ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Тырышһаң, ырыҫ килә

12 март, 17:30

Ошо көндәрҙә Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында «Айыҡ ауыл-2023» республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһау сараһы үткән. Ошо уңайҙан район данын яҡлаған Аллағыуат халҡы ҙур байрам ойошторған.

Саралар иртән мәктәптең спорт залында башланған, йәш спортсылар «Ашҡаҙар буйы батыры» исемен алыу өсөн келәмгә сыҡҡан. Стәрлебаш ерендә көрәш менән шөғөлләнмәгән кеше һирәк. Аллағыуатҡа райондың төрлө ауылдарынан бихисап командалар килгән. Бәйге, һәр ваҡыттағыса, көсөргәнешле һәм оҙаҡ барған.

Ә мәҙәниәт йортона был мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә маскировкалау селтәрен үреп бөтөү, окоп майшәмдәрен һәм башҡа ярҙамды теүәлләү маҡсатында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Әйткәндәй, аллағыуаттар йәмғеһе 25 маскировкалау селтәре, бихисап окоп шәме әҙерләгән. Посылкаға туҡмас, тыуған яҡтың хуш еҫле үләндәренән сәй, йылы ойоҡбаштар, үҙҙәре үргән мунса йыуғыстарын да өҫтәгәндәр.

«Майшәм ҡышҡы көндәрҙә айырыуса мөһим. Яугирҙәргә йылыны оҙағыраҡ һаҡларға, аҙыҡ әҙерләргә һәм кейемдәрен киптерергә ярҙам итә. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән окоп шәмдәре һалдаттар өсөн яҡтылыҡ сығанағы ғына түгел, ә йөрәк йылыһы ла булып торһон», – ти ҡатын-ҡыҙҙар.

Эшһөйәр Аллағыуат халҡы мәктәп, клуб менән бергә ауылдың рухи көмбәҙен – мәсетте лә ифрат тәрбиәле тота. Сараның бөтә ауыл халҡын берләштергән сағыу, күңелле икенсе өлөшө мәсет янында үткән. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған халыҡ уйындарына кесеһе лә, олоһо ла ҡушылған. Көршәк ватыу, күмәкләп бер саңғыға баҫып йүгереү, уҡ атыу кеүек ярыштар үткән. Ауылдың һәүәҫкәр артистары концерт ҡуйған, шулай уҡ сауҙа-күргәҙмә лә эшләгән.

Байрам аҙағында мәсеттә намаҙ уҡылған, халыҡҡа, балаларға ураҙа айы тураһында ентекле мәғлүмәт бирелгән.

Сарала ҡатнашҡан, сығышы менән ошо ауылдан булған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин:

– Ғөмүмән, ауылдаштарым бик әүҙем тормош менән йәшәй. Төрлө мәҙәни саралар, өмәләр үткәреп торалар. Ауыл клубынан, мәктәптән, мәсеттән кеше өҙөлмәй. Тырышһаң, ырыҫ килә, тиҙәр бит. Беҙҙең яҡта һәр баҫыуҙа иген сәселә, буш ятҡан ерҙәр юҡ. Туғайҙарҙа ла бесән мул була, халыҡ күпләп мал үрсетә, шуға ла хәлле йәшәй.

Уртаҡлашыу