айыҡ ауыл – 2023. Байназар” төркөмөндә.

Ә. Юлсурина, А. Уразаева.
Уртаҡлашыу