Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина хәбәр итеүенсә, факультетта оҫталыҡ дәресе үткән.
«Уны 2-се курс магистранты, „Этномода“ Бөтә Рәсәй йәш дизайнерҙар форумының еңеүсеһе, башҡорт милли кейеме оҫтаһы Иҙел Хәкимов ойошторҙо.
1-се курс студенттары башҡорт милли кейеменең һәм биҙәүестәренең тарихы, үҙенсәлектәре, дөрөҫ кейелеше менән танышты. Оҫталыҡ дәресенең икенсе өлөшөндә улар башҡорт халҡына хас булған элмә сигеү үҙенсәлектәренә өйрәнде», — тиелә яҙмала.