VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Күп милләтле дәүләттә йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ, көс-ҡеүәтебеҙ шунда!

17 ғинуар 2024, 17:33

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА:

– Беҙҙә, башҡорттарҙа, юғары ғәҙеллек тойғоһо һәр ваҡыт булды һәм бар. Шулай уҡ, ауыр минуттарҙа берләшә белеү, үҙ-ара теләктәшлек һәм мохтаждарға ярҙам итеү кеүек сифаттар ҙа хас. Һис шикһеҙ, был – бик ыңғай күренеш, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ана шул кешелек сифаттарына республикабыҙҙы һәм дәүләтебеҙҙе эске яҡтан ҡаҡшатыусылар баҫым яһай ҙа. Фәҡәт шуға күрә бөгөн Баймаҡта барған хәлдәр барыһын да борсой.

Кешеләрҙең башланғыстарын ғәҙеллеккә өндәүҙәр менән рөхсәтһеҙ митингыла ҡатнашыуға еткергән тышҡы һәм эске дошмандарыбыҙ был хәлгә ниндәй сәйәси төҫ биреүен, Украина ресурстары илебеҙ эсендә «тарҡалыу процесы» башланыуына, «башҡорттарҙың үҙаллылыҡты теләүенә» шатланыуын күреп торабыҙ. Әммә беҙ быуаттар дауамында күп милләтле дәүләттә йәшәнек, йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ, беҙҙең көс-ҡеүәтебеҙ шунда.

Ә илебеҙҙән сығып ҡасҡан һәм алыҫтан, теләһә ниндәй хәлдән файҙаланып, бында тәртипһеҙлек ойошторған, башҡаларҙы дошман яғына сығырға саҡырған кешеләр мотлаҡ язаһын аласаҡ!

Бөгөн тыуған республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең яҙмышы һәр ҡайһыбыҙға бәйле, манипуляцияларға һәм провокацияларға хис-тойғолар менән яуап бирергә кәрәкмәй. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, һәр хәлде айыҡ аҡыл менән баһаларға, сабырлыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ кеүек төшөнсәләргә таянырға, кемдеңдер ҡотҡоһона бирелеп бәләгә тарыуҙан һаҡланырға кәрәк. Әгәр ҙә ойоштороусылар, үҙҙәре әйтмешләй, ысынлап та халыҡ тураһында уйлаһа, уны яҡлаһа һәм яратһа, башҡаларҙы ошондай хәлгә йәлеп итмәҫ, һүҙҙәре һәм эштәре өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыр ине. Тап ошонда көс һәм ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек сағыла.

Уртаҡлашыу