ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Илһөйәрлек нимәнән башлана?

14 март, 10:34

Балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ, тип йыш ҡабатларға яратабыҙ. Ғәҙәти хаҡиҡәткә әйләнгән был һүҙҙәрҙең әһәмиәте һуңғы йылдарҙа бермә бер артты, илебеҙҙә барған ваҡиғалар ысынлап та йәш быуынға, уның вәкилдәрендә илһөйәрлек рухын нығытыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген тағы ла бер тапҡыр төшөндөрҙө.

Шуға күрә, Бөрйән районы Байназар ауылында уҙған Урал аръяғы йәштәре йыйынында үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең генә түгел, балаларҙың да ҡатнашыуы заман талабы булып яңғыраны.

Йыйындың пленар өлөшө башланғансы уҡ ауыл мәҙәниәт һарайының фойеһында төрлө сүрәттәге күргәҙмәләр ҡаршы ала: улар Бөрйән районының өлгөр, егәрле йәштәренең үҙ ҡулдары менән етештергән төрлө тауарҙар менән биҙәлгән. Ары ҡатнашыусыларҙы «Беренселәр» («Первые») Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең ҡыҙҙары көтә, улар был хәрәкәттең нисек Бөрйән районында йәйелдерелеүен һөйләргә әҙер.

"Беренселәр" Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрәкәтенә килгәндә, уны элекке пионерия, комсомол ойошмаларының бөгөнгө сағылышы, тип тә аңларға мөмкин.

Башланғыс класс уҡыусылары махсус хәрби операциялағы һалдаттар өсөн шәмдәр ҙә эшләй, хаттар ҙа яҙа. Ошонда уҡ улар өсөн септә үреү ҙә ойошторолған. Был септә яу яланында бик кәрәкле, уның ярҙамында дошман күҙенән һаҡланырға, йәшенергә мөмкин.

Урал аръяғы йәштәр йыйынының ҡатнашыусылары төрлө секцияларға бүленер алдынан, уларҙы Бөрйән районы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, балалар йыр-бейеү менән сәләмләне, "Азамат" өлгөлө бейеү ансамбленең йәш бейеүселәре оҫта сығыштары менән һоҡландырҙы.

Артабан пленар ултырышында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Байназар ауыл советы башлығы Нуриман Әминев, Өфөнән килгән ижтимағи сәйәси йүнәлеш буйынса Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рөстәм Баянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың тәбиғәтте ҡулланыу һәм һаҡлау буйынса йәштәр министры Рөстәм Сәйфетдинов һәм башҡалар сәләмләне.

Урал аръяғы йәштәре йыйыны, исеменән үк аңлашылып тороуынса, Башҡортостандың Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура кеүек райондарында йәштәрҙе йыйҙы. Улар төрлө йүнәлештәрҙәге түңәрәк өҫтәлдәргә бүленеп һөйләшеү ҡорҙо. Әйткәндәй, сараның Байназарҙа уҙыуы осраҡлы түгел: ул "Айыҡ ауыл"
республика конкурсында ҡатнаша.

Айгөл ҒӘБИТОВА
Уртаҡлашыу